6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Беҙ үҙебеҙ урындағылар түгел
06.12.05


       Беренсе әйткән һүҙ икенсеһенән мөһимерәк. Башҡортостанда
       урындағы үҙидара 1 ғинуарҙан эшләй башлаясаҡ - был факт. БР
       Президентынан ҡала Хөкүмәт тә әйтелгән һүҙгә тоғролоғон
       раҫланы, ә республика парламенты һуңғы ултырышта муниципаль реформа башланғысын хуплаусы сираттағы закондар п акетын ҡабул итте. Ярайһы уҡ өҫтәмәләр менән - был да шулай уҡ факт. Сәбәп - муниципаль берәмектәрҙе тулыһынса тәьмин итеү өсөн үҙҙәренең дә аҡсаһы етмәй, һәм оҙаҡ ҡына етмәйәсә к әле.
       Территориаль сикләүҙәр йәһәтенән Башҡортостанда барыһы ла
       аңлашылды. Урындағы Советтарға һайлауҙар сифатлы ғына үткәрелде. Хәҙер инде муниципаль берәмектәрҙең конкурс комиссиялары юғары квалификациялы һәм эшсән хакимиәт башлыҡтарын һайлармы тип борсолоуға сәбәп юҡ. Дәүләт Йыйылышы депутаттары комиссияның бик яуаплы һәм уҡымышлы ке шеләрҙән торған өлөшөн төҙөнө ( ҡалған яртыһы урындағы Советтарҙың бурысы) - унда парламентарийҙар ҙа, башҡарма власть етәкселәре лә, мәғариф һәм профсоюз етәкселәре лә, ҙу р дәүләт предприятиелары вәкилдәре лә инде. Властың
       ҡыҙыҡһыныуы ҡайҙа йүнәлтелгәнен еңел тойомларға
       мөмкин, мәҫәлән, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров башлыҡ һайлау буйынса ике - Өфө һәм Ишембай конкурс комиссияларында ҡатнаша.
       Әйткәндәй, республика Президенты эргәһендәге урындағы
       үҙидара буйынса Совет комиссияһы дәғүәселәрҙән документтар ҡабул итеүҙе тамамланы ла инде. Конкурс, көтөлгәнсә, артыҡ ҙурҙарҙан булмаясаҡ. Мәҫәлән, "Өфө ҡалаһы" ҡала округында өс
       дәғүәсе имтихан тапшырасаҡ, уларҙың береһе - баш ҡала
       хакимиәте башлығы Павел Качкаев. "Абитуриенттарҙы" төбәктең
       тарихын, бюджет һәм конституцион закондарҙы белеүгә ҡоролған мәкерле һорауҙар һәм башҡа һынауҙар көтә.
       Бөтә Рәсәй өсөн йөҙәр меңләгән уҡымышлы муниципаль кадрҙар табыуы мөмкин булмауы аңлашыла. Башҡортостан да был йәһәттән ситтә ҡалмай. Әммә урындағы үҙидара етәкселеге аҫтында халыҡҡа нисек тә йәшәй башларға кәрәк. Кәм тигәндә лә йәшәйештең насарайыуына юл ҡуйырға ярамай. Шуға күрә республика хөкүмәте парламентҡа "Күсеү осоронда урындағы һалымдар билдәләү, уларҙы үҙгәртеү һәм бөтөрөү буйынса биләмәләрҙең урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрен хәл итеү тәртибе тураһында " закон проектын индерҙе. 2006 йылда биләмәләр территорияһында физик шәхестәрҙең милкенә һалым һә м ергә һалымды муниципаль райондарҙың урындағы үҙидара органдары индерәсәк. БР хөкүмәте вице - премьеры һәм финанс
       министры Айрат Ғәскәров аңлатыуынса, был муниципаль район территорияһында берҙәм һалым сәйәсәте зыян күрмәһен өсөн эшләнә. Һәр ҡала һәм ауыл биләмәләрендә үҙ һалым ставкаһын
       булдырыу уйы башҡа килһә - бының ниндәй эҙемтәләргә алып килеүен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
       "Күсеү осоронда биләмәләрҙең урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрен хәл итеү тураһында" закон проекты республика Хөкүмәте тарафынан ошо уҡ юҫыҡта әҙерләнгән. Ул парламентта беренсе уҡыуҙы үтте һәм йыл аҙағына тиклем мотлаҡ ҡабул
       ителәсәк. Шулай итеп, закон проекты күсеү осоронда биләмәләрҙең урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрен хәл итеүҙе муниципаль райондарҙың урындағы үҙидара органдарына
       тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Барлыҡ бурыс һәм хоҡуҡтарҙы иҫәпләп уҡыусыны ялҡытмаҫ өсөн ҡыҫҡа ғына итеп әйтәм - улар барыһы ла быға тиклем дә башҡарылған эштәр. Әммә әлеге ваҡыттан башлап, биләмәләрҙең вәкиллекле һәм башҡарыусы органдар яуаплы кимәлдә идаралыҡ ҡарарҙарын ҡабул итеү технологияһын үҙләштергәнгә тиклем, былар барыһы ла "үтескә алынған" кеүек буласаҡ. Закондың 14 пунктында муниципаль
       мөлкәткә эйә булыу, файҙаланыу һәм идара итеүҙән алып
       дауалау - һауыҡтырыу урындарын һәм урындағы әһәмиәтле курорттарҙы үҫтереүгә тиклем барыһы ла бар. Бөгөн төбәк башҡарма власы урындағы власҡа "үҙ шарттарын көсләп
       тағыу" өсөн тулы әхлаҡи хоҡуҡҡа эйә: 2006 йылға ғына ла Башҡортостан бюджетында урындағы бюджеттарға ярҙам өсөн 15 миллиард һум һалынған.
       Муниципалитеттарҙың уҡыуы күпме дауам итер - быны бөгөн аныҡ ҡына билдәләүе ҡыйыныраҡ. Әлегә әйҙә күҙәтһендәр, сағыштырһындар, әҡдимдәр индерһендәр. Параллель рәүештә
       муниципаль хеҙмәткәрҙәр армияһын төҙөү бара. "Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәттең муниципаль вазифалар ре естры тураһында" яңы закон биш төркөм муниципаль вазифалар исемлеген билдәләй. Икенсе закон менән
       республиканың Дәүләт Йыйылышы урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күләме сиктәрен билдәләне. Әйткәндәй, был шарттар "дәүләт власы органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы шарттарын тулыһынса ҡабатлай". Һәм тағы: республика бының менән бюджет тәьмин ителеше республика ҡаҙнаһынан дотация талап иткән муниципаль
       берәмектәр өсөн "йәмғиәт хеҙмәтселәренең кеҫә нормативын" да билдәләй.
       Хеҙмәткәрҙәр тураһында дәүләт хәстәрлеген дауам итеп парламент беренсе уҡыуҙа муниципаль хеҙмәткәрҙең ялын һәм уның хеҙмәт йылдары өсөн пенсия күләмен билдәләүсе закон
       проекттары ҡабул итте. Барыһы ла һәйбәт буласаҡ, - тип хәл итте депутаттар, - был хоҡуҡтарҙа муниципаль хеҙмәткәрҙәр "тулы күләмдә" дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән тигеҙләшә. Хәҙер инде эш күрһәтергә лә мөмкин. 1 ғинуарҙан яңыса йәшәй башлаясаҡбыҙ, хәйер уйҙарыбыҙ иҫкесә ҡала әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал