6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ерҙә эшләргә теләк бар
05.12.05


       Бөгөн Рәсәй сит ил аҙыҡ - түлек тауарҙары һатып алыуға б ик күп аҡса түгә. 2004 йылда был мохтажлыҡҡа 13 миллиард һум , быйыл алты айҙа - 8,5 миллиард һум тотонолған. Был аҡсаны ниңә Рәсәйҙең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә ярҙам итеү өсөн ҡулланмаҫҡа Яҡын арала нәҡ ошо эшкә нигеҙ һалыныр тип уйларға сәбәп бар
       Беҙҙең республика Рәсәйҙә "Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы үҫеше" милли республика проектын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаусы тәүге төбәк. Алдағы биш йылда республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы даими рәүештә алға һәм юғарыға хәрәкәт итәсәк. Реаль бизнес - пландары булған конкрет проекттар өҫтөндә эш бара. Уларҙы финанслауға ярайһы уҡ ҙур инвестициялар йүнәлтеү - алдағы биш - алты йылға - ун миллиард һум самаһы - планлаштырыла . Алдағы ике йылға малсылыҡты үҫтереүгә 267 миллион
       һум күләмендәге инвестиция кредиттары буйынса процент ставкаларын субсидиялау планлаштырыла. Шул иҫәптән сумманың өстән ике өлөшө федераль бюджет иҫәбенән бүленәсәк.
       - Агросәнәғәт комплексы үҫешенең дөйөм милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостандың пилот төбәге булыуы бик ихтимал, - тип билдәләне Башҡортостанға сәфәр менән килгән Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Сергей Митин. - Өҫтәүенә республика тәҡдим ителгән проекттарға инвестиция сығымдарының өстән бер өлөшөн финанслауға әҙер. Ә иң мөһиме - Башҡортостанда уңышлы эшләүсе агросәнәғәт комплексы һаҡлана.
       Республика Йортонда "Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы үҫеше" милли проекты сиктәрендә ауыл хужалығы өлкәһендә проекттарҙың презентацияһы булып үтте.
       Сарала БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте
       Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Сергей Митин һәм башҡалар ҡатнашты.
       Презентацияла ике йүнәлеш ҡаралды. Тәүгеһенең асылы - сусҡа ите, ҡатнаш аҙыҡ етештереү, ит эшкәртеү һәм ит продукттары һатыуҙы үҙ эсенә алған юғары һөҙөмтәле малсылыҡ бизнесы булдырыу. Икенсеһе халыҡты сифатлы һөт продукты менән тәьмин итеү һәм һөт фермаһы төҙөү буйынса юғары технологиялы рентабелле ауыл хужалығы предприятиелары төҙөүгә йүнәлтелә.
       Сусҡасылыҡ буйынса бер нисә проект күҙ уңында тотола. "Мәләүез ит комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Экстра - аҙыҡ" Ҡандра ҡатнаш аҙыҡ заводы, "Балтас", "Саҡмағош", "Стәрлетамаҡ" сусҡасылыҡ комплекстары ингән "Башагро"
       компаниялары төркөмө нигеҙендә юғары һөҙөмтәле малсылыҡ бизнесы булдырыу тәҡдим ителә. Унда сусҡа ите, ҡатнаш аҙыҡ
       етештереү, ит эшкәртеү һәм ит продукттары һатыу эштәре башҡарыласаҡ. Шулай уҡ проект сиктәрендә ҡатнаш аҙыҡ заводын үҙгәртеп төҙөү, ҡатнаш аҙыҡ етештереү буйынса мобиль
       комплекстар һатып алыу һәм Мәләүез ит комбинатын үҙгәртеп ҡороу тәҡдим ителә.
       "Промцентр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сусҡасылыҡ һәм малсылыҡ үҫешенең икенсе проектын тәҡдим итә. Был предприятиеға Яңауыл районының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре инә. "Яңауылагропром" агрохолдингы төҙөү планлаштырыла, унда фәнни - етештереү үҙәге, агросервис үҙәг е һәм ит комбинаты буласаҡ.
       Өсөнсө проект менән "Газинвест - Агро" яуаплылығы сикләнг ән йәмғиәте сығыш яһаны. Унда перспективала Илеш районының "Сигнал" комплексы базаһында сусҡасылыҡ комплексы төҙөү күҙ уңында тотола. Комплекс ҡоролмаларын үҙгәртеп ҡороу, малдарҙы аҫрау, ашатыу, аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡорамалдарҙы монтажлау күҙаллана. Комплексты төҙөү "Илешмясо" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство ихтыяждарын сеймал менән тәьмин итергә мөмкинселек бирәсәк.
       Һөт малсылығы буйынса дүрт проект тәҡдим ителде. Шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү менән шөғөлләнеүсе
       "Агрогалс" яуаплылығы сикләнгән ауыл хужалығы предприятиеһы мең баштан торған һауын көтөүенә һөт фермаһы төҙөү проекты менән сығыш яһаны.
       Республиканың иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булған "Артемида" крәҫтиән - фермер хужалығы яңы һөт етештереү һәм эшкәртеү комплексы төҙөүҙе планлаштыра. Бөгөн хужалыҡта дүрт һөт етештереү фермаһы һәм ике сусҡа
       фермаһы эшләй.
       "Өфө һөт заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Стәрлетамаҡ һөт комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Нефтекама һөт заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтен үҙ эсенә алған "Аллат" компаниялар төркөмө ғәйәт ҙур проект менән сығыш яһаны. "Аллат" үҙенең сеймал базаһын булдырырға теләй. Бының өсөн Башҡортостанда булған ауыл хужалығы предприятиелары базаһында 2500 - әр һауын һыйырҙан торған өс һөт етештереү хужалығы асыу планлаштырыла. Яңы төҙөлөш алып барыласаҡ,
       шулай уҡ булған объекттарҙы яңыртыу, яңы ҡорамалдар һәм тоҡом малы һатып алыу күҙ уңында тотола.
       Республикала һөт продукттары етештереүсе иң ҙур ябыҡ акционерҙар йәмғиәте "Мәләүез һөт - консерва комбинаты" өс һөт етештереү фермаһы төҙөргә ниәтләй. Проектты тормошҡа
       ашырыу предприятиеға үҙ эшмәкәрлеген сеймал менән тәьмин
       итергә һәм производство ҡеүәтен тулы көсөндә файҙаланырға мөмкинселек бирәсәк.
       Етенсе декабргә тиклем барлыҡ бизнес - пландар республиканың Ауыл хужалығы министрлығында йыйылырға һәм Рәс әй Ауыл хужалығы министрлығына йүнәлтелергә тейеш.
       "Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы
       үҫеше" проекты уңышлы тормошҡа ашырылған хәлдә, 2008 йылға лизинг буйынса ун мең баш һыйыр малы, өс меңдән ашыу с усҡа һәм ике мең баш һарыҡ һатып алынасаҡ.
       Һәм тағы ла бер факт - һуңғы ун йыл эсендә республиканың ауыл халҡы 52 меңгә артҡан, тимәк, әйтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыусы, ерҙә эшләргә теләк белдереүселәр бар тигән һүҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал