6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ауырыуҙарға шәп бүләк
09.12.05


       Ҡорһаҡ бүҫере бөгөн үтә көнүҙәк проблемаларҙың береһе: хирургик дауалау талап иткән ауырыуҙар араһында бүҫер һигеҙ
       - егерме процент тәшкил итә. Республикала йәшәүселәрҙең өс - дүрт проценты ҡорһаҡ бүҫеренән яфалана. Һәм иң күңелһеҙе -
       йыш ҡына ( 40 процент) был "бүләккә" нәҡ эшкә һәләтлеләр - 20 - 50 йәштәгеләр дусар була.
       Нисек кенә булмаһын, был проблема киҫкенлеген юғалтмай. Һәм бүҫерҙе ҡырҡып ташлау буйынса операцияларҙың
       ҡатмарлашыу осраҡтары ла йыш күҙәтелә. Әммә был проблеманы хәл итеү юлы бар, Өфөлә "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең" Өфө станцияһындағы бүлексә
       дауаханаһы" базаһында ҡорһаҡ бүҫерен дауалауға арналған
       "Герниологияның көнүҙәк проблемалары" конференцияһы үтте.
       Конференцияның идея етәксеһе - Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургик ауырыуҙар һәм яңы технологиялар
       кафедраһы мөдире Олег Ғәлимов конференцияны лайыҡлы рәүештә үҙенсәлекле сара тип атарға мөмкин булыуын йәшермәне: Башҡортостанда тәүге тапҡыр реаль ваҡыт
       режимында операция барышын операция бүлмәһенән ултырыштар залына трансляциялау ойошторолдо. Ҡазан дәүләт м едицина академияһының эндоскопик хирургия кафедраһы профессоры, хирург һәм гинекологтарҙы яңы медицина технологиялары буйынса уҡытыу үҙәге етәксеһе, медицина фәндәре докторы Игорь Федоров "мастер - класс" күрһәтте.
       Йыйылыусылар - Өфөнөң төрлө дауалау учреждениеларынан килгән ҡунаҡтар, "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте дауаханалары вәкилдәре, Башҡорт дәүләт медицина
       университеты студенттары заман медицинаһының алға китешен ү ҙ күҙҙәре менән күреп инана алды.
       Конференцияла бүҫер ауырыуын итальян профессоры Трабуко ы сулы буйынса дауалауҙың яңы методикаһы тәҡдим ителде. Уның а сылы түбәндә: бүҫергә поливинилхлорид селтәр һалына, ул ҡорһаҡ тышсаһын нығытыуға булышлыҡ итә.
       - Быға тиклем файҙаланылған синтетик протездарҙан айырмал ы рәүештә, селтәр ҡорһаҡ тышсаһына тегеп ҡуйылмай, ә алғы ҡорһаҡ тышсаһы туҡымалары араһына һалына, - тип һөйләй университеттың хирургик ауырыуҙар һәм яңы технологиялар кафедраһы ассистенты Салауат Туйсин. - Ул туҡымалар араһына
       йәбешә, шуның менән бүҫерҙе юҡҡа сығара.
       Конференцияла ҡатнашыусылар ыңғай мәлде баһаланы: был осраҡта операция яһау ваҡыты байтаҡҡа ҡыҫҡара. Игорь Федоровтың оҫталығы ла һоҡланыуға лайыҡ - ул өс операция
       эшләп күрһәтте һәм һәр ҡайһыһынан һуң дауахананың конференция залына инеп, операция этаптары буйынса аңлатма б ирҙе, конференцияла ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуаптар ҡа йтарҙы. Уның "Трабуко ысулы" буйынса бындай операцияның бөтә донъяла таралыу тапҡанлығы һәм уның ҡатмарлыҡтар булдырмауы хаҡында һөйләүе ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
       Салауат Туйсин операцияларҙың трансляциялана башлауын алға ҙур аҙым яһау тип билдәләне. Телемедицина бюджет аҡсаһын экономиялауға, шулай уҡ " ауырыуҙарҙы дауалауҙа
       һөҙөмтәне күтәреү маҡсатында кәрәкле белгестәр менән
       туранан - тура элемтәгә сығыу, йөрөй алмаған ауырыуҙарға консультатив ярҙам күрһәтергә" булышлыҡ итә.
       Конференция аҙағында Өфө медицина структуралары
       вәкилдәре үҙҙәренең Ҡазандағы коллегаларына, "Эндоскан" фирмаһына һәм "Херниамеш" фирмаһының Рәсәйҙәге рәсми
       вәкилдәренә конференция үткәрергә мөмкинселек биргәндәре, ш улай уҡ операция барышында файҙаланылған селтәрҙәр менән буш лай тәьмин иткән өсөн пациенттар исеменән дә рәхмәт
       белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал