6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Йәштәр ураҙаны байрам итәме
17.11.03


       Мосолман календаре буйынса әлеге ваҡытта изге Рамаҙан айы
       бара. 24 ноябргә тиклем барған Ураҙа ваҡытында мосолман ке шеләренә үҙҙәрен бөтә яҡлап камиллаштырыу кәрәк: кешеләрҙ е ғәфү итеү, уларға ҡарата миһырбанлы булыу талап ителә. Ураҙа тотоу Ислам диненең төп ҡанундарының береһе булып тора , шуға күрә уны теүәл үтәү кәрәк. Ә бына йәштәр был милли байрамға ниндәй ҡарашта икән Ошо һорау менән беҙ урамда ос ратҡан йәштәргә мөрәжәғәт иттек. Лейла: - Ураҙа ваҡытында организм таҙарыныуынан тыш рухи яҡтан сафл аныу ҙа бара. Мин ,мәҫәлән, үҙемде еңеләйгәндәй итеп тоям. Ирек: - Ураҙа - һәйбәт нәмә инде ул. Мин барлыҡ насар ғәҙәттәремд ән баш тарттым хатта. Лилиә: - Әлбиттә, иң элек быға әхләҡи әҙерлек кәрәктер. Ҡояш ҡалҡҡа нсы ашап алғандан һуң, үҙеңде аҙыҡ - түлекте сарыф итмәҫәк ә тырышыуҙан түгел, ә Аллаһа Тәғәләгә инанған өсөн Ураҙа тот орға әҙерләргә кәрәк.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙең барыһы ла бындай фекерҙә түг ел. Нәзәҡәтле кейенгән бер ҡыҙ кеҫә телефонынан айырылмай ғына бер генә фраза әйтте: - Ә-ә, теге һарыҡ һуйған саҡмы Сираттағы әңгәмәсебеҙ, күрәһең, хэви -металл доньяһында "йә шәүсе" йәш егет үҙенең мөнәсәбәтен былай тип белдерҙе: - Минең быға бер ниндәй ҙә эшем юҡ. Был байрам артыҡ бер ял
       көнө һәм күңел асыу өсөн сәбәп кенә буласаҡ. Байрам тураһында төптәнерәк белгән кешеләр ҙә осраны:
       - Эйе, әле изге Рамаҙан айы барыуы тураһында мин беләм. Мин ең өләсәйем ураҙа тота. Ә мин иһә ябығыр өсөн генә ризалашы р инем. Туҡталышта һыра шешәһе тотҡан егет: - Ураҙа ваҡытында спиртлы эсемлектәр эсергә, һүгенергә ярам ай...Бер ай буйы! ҡ, был минең өсөн түгел.

Лариса Мөхәмәтуллина, Эльвира Әғлетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал