6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Профсоюздар быуаты дауам итә
05.12.05


       Быйыл профсоздар үҙҙәренең юбилейын билдәләй. 20 - се бы уат таңында Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән эшселәр хәрәкәте ойошҡан
       пролетариаттың ниндәй көскә эйә булыуын күрһәтте. Баҙар
       капитализмы үҫешенең яңы стадияһында Рәсәй профсоюзы 21 - с е быуатҡа ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫа.
       Рәсәй профсоюздарының 100 йыллығына арналған тантаналы
       йыйылышта БР Президенты Мортаза Рәхимов, республиканың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе лидеры Мансур Әйүпов, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, парламент депутаттары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Сараның төп геройҙары булып профсоюз хәрәкәте ветерандары һәм бөгөнгө профсоюз хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны, әлбиттә.
       Башҡортостанда тәүге профессиональ союздарҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш этаптарын һүрәтләүсе театрлаштырылған тамашанан һуң, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмерхан Сә мирханов һүҙҙе Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовҡа бирҙе.
       - Егерменсе быуат башында барлыҡҡа килгән пофсоюз ойошмалары был ваҡыт эсендә ҙур һәм лайыҡлы тарихи юл үтте, - тип билдәләне Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Улар эшсәндәрҙе үҙҙәренең дөйөм мәнфәғәттәрен яҡлау, хеҙмәткәрҙәрҙең эш һәм көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, күп төрлө мәҙәни ихтыяждарын ҡә нәғәтләндереү маҡсатында берләштерҙе. Бөгөн профсоюздарҙың мөһим эш йүнәлеше булып эш биреүселәр һәм дәүләт власы органдары менән берлектә булдырылған социаль партнерлыҡ механизмдарын тормошҡа ашырыу тора.
       Башҡортостан Президенты Түбәнге Новгородта үткән Волга буйы федераль округы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең конференцияһында Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһын булд ырыу саралары сиктәрендә ун вәкил иҫәбендә БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмерхан Сәмирхановтың да һайл аныуын хәтергә төшөрҙө. Был профсоюз алдынғыһының эшмәкәрлеген таныуға дәлил, - тип билдәләне Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Бынан тыш, нәҡ беҙҙең республикала профсоюз эшмәкәрлегенең с ағыу үҙенсәлеге булып республика Конституцияһы һәм закондарына профсоюздар эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен
       тәьмин итеүсе нормалар индерелеүе тора - 1993 йылда төбәкте ң закон сығарыусылары илдә беренселәрҙән булып профсоюздар т ураһында махсус закон ҡабул итте. 90 - сы йылдарҙан башлап даими рәүештә дәүләт власының республика органдары, эш биреүселәр һәм профсоюздар араһында генераль өс яҡлы килешеүҙәр, шулай уҡ тармаҡ килешеүҙәре булдырыла.
       Сығыш аҙағында республика башлығы ҙур ҡәнәғәтлек менән
       профсоюз хеҙмәткәрҙәренең ҙур төркөмө Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ булыуы хаҡында хә бәр итте. Салауат Юлаев орденын Мортаза Рәхимов шунда уҡ Әме рхан Сәмирхановҡа тапшырҙы. БР Почет грамоталары һәм исемдәре менән билдәләнеүселәр араһында - иҡтисадтың производство һәм бюджет тармаҡтарының профсоюз ойошмалары рәйестәре, шулай уҡ Профсоюздар федерацияһы аппараты, профсоюздарҙың республика комитеттары
       хеҙмәткәрҙәре, хәрәкәт ветерандары ла бар.
       Яуап итеп Әмерхан Сәмирханов Башҡортостандың 1 200 000 профсоюз ағзаһы исеменән эшләп килгән әүҙем социаль партнерлыҡ йолаларын һаҡлап ҡалырға вәғәҙә итте. Уның фекере
       буйынса, профсоюздар - лайыҡлы рәүештә тарихи үҙгәрештәр дәүеренә үтеп ингән берҙән - бер даими эшләүсе йәмәғәт ойошмаһы. Профсоюздар Башҡортостандың министрлыҡ һәм ведомстволары, Дәүләт Йыйылышы менән әүҙем хеҙмәттәшлек
       итә. Республика хөкүмәте Профсоюздар федерацияһын үҙенең социаль партнеры тип таный. Мөһим социаль - иҡтисади һорауҙар нигеҙҙә профсоюздар фекерен иҫәпкә алып хәл ителә, - тип тамамланы һүҙен профсоюз лидеры.
       Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ РФ Дәүләт Ду маһы депутаты Мансур Әйүпов, ФНПР секретаре Владислав
       Трубников ҡайнар ҡотланы. Республиканың билдәле ижади коллективтары әҙерләгән концертта бүләк сифатында дәртле халыҡ һәм бал бейеүҙәре, акробатик этюдтар күрһәтелде, фольклор һәм популяр йырҙар яңғыраны.
       "Киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ. Йәшәйәсәкбеҙ!
       Эшләйәсәкбеҙ!" - тип ышаныс менән әйтеүсе профсоюз лидерҙары хаҡлы, әлбиттә. Ысынлап та, тарих өсөн йөҙ йыл нәм ә ул Быуат тамамланды. Быуат дауам итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал