6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Уй, был минең оләсәйем бит!..
09.12.05


       Йәнле уйынсыҡ... Бала өсөн был бер юлы мөғжизә лә, ысынбарлыҡ та. Тылсымлы ҡурсаҡҡа эйәреп ул ысын әкиәт донъяһына эләгә, ә унда инде барыһы ла түҙемһеҙлек менән
       уның килгәнен көтә: шыршыла уттар яна, яуыз көстәр артҡа сигенә, юғалған әйберҙәр үҙенән - үҙе табыла, изгелек хөкөм
       һөрә. Ҡыш Бабай Яңы йыл менән ҡотлай - нәҡ уны ғына, башҡа бер кемде лә түгел!
       Балаға мөғжизә бүләк итеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Бала
       аңына мөмкин тиклем яҡынайтылған ҡурсаҡ театры нәҡ ошо көскә эйә. Ошондай күренешкә үҙем дә шаһит булғаным бар: сәхнәлә тере ҡурсаҡтар пәйҙә булғанда, спектаклгә килгән балаларҙың барыһы ла шатланып сыр - сыу килә.
       - Марионеткалар бик хәрәкәтсән ҡурсаҡтар, - тип һөйләй Өфөләге берҙән - бер күсмә Марионеткалар театры режиссеры
       Татьяна Перцева. - Спектакль барышында актерҙар күренмәй, шуға күрә ҡурсаҡ үҙе йөрөгән һәм һөйләшкән кеүек тойола. Балалар бер һүҙһеҙ ышана, әммә көтмәгәндә ширма артына килеп эләгеп, беҙҙең ҡурсаҡтарға нисек идара иткәнде күрһәлә р, уларҙың ҡайғыһының сиге юҡ.
       Актерҙарҙан беҙ Марионеткалар театрына 1995 йылдың октябрендә Өфө дәүләт сәнғәт институты (бөгөн академия) сығарылыусылары - актерҙар Марина Суханова, Александр
       Верхоземский һәм режиссер Татьяна Перцева тарафынан нигеҙ һ алыныуын белдек. Бөгөн актерҙар һәм уларҙың ҡурсаҡтары хәйриә эше менән шөғөлләнә: балалар йорттарында, инвалид балаларҙың ата - әсәләре ассоциацияһында, үҫеш буйынса артта ҡалған балалар өсөн 12 - се һәм 63 - сө махсус мәктәптәрҙә һәм башҡа урындарҙа сығыш яһай. Бынан тыш Марионеткалар театры Өфөнөң күп кенә балалар баҡсалары һәм м әктәптәрендә булған, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә лә йөрөгән.
       - Беҙ театрҙы балалар менән ижади эш алып барыу һәм уларҙ ы гуманизм ҡиммәттәре рухында тәрбиәләү өсөн ҙур булмаған
       лаборатория булараҡ төҙөнөк, - тип һөйләй Татьяна. - Төп принциптарыбыҙҙың береһе - уйынға балаларҙың үҙҙәрен йәлеп и теү, Аллаға шөкөр, беҙҙең аудитория ярайһы уҡ киң: 2,5 йәштә н 12 йәшкә тиклем. Балаға пассив тамашасы булыуға ҡарағанда спектаклдә әүҙем ҡатнашыуы нығыраҡ оҡшай. Бала өсөн ҡурсаҡ театры нәмә ул Асылда - әкиәттең ысынбарлыҡта пәйҙә булыуы:
       уның уйынсығы терелә, хатта уның менән һөйләшә башлай. Балалар әкиәт персонаждарының һорауҙарына яуап бирә, ауыр хәлдәрҙә уларға ярҙам итергә тырыша. Бер һүҙ менән әйткәндә,
       изге көстәрҙең еңеүе өсөн көрәшергә, ҡул ҡаушырып
       ултырмаҫҡа өйрәнә. Бының әүҙем тормош позицияһы башланғысы булыуын әйтеп торорға кәрәкме икән Бәхеткә ҡаршы, быны беҙ генә түгел, сабыйҙарҙың ата - әсәләре, шулай уҡ башҡа күп кенә өлкәндәр ҙә аңлай: беҙҙең спектаклдәр Башҡортостандың психологтар ассоциацияһы тарафынан юғары баһ аланды...
       Татьяна спектаклдәрҙең балаларға ла, ололарға ла ҙур йоғо нто яһауы хаҡында һөйләй. Балалар баҡсаһы мөдирҙәре менән ҡыҙыҡлы хәлдәр булғылай, ти ул. Бына, мәҫәлән, уларҙың береһ е "Сысҡан балаһы Марти тураһында әкиәтте" ҡарағандан һуң оҙа ҡ ҡына "Подвалдан сығырға ғына ҡурҡма, бәләкәс!" тип ҡабатла й. Иң ҡыҙығы, актерҙар һуңынан белеүенсә, был мөдирҙең бала лар баҡсаһынан китеп, эшҡыуарлыҡ юлына баҫыуы - үҙенең "подвалынан" сыҡҡан тимәк...
       Балалар яғынан да спектаклгә ҡарата бик ҡыҙыҡлы реакцияла р күрергә мөмкин, яңы йыл тамашалының береһен генә алайыҡ.
       Мәскәй әбей килеп сыҡҡан мәлдә бәләкәй тамашасылар үҙҙәрен төрлөсә тота: кемдер иларға тотондо, бер малай ултырғысҡа һикереп менеп әбейҙең "сихырын кире ҡайтара" башланы, ә бер ҡыҙ көтмәгәндә шатланып:" Уй, был минең оләсәйем бит!" - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
       Марионеткалар театры актерҙары өлкәндәрҙең дә бик иғтибарлы тамашасыға әйләнеүен раҫлай. Бала саҡҡа ҡайтыу мәлен улар төрлөсә үткәрә. Мәҫәлән, ҡаҙ бәпкәһе Дорофея спектакленән һуң әсәләрҙең береһе уларҙың ҡартатаһының 84
       йәшендә үҙе өсөн ҡурсаҡ театрын асыуы тураһында һөйләне:
       - Был уның тормошонда тәүге ҡурсаҡ спектакле ине, һәм
       беҙҙең күҙ алдында ул балаға әйләнде - әкиәтте шул тиклем бирелеп ҡараны, иланы ла, көлдө лә... Был уның ғүмеренең һуң ғы айы булыуы ҡыҙғаныс. Мин ҡурсаҡ театры балаларға ла, өлкәндәргә лә кәрәклегенә инандым. Сөнки ул һөйөүгә, изгелеккә - бөгөн беҙҙең барыбыҙға ла бик кәрәкле тойғоларға
       өйрәтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал