6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Ирҙәр яңғыҙы ҡалырға ярата, үҫмерҙәр - компьютер клубтарында ваҡыт үткәрә
07.12.05


       Фотолары гәзит биттәрен һәм урамдарҙағы стендтарҙы биҙәүсе
       кешеләр - улар ҡайҙа юғала "Эшкә тип китте һәм ҡайтманы... ", "Үҙ машинаһында туғандарға юлланды, әммә унда барып етмәг ән...", "Магазинға сығып китте һәм әлегә тиклем уның ҡайҙалы ғын белеүсе юҡ..." Республиканың эске эштәр органдарына көн дә
       уртаса алғанда 13 - 17 ошондайыраҡ йөкмәткеле ғариза килә. "БАШвестъ" гәзите хәбәрсеһенә әйтеүҙәренсә, әлеге ваҡытта республика милицияһы эҙһеҙ юғалған 400 кешене эҙләй. Быйылғы йылдың ун айы эсендә ике мең ярым самаһы кешене эҙләү тураһында иғлан бирелгән.
       Практика күрһәтеүенсә, иң йыш юғалыусылар - ирҙәр. Ғәҙәт тә улар йә эсергә ярата, тәғәйен йәшәр урыны юҡ, социаль көнкүреше яйға һалынмаған, улар хатта юғалмай ҙа - туғандары н иҫкәртергә онотоп, үҙҙәре, әйтәйек, аҡса эшләү юлын эҙләп сығып китә. Ҡатыны менән талашҡандан һуң ир кеше бер аҙға
       яңғыҙ ҡалырға теләп, туғандарының борсолоуы тураһында уйла п та бирмәйенсе "юҡҡа сыҡҡан" осраҡтар ҙа булғылай.
       Икенсе урында балалар һәм үҫмерҙәр тора. Күпселек осраҡта улар балалар йортонда йәки имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр. Был балалар берәҙәк тормошона тартылыусан була һәм уларҙың ата - әсә йортонан йәки дәүләт учреждениеһынан китеүе даими рәүештә ҡабатлана. Нигеҙҙә бер үк кешеләрҙе эҙләргә тура килә. Нормаль ғаиләләрҙәге балаларға килгәндә, башлыса балалар баҡсаһына йөрөү йәшендәге сабыйҙар юғала. Күп осраҡта улар тиҙ арала табыла.
       Әммә быйыл барлыҡ өфөлөләр алты йәшлек Андрюшаны
       эҙләүҙәрен күҙәтте. Ул юғалып дүрт ай үткәндән һуң баланың кәүҙәһе йылғанан табылды - малай боҙ аҫтына китеп һәләк булған. Ә был осраҡ тирәләй ниндәй генә хәбәрҙәр йөрөмәне.
       Халыҡ араһында иң таралған "версия" уның органдарын һатыу өсөн урлағандар тигән хәбәр булды. Башҡорт милицияһының оператив - эҙләү бүлегендә ете йәшлек ҡыҙ менән булған хәлде хәтергә төшөрҙөләр. Уның ата - әсәһе ҡыҙҙары юғалыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Икенсе көнө иһә беренсе синыф уҡыусыһы мәктәптә "икеле" алғандан һуң, оялыпмы, ҡурҡыпмы - өйөнә ҡайтмайынса, подъезда ҡуныуы асыҡлана.
       14 - 17 йәшлек үҫмерҙәр йышыраҡ юғала. Һуңғы арала уларҙы компьютер йәки уйын клубтарында табалар. Был йорттарҙың
       күбеһе тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм үҫмерҙәр ҡайһы ваҡытта бында көндәр буйы ғына түгел, аҙналап та йәшәй! Романтик рухтағы тарихтар ҙа булғылай, әлбиттә. Мәҫәлән, Өфөлә 14 йәшлек ҡыҙ юғала. Ата - әсәләре уны эҙләп хәлдән тая, ә
       милиция ҡыҙҙы имен - һау килеш таба: баҡһаң, ул үҙенең "Ромеоһы" менән Сибайға оләсәһенең хәлен белергә киткән.
       Артабан "сиратта" психик ауырыуҙар, шулай уҡ өлкән йәштәг е, хәтерен юғалтып яфаланыусылар һ. б. килә.
       Әгәр өҫтә һаналған категорияға инмәгән кешеләр юғалһа, милиция беренсе сиратта криминаль йәки бәхетһеҙ осраҡ версияһын тикшерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына был дөрөҫлөккә тап килә. Һуңғы ваҡытта, оператив - эҙләү бүлеге начальнигы Марат Ғиззәтуллин әйтеүенсә, таксистар һәм үҙ машинаһында пассажирҙар ташыусыларҙың юғалыуы үҙе бер бәләгә әйләнгән. Ғәҙәттә енәйәтселәрҙең күҙе автомобилгә йәк и аҡсаға төшә. Башта улар пассажир ҡиәфәтендә машинаға ултыр а, һуңынан кеше булмаған урында водителдән "ҡотола" (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына мәңгелеккә) һәм автомобилде ҡыуып алып китә.
       Әйткәндәй, машиналы кеше юғалһа, уны шунда уҡ федераль
       эҙләүгә иғлан итәләр. Балиғ булмағандар менән дә шундай уҡ
       хәл. Ҡалғандары башта урындағы эҙләү органдарында иҫәптә тора.
       Тәртип һаҡсыларының тағы бер баш ауырыуы - йәш ҡатындар. Әммә сексуаль хеҙмәтләндереү өсөн ҡыҙҙарҙы көсләп мәжбүр
       итеүҙәре тураһында раҫланған факттар юҡ, тип белдерҙеләр милицияла.
       Күптән түгел милицияға бер әрмән ҡатыны мөрәжәғәт итеп, ҡыҙының юғалыуы хаҡында белдергән. Һуңыраҡ ҡыҙҙы милли
       йола буйынса кейәүе урлауы асыҡлана. Әсәһе күҙ йәштәрен түккәндә, ҡыҙ һөйгәне менән һин дә мин йәшәп ятҡан.
       - Ҡыҙҙар аҡса эшләргә юлланһа ла, үҙ теләктәре буйынса. Ғәҙәттә Төркиәне, Египетты һайлайҙар, һуңынан туғандары уларҙың юҡҡа сығыуын белдереп ғаризалар яҙа, - тип һөйләй Марат Ғиззәтуллин. - Беҙ уларҙы эҙләйбеҙ, табабыҙ, ә ҡыҙҙарҙ ың ҡайтырға теләмәгәндәре лә булғылай.
       Маньяктарға килгәндә, бөгөнгө көндә республикала улар юҡ, тип ышандырҙылар беҙҙе (күҙ теймәһен). Һуңғы йылдарҙа кеше урлау осраҡтары ла булғаны юҡ икән. Бына законһыҙ рәүештә иркенән мәхрүм итеү осрағы булған: криминаль элементтар үҙ - ара мөнәсәбәттәрен асыҡлаған. Ә инде аҡса талау маҡсаты менән законһыҙ рәүештә иректән мәхрүм итеү осрағы була ҡалһа , эшкә шунда уҡ ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеүселәр
       ҡушыла.
       Һәм, ниһайәт, милиция тарафынан эҙләнеүселәрҙең айырым категорияһы - йәшеренеп ятыусы енәйәтселәр. Быйыл ундайҙарҙың һаны өс мең ярым булған. Әлеге ваҡытта 800 - гә яҡыны иректә ҡала.
       Кешенең юғалыуы тураһында ғаризаны ниндәйҙер насар хәл булыуы мөмкинлеген тойомлау менән яҙа алаһығыҙ. Мәҫәлән, ирегеҙ бер ваҡытта ла төнгә ҡалмай торғайны, ә бер көн килеп эштән ҡайтманы, кеҫә телефоны ла яуап бирмәй. Һеҙҙең
       ғаризаны ҡабул итергә тейештәр. Эҙләүгә ҡасан тотонасаҡтары
       инде икенсе һорау. Оператиив - эҙләү бүлегендә әйтеүҙәренсә милициянан барлыҡ ғариза һәм материалдар прокуратураға йүнәлтелә, ун тәүлек дауамында уларға юридик баһа бирелә. Кешенең юғалыу факты буйынса йә енәйәт эше ҡуҙғатыла, йәки инде ҡуҙғатылмай.
       - Әммә был кешене эҙләмәйәсәктәр тигәнде аңлатмай, - ти Марат Ғиззәтуллин.
       Беренсе сиратта, тәртип һаҡсылары барлыҡ айнытҡыстарға,
       дауаханаларға, милиция бүлектәренә, мәйетханаларға шылтыратып белешә, шулай уҡ Өфө Эске эштәр идаралығының бәхетһеҙ осраҡтар бюроһына мөрәжәғәт итә. Был бюрола юл - транспорт авариялары, янғын, башҡа төрлө бәхетһеҙ осраҡтарҙың билдәһеҙ ҡорбандары тураһында мәғлүмәт йыйыла. Ә йткәндәй, тәүлек әйләнәһенә эшләүсе был бюро хеҙмәтләндереүе менән һәр кем файҙалана ала.
       Артабан милиция арсеналында - киң мәғлүмәт сараларына иғландар биреү.
       - Уның буйынса шылтыратыуҙар күп була, һәм береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмай, - ти Марат Ғиззәтуллин.
       Ҡайһы ваҡыт экстрасенстарҙың ярҙамына ла мөрәжәғәт итергә
       тура килә, тип таный әңгәмәсем - улар ҡайһы ваҡыт дөрөҫ эҙ
       алырға ярҙам итә.
       Закон буйынса хәбәрһеҙ юғалған кеше биш йыл дауамында эҙләүҙә тип һанала. Был ваҡыт эсендә табылмаһа инде, уның вафат булыуы таныла.
       - Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү проблемаһы беҙҙә һәр саҡ айырым контролдә тотола, - ти Марат Ғиззәтуллин. - Бөгөнгө
       көнгә был йәһәттән хәл тотороҡло, илдең башҡа төбәктәре фонында бер ҙә насар күренмәйбеҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал