6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

"Мариинка" тыуған көнөн билдәләне
08.12.05


       1860 йылдың 7 декабрендә Өфөлә Пушкин һәм Телеграф
       урамдары (бөгөн Пушкин һәм Цюрупа урамдары) мөйөшөндә
       алты курслыҡ тәүге ҡыҙҙар училищеһы асыла. Башта күнекмәләргә 25 ҡыҙ йөрөй, бер йылдан уларҙың һаны етмешкә
       етә. Уҡыу өсөн түләү ярайһы уҡ юғары була, һәм училищеның барлыҡ ҡатлам балаларын да ҡабул итә тип һаналыуы ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
       1865 йылда училищеның исеме Өфө Мариинка ҡыҙҙар гимназияһы тип үҙгәртелә (император Павел беренсенең ҡатыны Мария Федоровна хөрмәтенә). 1870 йылға ете дөйөм белем биреү синыфына бер педагогик синыф өҫтәлә.
       1897 йылда гимназияның иҫке бинаһы эргәһендә ике ҡатлы таш йорт (бөгөн Пушкин урамы, 108) ҡалҡып сыға. Ул архитекто р Павел Павлович Рудавскойҙың етәкселеге аҫтында төҙөлә. Гимназияның беренсе синыфына туғыҙ йәштән 12 йәшкә тиклем, и кенсе синыфҡа - 10 - дан 13 - кә тиклем, өсөнсөгә - 11 - ҙән
       14
       йәшкәсә, дүртенсегә - 11 - ҙән 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡаб ул ителә. Гимназистка булыу өсөн иң мөһим доғаларҙы белеү, урыҫса дөрөҫ һәм асыҡ итеп уҡыу, китаптан күсереү һәм берҙән
       меңгә тиклем һандар менән эш итә белеү кәрәк була. Гимназия ла уҡырға теләүселәр начальница исеменә ғариза яҙа, унда метрика һәм сәсәк ауырыуына прививка эшләтелеүе тураһында танытма һалына. Мотлаҡ предметтарға өйрәтеү өсөн түләү йылына 46 һум тәшкил итә. 1879 йылда гимназияла 2445, 1882 йылда - 300 гимназистка белем ала.
       Уҡыу йортоноң төп эшмәкәрлеге ҡатын - ҡыҙҙарҙы "ғаилә бурыстарын башҡарырға" өйрәтеүгә ҡайтып ҡала.
       Февраль буржуаз - демократик революцияһынан һуң Мариинка ҡыҙҙар гимназияһы беренсе социалистик гимназия тип үҙгәртелә
       ( ҡайһы бер документтарҙа ул беренсе совет мәктәбе йәки
       беренсе совет гимназияһы тип тә атала). 1934 -1935 йылдарҙа н А. М. Горький исемендәге 3 - сө һанлы урта мәктәп тип атала башлай.
       Гимназияның революцияға тиклемге сығарылыусылары араһынан революционерка Инна Кадомцеваны билдәләргә була. Со вет осоронда сығарылыусылар - медицина фәндәре кандидаттары Л. Д. Ғатауллин, Р. Н. Тереғолов, Советтар Союз ы
       Геройы, авиация маршалы И. И. Пстыго, композитор Н. Ғ. Сабитов һәм башҡалар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал