6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Михаил Задорновтың атаһы Өфө театрында уйнаған
06.12.05


       1909 йылдың 5 декабрендә билдәле рус яҙыусыһы Николай Павлович Задорнов донъяға килгән, Алыҫ Көнсығышты үҙләштереү, ергиҙәрҙәрҙең батырлығы тураһындағы билдәле тарихи романдар циклы өсөн уға Сталин премияһы тапшырыла.
       Бала сағында уҡ Николай Задорнов яңы ерҙәр асырға, Арсенье в һәм уның тоғро дуҫы Дерсу Узала һуҡмаҡтары буйлап үтергә
       хыяллана. Хыялы тормошҡа аша. Ул Пензала ветеринар
       ғаиләһендә донъяға килә. Бала сағын Себерҙә үткәрә. Читала туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Владивостоктың Көнсығыш институтына уҡырға инә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бер ни сә йыл дауамында Себер һәм Алыҫ Көнсығышта, Урал театрҙарында актер булып эшләй.
       Ошонда Задорнов үҙе өсөн яңы ер - Башҡортостанды аса.
       Яҙыусы беҙҙең яҡтарҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ярата:
       - Башҡортостанға мин үҙенсәлекле һөйөү тойғоһо һаҡлайым. Һәм бында бик аҙ ваҡыт йәшәүемә ҡарамаҫтан, ул минең хәтеремдә ҙур урын биләй: сөнки ижади биографиямдың мөһим өл өшөнә бәйле.
       Өфөгә минең актер булараҡ килеүемде күптәр хәтерләмәйҙер ҙә инде ( был утыҙынсы йылдарҙа булды). Рус драма театры сәхнәһендә уйнаным, уның менән бергә Белоретҡа гастролдәргә сыҡтым һәм был төбәктең кеше аяғы баҫмаған, үҙемдең тыуған яғым - Байкал аръяғын хәтерләткән тәбиғәтенә хайран ҡалып,
       шунда тороп ҡалдым (был 1935 йылда булды).
       ... Белоретҡа тәүге тапҡыр килгәндә мине был ҡалала бөтә нәмә таң ҡалдырҙы. Айырыуса домна мейестәре гөрләгән
       заводтар. Унда һөт кеүек ҡорос ҡайнай, мейестәр эргәһендә зәңгәр күҙлек беркетелгән киң эшләпәле кешеләр эшләй.
       Ҡала уртаһында ҙур быуа йәйелеп ята. Ҡаланы тирә - яҡтан урман менән ҡапланған бейек тауҙар уратып алған...
       Николай Павлович Задорнов Белоретты үҙенең "ижади бишеге " тип атай. Бында "Белорет эшсеһе" гәзитендә ул үҙенең журналист эшмәкәрлеген башлап ебәрә.
       Яҙыусы үҙе был турала түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Гәзит мөхәрририәте мине Әүжәнгә алтын приискыларына командировкаға ебәрҙе. Һаҡаллы кешеләр гөрләп аҡҡан инештә
       алтын йыуа. Приискынан ҡайтышлай мин тимер рудаһы сығарған урында ла булдым. Тәүге очерктарым руда ҡаҙыусылар һәм алтын йыуыусыларға арналды.
       ... 1936 - 1937 йылдарҙа Өфөлә "Красная Башкирия" гәзитен дә эшләгән ваҡытта Николай Павлович ҡыҙыҡлы сәфәрҙәрҙә йыш була. Яңы очерктар яҙа, яңы тәьҫораттары менән уртаҡлаша, әммә тәүгеләре уның өсөн иң ҡәҙерлеләре булып ҡала.
       Белорет Задорнов өсөн ысынлап та ижади бишек ролен үтәй. 1937 йылда бында ул башҡорттар һәм тау эшселәренең бергә
       көрәшеүе тураһында үҙенең тәүге тарихи повесын яҙа (ул 1956 йылда баҫыла).
       - Повестың сюжеты Башҡортостанда барлыҡҡа килде
       (геройҙарымдың прототиптары Белоретта йәшәй ине). Шунда уҡ яҙылды ла. Әйткәндәй, үҙ ғүмеремдә тәүге художество әҫәре
       булыуға ҡарамаҫтан, ул еңел яҙылды.
       Повеста һүрәтләнгән ваҡиғалар ун туғыҙынсы быуаттың икенс е яртыһында бара. Унда Көньяҡ Уралда тау - руда заводтары эшселәре һәм ярлы башҡорттарҙың революцион хәрәкәте тураһында бәйән ителә. Үҙәк урында - изге күңелле башкиҫәр Мәғәсүм һәм оҫта Гурьяныч, уларҙың дуҫлығы. Мин халыҡты
       яҡлаусыларҙың тере, тулы ҡанлы образын булдырырға теләнем. Крайҙың тарихы буйынса архив материалдары менән ентекле таныштым, башҡорттарҙың көнкүрешен, ғөрөф - ғәҙәттәрен
       өйрәндем.
       Повесть үҙ ваҡытында "Советская Латвия" әҙәби альманахынд а нәшер ителә, "Йәш гвардияла" айырым баҫма булып сыға. Һәм
       бына Өфөлә сығасаҡ. Был минең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға...
       Һуғыш алдынан уның "Амур - батюшка" тип аталған романыны ң беренсе өлөшө баҫыла. Был ваҡытта ул нанай ауылдары буйлап
       күп йөрөй, "Далекий край" романы өсөн материал йыя. Үҙ ғүме ре эсендә Николай Задорнов күп әҫәрҙәр ижад итә. Улар хаҡынд а "Әҙәби энциклопедиянан" уҡып белергә мөмкин.
       1946 йылдан башлап яҙыусы Ригала йәшәй һәм эшләй. Барыбыҙға ла яҡшы билдәле талантлы юморист - сатирик Михаил Задорнов та ошонда тыуа. Әммә 1992 йылда уның "Аргументы и факты" гәзитенә биргән интервьюһында юморға ишара ла юҡ.
       - Минең өсөн Рига, Юрмала көс биреүсе урын булды. Хәҙер мин Латвияла булырға яратмайым, әсәйемдең хыялы - Риганан китеү. Атайым күптән түгел генә шунда вафат булды, йәғни уны бер нисә сәбәп ҡәбергә һалды тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Беҙҙең фатирға бер юлы өс хужа табылды, йәнәһе, ҡырҡынсы йылдарға тиклем улар бында йәшәгән. Был әфәнделәр коммуналь фатирҙа йәшәгән, буғай, тигән тәьҫорат ҡала.
       Әммә иң мөһиме, беҙ ҡапыл ғына был илдә сит кешеләргә әйләндек...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал