6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Юғары лигала "авиаторҙарҙың" осошо һәйбәт үтә
09.12.05


       Рәсәй юғары лига чемпионатында Өфөнөң "Авиабаскет" командаһы икенсе йыл уйнай. Ул Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттарынан тора. Команданың үткәне бай - "авиаторҙар" һигеҙ йыл дауамында студенттар лигаһында сығыш яһап алдынғылар рәтендә килде. Әммә һуңынан көстәрен юғарыраҡ кимәлдә һынап ҡарарға булдылар. Үткән миҙгелдә Өфө баскетболсылары юғары лигала үҙ әҙерлек кимәлен башҡа командалар менән сағыштырҙы. Һәм конкурентҡа " теш үтерлек" тигән һығымтаға килде. "Авиабаскет" өйҙә үткән матчтарҙың барыһын да тип әйтерлек еңеү менән тамамланы. Күсмә уйындарҙа ла уңыштар етерлек булды. Миҙгелде "авиаторҙар" етенсе урында тамамланы, дебютант өсөн был һиҙелерлек
       һөҙөмтә.
       Быйылғы йылдың октябрь аҙағында Өфө баскетболсылары яңы м иҙгелде башлап ебәрҙе. Өс тур артта ҡалды ла инде. 7 - 8 декабрҙә "Авиабаскет" Туланан килгән "Тула" командаһы менән
       осрашты. "Тула" юғары лигала яңы команда, тик унда ул аҫтан түгел, ә өҫтән килгән - үткән йылда финанс мөмкинселектәре арҡаһында команда суперлигала ҡатнашыуҙан төшөп ҡалған.
       Тур алдынан команда етәкселәре "Өфө уттары" күңел асыу
       клубында матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Сарала баш тренер Владимир Плохов, коммерция директоры Виталий Монахов һәм
       команда уйынсыһы Артур Мандаев ҡатнашты. Улар журналистарға үҙҙәренең пландары, проблемалары һәм өмөттәре тураһында һөйләне.
       Матчтарынан шоу ойоштороусы американдар тураһында көлөп һ өйләй торған ваҡыттар күптән инде артта ҡалды. Спорттың һатыу продукты икәнлеген хәҙер барыһы ла аңлай. Беренсе сиратта матчтарҙы тамаша кеүек күреп килергә һәм спортсылар
       тарафынан булдырылған продуктты һатып алырға тейешле көйәрмәндәр мәнфәғәте күҙ уңында тотола. "Авиабаскет" бер нисә йыл дауамында ошо юлдан атлай. Һәм ярайһы уҡ уңышлы
       ғына. Һәр турҙа уйындарҙан тыш тамашасылар өсөн төрлө
       баскетбол конкурстары үткәрелә, саҡырылған бейеү коллективтары сығыш яһай. Университетта хуплау төркөмө булдырылған, ул һәр уйында мотлаҡ рәүештә ҡатнаша. Был төркөмдәге ҡыҙҙар - команданың ысын мәғәнәһендәге фанаттары.
       Тамашасылар "Авиабаскеттың" матчтарына ҙур теләк менән йөрөй.
       Әммә, "Авиабаскет" етәкселегенең фекере буйынса, беҙҙең йәмғиәттә спорт күнекмәләренә ҡараш яҡшыраҡ та була ала ине.
       Хоккейҙан башҡа уйын төрҙәре беҙҙә ҙур яҡлау тапмай. Өфөлә әлегә хатта Рәсәй талаптарына яуап биреүсе бер зал да юҡ. Э йе, һәр районда спорт залдары булған мәҙәниәт һарайҙары бар, әммә унда, ғәҙәттә, бер сисенеү бүлмәһе, бер душ эшләй, буфе т юҡ. Хатта суперлиганың "Нефтяник Башкортостана" волейбол командаһы ла күнекмәләр өсөн тәғәйенләнгән ангарҙа уйнай. "Динамо" стадионы сафҡа индерелгәс, ҡалала Европа кимәлендәге уйын залы барлыҡҡа килер тип ышанғы килә.
       Команданы финанслау йәһәтенән дә һорауҙар бар. "Авиабаскеттың" тотош бюджеты 450 мең һум тәшкил итә - был "Салауат Юлаевтың" ҡайһы бер уйынсыларының эш хаҡына ҡарағанда ла аҙыраҡ. Әйткәндәй, команда бары тик ӨДАТУ иҫәбенә йәшәй. Ҡайһы ваҡыт бағымсылар ярҙам иткеләй. Ә бит б аскетбол, статистика буйынса, Рәсәйҙә, Европала һәм донъяла мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында иң популяр спорт төрҙәренең береһе. Өҫтәүенә уны һәр миҙгелдә лә уйнарға
       мөмкин, кейем һәм ҡорамалдарға ла артыҡ аҡса талап ителмәй.
       Фианслауҙы билдәләгән ваҡытта власть һәм аҡсалылар ошоно ла
       иҫәпкә алһын ине.
       - Һуңғы йылдарҙа республикала бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе
       йәш баскетболсылар - ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә Рәсәй беренселегендә алтын, көмөш, бронза миҙалдарға лайыҡ булды -
       хуплау тапмайынса башҡа төбәк командаларына китергә мәжбүр.
       Был дөрөҫмө Ә балалар ярыштарында ла, өлкәндәр араһында л а бер ҡаҙанышҡа ла өлгәшмәүсе башҡа спорт төрҙәренә
       ситтән кеше саҡыралар һәм уларҙы финанслайҙар. Республика "варягтар" өсөн төшөмлө урынға әйләнеп бара.
       Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында, миҫал өсөн Красноярск йәки
       Омск ҡалаларын алайыҡ, үҙ спортсыларына ярҙам итеү өсөн спорт клубтарын муниципаль учреждениеларға әйләндергәндәр. Я рыштарҙа ҡатнашыу, миҙгелгә әҙерләнеү, тренер һәм уйынсыларҙың минималь ставкалары уларҙың бюджетына һалынған. Был үҙе үк Рәсәй чемпионаттарында һәйбәт һөҙөмтә
       тәьмин итә. Әгәр инде аҡса һалырға әҙер кешеләр табылһа, призлы урындар һәм юғары дивизиондар тураһында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
       Проблемалар тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин, әммә төрлө ҡыйынлыҡтар булһа ла, "Авиабаскет" киләсәккә өмөт менән ҡарай һәм пландар төҙөй. Тиҙҙән ӨДАТУ БР буйынса наркотиктарҙы контролдә тотоу идаралығы менән берлектә "Баскетбол наркотиктарға ҡаршы" девизы аҫтында стритбол буйынса ҡала ярыштары үткәрергә әҙерләнә. Әлегә төп иғтибар - Рәсәй чемпионатына. Юғары лиганың киләһе туры Өфөлә 11 - 1 2 декабрҙә үтәсәк. "Авиаторҙар" Воронеждың "Скиф" командаһы менән осрашыуға әҙерләнә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал