6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Барлыҡ сығымдар карта аша
08.12.05


       Пластик карталар бөгөн беҙҙең тормошта ҙур урын биләй ти п әйтеп булмай әле. Эйе, ҡайһы бер предприятиеларҙа ул мотла ҡ
       рәүештә индерелгән, күп кенә студенттар ҙа карта менән файҙалана. Әммә статистика күрһәтеүенсә, республикала йәшәүселәрҙең 25 проценты ғына әлеге ваҡытта банк карталарына эйә.
       Башҡортостан Республикаһының Милли банкында үткән конференция банк эшмәкәрлегенең ошо өлкәһенә арналды.
       10 йылға кире ҡайтһаҡ, нәҡ шул ваҡытта, 1995 йылда, беҙҙе ң
       республика территорияһында банк карталары менән хисаплашыу системаһы барлыҡҡа килеүен хәтергә төшөрөргә мөмкин. Йылдан - йыл улар көс йыя барҙы һәм ҡояш аҫтында үҙҙәренә тейешле урын биләне. 2000 йылда 200 мең кеше картаға эйә булған, 2003 йылда уларҙың һаны 600 меңгә еткән. Быйылғы йылдың беренсе октябренә пластик карталар менән файҙаланыусылар һаны 980 мең иҫәпләнә.
       Башҡортостанда карта менән иҫәп - хисап яһау өсөн һигеҙ төрлө түләү системаһы менән файҙаланырға мөмкин. Башҡортостанда йәшәүселәр араһында "УралСиб" банкыһының "Accord" системаһы абруй менән файҙалана. Бөгөн
       республикала пластик карталар менән файҙаланыусыларҙың 66 проценты ошо системаны хуп күрә. "VISA" (15 процент) һәм "Master Card" (8 процент) системалары менән файҙаланыусылар
       һаны ла тотороҡло рәүештә арта.
       Республиканың хеҙмәтләндереү өлкәһе банк карталарын файҙаланыуға әҙер. Ике меңдән ашыу сауҙа һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары уларҙы түләүгә ҡабул итә. БР ҡала һәм райондарында 500 банкомат ҡуйылған, 650 ҡулаҡса биреү пункты
       эшләй.
       Тик бына халыҡтың күпселеге банк карталарын түләү инструменты сифатында файҙаланырға әлегә әҙер түгел. БР сауҙа - хеҙмәтләндереү селтәрендә операцияларҙың ике проценты ғына банк карталарын файҙаланып башҡарыла.
       Банк карталарын файҙаланыусыларҙың фекерен белеү маҡсатында йәмәғәтселек вәкилдәренә ошо темаға ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндән һуң, түбәндәге картина барлыҡҡа килә.
       Студенттарҙың 20 проценты "барлыҡ сығымдар карточка аша үтә" тип яуаплай. Ғәҙәттәгесә, йәштәр яңылыҡты теләп ҡаршы ала. Эшҡыуар һәм етәкселәрҙең 10 проценты ғына ошондай яуап биргән. Халыҡтың ҡалған ҡатламдары араһында карточка менән даими файҙаланыусылар икенән алты процентҡа тиклем.
       Пенсионерҙарҙың 50 проценты, ауыл эшсәндәре һәм хужабикәләрҙең 40 проценты, эшсе һәм зыялыларҙың 30 проценты "карточка менән файҙаланмаясаҡмын" тип белдерә.
       Йәғни, халыҡтың иҡтисади йәһәттән әүҙем, күп йөрөүсе өлөш ө заманса түләү алымдарын да әүҙем файҙалана. Ә бер ерҙә лә
       эшләмәүсе йәки өйрәнелгән бер урында ултырыусылар тормоштарында ниндәйҙер үҙгәреш кәрәк тип тапмай.
       Конференцияла ҡатнашыусылар пластик карталар системаһының етерлек үҫешмәүендә элеккесә ҡулаҡса менән иҫәпләшеү популяр булыуы ғәйепле, тип һанай. Пластик картала р, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә бары тик ҡулаҡса алыу ысулы ғына,
       ти улар. Ә пластик карта аша төрлө коммуналь хеҙмәтләндереү , элемтә хеҙмәтләндереүе өсөн түләргә лә мөмкин булыр ине.
       Әммә киләһе өс - биш йылға күҙаллауҙар өмөтлө генә. Белгестәр әйтеүенсә, был ваҡытта банк карталары бизнесында ыңғай үҙгәрештәр көтөлә.
       Быға бәйле РФ Үҙәк банкыһы һәм уның территориаль
       бүлексәһе - БР Милли банкыһына банк карталарын файҙаланыуҙы көйләү өсөн стандарттар әҙерләү тәҡдим ителә. Бында беренсе сиратта хәүефһеҙлек темаһы тора. Мутлыҡ һәм ҡулланыусыларҙы яҡлау тураһындағы һорауҙар закондар кимәлендә хәл ителергә тейеш. Кредит ойошмалары ассоциацияларына төрлө түләү системаларын берләштереүҙе тәьмин итеү тәҡдим ителә. Шулай уҡ банк карталары системаһын
       үҫтереүгә йүнәлтелгән башҡа мөмкинселектәр тураһында ла етерлек әйтелде.
       Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе, мәҫәлән, бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш буйынса эшләй. 2003 йылдан башлап унда
       пилот проекты әҙерләнә, Башҡортостан бында тәжрибә үткәреү майҙаны булараҡ сығыш яһай. Билдәле булыуынса, һуңғы арала Бүлексә тик пенсионерҙар менән генә эшләмәй. 2002 йылдан башлап уның даими клиенттары - миллион пенсионерға - 188 мең
       страховкаланыусы, республиканың бер миллион һигеҙ йөҙ мең эшләүсе кешеһе һәм 400 мең льгота менән файҙаланыусыһы өҫтәлде. Яңы проектҡа ярашлы, әлеге ваҡыттан башлап карта
       эйәләре үҙҙәренең пенсия иҫәпләүҙәре хаҡында йыл аҙағында килгән "бәхет хаттарынан" түгел, ә заманса электрон технологияларын файҙаланып, теләгән ваҡытта бер нисә секунд
       эсендә кәрәкле мәғлүмәткә эйә була ала. Был системаны файҙаланыуға 70 мең кеше заявка биргән дә инде.
       Тимәк, бөгөн һеҙ пластик карталар менән файҙаланмаһағыҙ ҙ а, бер - ике йылдан төрлө түләү системаларын уңышлы берләштерә башламаҫһығыҙ тип әйтеп булмай. Артабан инде "Банк карталары менән файҙаланаһығыҙмы" тигән һорауға "Барлыҡ сығымдарым да карта аша үтә" тип яуап биреүселәр рәтенә инеп китергә лә күп ҡалмай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал