6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Дәрес урынына суд
09.12.05


       Өфөнөң 4 - се һанлы мәктәбендәге ҙур зал бер мәлгә суд ултырыштары залына әйләнде. Бында ике сәғәт дауамында кеше туҡмауҙа ғәйепләнгән дүрт үҫмергә ҡарата асылған эш ҡаралды.
       Был процесты үткәреү инициаторҙары - Ленин районы эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар һәм педагогтар сараға тыңлаусылар сифатында хәүеф төркөмөндәге үҫмерҙәрҙе, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан
       милицияла иҫәптә тороусыларҙы саҡырҙы. Был процесс улар өсөн яҡшы һабаҡ булырға тейеш ине.
       Суд алдында бөгөн дүрт иптәште балиғ булмағандар өсөн Ваҡытлыса изоляция үҙәгенә урынлаштырыу кәрәкме - юҡмы - ошо һорауҙы асыҡлау бурысы тора. 14 йәшлек мәктәп уҡыусылары бер нисә көн элек үтеп барған бер ғәйепһеҙ кешене , 19 йәшлек Өфө егетен ергә һалып типкесләй, үҫмерҙәрҙең береһе үҙе менән йөрөткән бура таяғы менән туҡмайҙар. Был
       "батырлыҡ" алдынан эселгән һыра уларға көс өҫтәй. Һөҙөмтәлә
       зыян күреүсе егет дауаханаға эләгә. Бәхеткә ҡаршы, уның йәрәхәттәре ғүмеренә ҡурҡыныс тыуҙырмай.
       Закон буйынса "еңелсә тән йәрәхәттәре" өсөн яуаплылыҡҡа 1 6 йәштән тарттырырға мөмкин, ә беҙҙең геройҙарға 14 йәш булғанлыҡтан, уларҙың ҡылығы "йәмәғәтселек өсөн ҡурҡыныс тыуҙырыусы эш" тип билдәләнде, бының өсөн яза сифатында баланы Ваҡытлыса изоляция үҙәгенә урынлаштырырға мөмкин. Беҙҙең осраҡта прокурор үҫмерҙәрҙең дүртеһенә лә 10 тәүлек
       биреүҙе һораны.
       Ата - әсәләрҙе, педагогтарҙы, милиционерҙарҙы тыңлағандан һуң, суд үҫмерҙәргә бер аҙ махсус приемникта булып сығыу ҡамасауламаясаҡ, тигән ҡарарға килде. Өс малай бишәр тәүлекк ә ултыртыла, дүртенсеһенә өс тәүлек билдәләнде. Әммә асыҡ ултырышты ойоштороусыларҙың үҙ алдына ҡуйған төп маҡсаты язаға тарттырыу түгел, әлбиттә, ә билдәле үҫмерҙәр миҫалында ҡалғандарға ла насар тәртиптең нәмәгә алып килтереп еткереүе
       ихтималлығын күрһәтеү. Әгәр бөгөнгө малайҙарға 16 йәш булһа , улар ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә ултырыр ине.
       - Минең практикамда бындай ултырыш тәүгеһе, - тине "БАШвестЪ" гәзитенә Ленин районы прокуратураһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Светлана Капустина. - Залда ултырған үҫмерҙәрҙең ике - өсәүһе булһа ла уйланһа, һәм артабан закон боҙмаҫҡа ҡарар итһә, беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәнек
       тип һанайым. Ғөмүмән, ошшондай асыыҡ процестар балиғ булмағандар араһында тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтендә бик һөҙөмтәле булмаҡсы. Беҙ уларҙы артабан да үткәрергә
       планлаштырабыҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал