6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Онанованың көслө ҡулдары
08.12.05


       Токио ҡалаһында армрестлинг буйынса донъя чемпионаты үтте.
       Был форумда Башҡортостандың бер юлы дүрт ҡул көрәшсеһе ҡатнашты. Стәрлетамаҡ намыҫын яҡлап бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулаусы Софья Әхмәтгәрева сығыш яһаны. Татьяна Онанова һәм Эдуард Зәйдуллин Бишбүләк районы өсөн көс һынашты, Өфөнән Николай Гастелло исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе Дмитрий Яковлев ҡатнашты.
       Турнир барышында беҙ яҡташтарыбыҙҙың сығышы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт эҙләп ҡараныҡ, тик барыһы ла бушҡа булды. Күп кенә интернет - порталдар үҙ яҡташтары яулаған наградалар тураһында хәбәр итте, ә беҙҙекеләр тураһында ләм - мим. "Моғайын уңышһыҙ сығыш яһағандар ҙа, шуға өндәшмәйҙәрҙер", - тип уйланыҡ беҙ, әммә, ҡыуанысҡа ҡаршы, хаталанғанбыҙ.
       Һәм бына беҙҙең делегацияның ҡайтыуы тураһында хәбәр алғас, Бишбүләк спортсыларының тренеры Гоча Онанашвили менән телефон аша бәйләнешкә индек.
       - Гоча Константинович, нисек һеҙгә Япония!
       - Иҫ киткес! Шул тиклем әҙәпле халыҡ! Бер тапҡыр беҙ ҡатыным менән аренаға яҡыныраҡ үтергә уйланыҡ, әммә юлда
       йәштәр тора ине. Беҙҙе күреп ҡалғас, улар барыһы бер кеше кеүек ситкә тайпылып юл бирҙе һәм ике тапҡыр, аңлайһығыҙмы, ИКЕ ТАПҠЫР ғәфү үтенделәр. Беҙҙә бит төртөп китә алалар, әммә алға үткәрмәйҙәр.
       Япондар үҙ спортсылары өсөн бик әүҙем "ауырый". Турнирға
       улар ике йөҙләп спортсы сығарҙы! Әммә 80 кешенән торған Рәсәй йыйылма командаһы турнир хужаларын артта ҡалдырҙы һәм тағы ла еңеү яуланы. Өсөнсө урында - АҠШ.
       Һәм тағы ла бер мөһим тәьҫорат. Япония - таҙа һәм матур и л. Барыһы ла автоматлаштырылған. Коммерция киоскылары урынына - автоматтар. Ҡунаҡханаларҙа, хатта артыҡ ҡыйбат булмағандарында ла номерҙар бик һәйбәт. Урамдарын саңһурғыс менән таҙарталар.
       - Һеҙгә Бишбүләктә лә урамдарҙы саңһурғыс менән таҙартырғ а тәҡдим итергә кәрәк.
       - Мине аңламаясаҡтар (көлә). Хәйер, беҙҙең хакимиәт башлы ғы Наил Ғатауллинға ҙур рәхмәт. Ул беҙгә юлға аҡса менән ярҙ ам
       итте.
       57 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында йәштәр араһында сығыш яһаусы Зәйдуллин һул ҡулы менән ярышып көмөш миҙал яуланы, ә унан күп тигәндә лә бишенсе һөҙөмтә көтәләр ине. Эдиктың уң ҡулы йәрәхәтләнгән - оҙаҡ ваҡыт ул б ыл ҡулы менән көрәшмәне, әммә хәҙер аҡрынлап элекке хәленә кире ҡайта башланы.
       Өфөлө Дмитрий Яковлев 63 килограмға тиклем ауырлыҡта юниорҙар араһында шулай уҡ һул ҡулы менән көрәшеп көмөш миҙалға лайыҡ булды. Стәрлетамаҡтан Софья Әхмәтгәрәева ике й әш егет эшләгәнде бер үҙе башҡарып сыҡты - һәр ҡулына берәр көмөш миҙал алды.
       Минең ҡатыным өс миҙал яуланы - барыһы ла бронза, улар өсөнсө урынға көрәштә яуланды. Оҫталар ярышында (40 йәштән ө лкәнерәк) ул пьедесталға барып етте. Ауырыраҡ категорияла (6 5 килограмға тиклем) ла сығыш яһаны. Унда Татьяна икенсерәк "алтынға" лайыҡ булды. Йәштәрҙе артта ҡалдырып, ул ҡеүәтле украин чемпионкаһына ғына биреште һәм бронза призер исемен яуланы. Был ҡаҙанышы өсөн уға хәҙер халыҡ - ара класлы спорт
       мастеры тигән исем биреләсәк! Шулай итеп, башҡорт
       спортсыларының һәр береһе миҙал менән ҡайтты.
       - Татьяна Онанова үҙенән йәшерәк спортсыларҙы ла еңеүгә өлгәштеме!
       - Эйе, өҫтәүенә Японияға осҡанға тиклем үк ул һалҡын тейҙереп ауырығайны.
       - Ниңә һаҡламанығыҙ һуң
       - Бына бит - кер элергә тип тышҡа сыҡҡан да һалҡын алдырға н.
       - Әгәр уның ҡулдары шул тиклем көслө икән, ниңә ул кер эле п йонсой, нығыраҡ итеп һыҡһа, кере кибә лә ҡуялыр, моғайын.
       - Әйтәм дә, тыңламай бит, эштән бушамай.
       - Телефонға яңы халыҡ - ара класлы спорт мастерын саҡырығыҙ әле!
       Татьянаның тауышы ысынлап та хәлһеҙ яңғыраны.
       - Беләһегеҙме - мин ысынлап та бик шат. Ауырыған көйөмә һәйбәт сығыш яһай алмаҫмын, тип ҡурҡҡан инем. Исем биреүҙәре айырыуса ҡыуаныслы. Ҡатын - ҡыҙҙар араһында конкурентлыҡ көслө булды, мастерҙар ярышы менән сағыштырғанда күберәк осрашуҙар үткәрергә тура килде.
       - Украинканы еңергә мөмкин инеме
       - Ул йәшерәк, таҙа һәм бик көслө. Беренсе осрашыуым уның
       менән булды. Мин уға ҡаршылашып та торманым. Артабан
       барыһын да еңеп килдем, һәм ярымфиналда тағы уға ҡаршы сыҡтым. Был юлы ҡаршылаштым, әлбиттә, әммә ул көслөрәк булып сыҡты. Әммә барыбер мин үҙемдең сығышымдан ҡәнәғәт.
       - Эх, ниңә генә һаҡланманығыҙ инде - кер элергә сығып һал ҡын тейҙергәнһегеҙ!
       - Иптәшем генә шулай тип уйлай ул. Минең версиям икенсерә к - мин балаларға күнекмә үткәрәм, уларҙан йоҡторғанмындыр, күрәһең.
       Бына бит Бишбүләктә армрестлингты нисек яраталар. Хатта сирле балалар ҙа өйҙәренән күнекмәгә ҡаса!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал