6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

16 йәшлек скульптор ҙур киләсәк тураһында хыяллана
02.12.05


       Көнсығыш мифологияһы аждаһа образын аҡыл һәм көс символы
       тип билдәләй. Урта быуат Европа аждаһалары - ғәҙәттә, юлынд а осраусыларҙы юҡ итеүсе, кешеләргә бәлә килтереүсе яуыздар. Азияла иһә, киреһенсә, аждаһа - яуыз көстәргә ҡаршы тора һәм бәлә - ҡазанан һаҡлай. Ә йәш скульптор Карина Журинаның был
       йәһәттән үҙ фекере бар.
       - Аждаһа образын минең өсөн яратҡан кешемдең образы менән
       сағыштырырға мөмкин. Минең Аждаһам барыһын да, шул иҫәптән мине лә яҡлай. Бына ул ошо турала белдерә, - тип Карина скульптураларҙың береһенә күрһәтә. Боронғо дәһшәтле аждаһа ҙур таш өҫтөнә баҫҡан һәм ҡурҡыныс итеп ҡысҡыра, ҡойроғо менән ергә һуға, ҡанаттарын йәйә.
       Әкиәттәр донъяһы һәм фәнтәзи ысынбарлығы - беҙҙең һәр беребеҙ ҡасан да булһа ошо турала хыяллана. Ысынлап та беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән бит. Шуға күрәлер ҙә һәр кемде серле һәм мистик тарихтар, легендалар йәлеп итә. Карина өсөн бында ғәжәпләнерлек бер нәмә лә юҡ - һүрәттәр, пластилин, пластик һәм ағастан эшләнгән ҡурсаҡтар һәм скульптуралар ярҙамында ул бары тик икенсе донъяның ысынбарлығын сағылдыра.
       - Минеңсә, кешеләр үҙ тойғоларын башҡаларға еткерергә теләгәндә ижади һәләттәрен күрһәтә башлай, - ти Карина. - Кемдер шиғыр һәм поэмалар яҙа, кемдер көй ижад итә. Был уларҙы тынысландыра, кәйефтәрен күтәрә. Минең өсөн ошондай й ыуаныс - ул скульптуралар эшләү. Уларҙа мин иң изге тойғоларымды сағылдырам, эске донъямды асып һалам.
       Карина Журина 11 синыфта уҡый, уға 16 йәш. Художество мәктәбендә һигеҙ уҡыу йылы артта ҡалған, әммә әле лә ҡыҙ бер
       күнекмәне лә ҡалдырмай, үҙен аждаһалар һәм матур ҡыҙҙар, сабып барыусы аттар, осоусы Пегастар, фәрештәләр, экзотик хайуандар менән уратыуын дауам итә. Уның скульптуралары ҙур бесәйҙәрҙең нәзәкәтлеге һәм һығылмалылығы, жирафтарҙың нәфислеге, филдәрҙең аҡыллылығы һәм ҡоштарҙың еңел һөйәкле б улыуын сағылдыра. Скульптура оҫталары ла Карина эшләгән образдар, уның фантазиялары һәм хыялдарының сикһеҙ камиллығы пластилиндың һоро төҫтә булыуы һәм һынды тотоп тороу өсөн сым файҙаланылыуы тураһында оноттороуын таный. Һындарҙың хәрәкәтенә һоҡланырға ғына ҡала: бына аждаһа ҡойроғо менән һауа яра, ә бына ғорур Пегас ҡанаттарын йәйеп осорға әҙерләнә.
       Скульптура уҡытыусыһы Борис Замараев үҙенең уҡыусыһын төрлә яҡтан үҫешкән кеше булараҡ һүрәтләй. Каринаның талантына бер ниндәй ҙә аңлатма юҡ, ти ул.
       - Был ҡапыл булды. Бер ваҡыт өсөнсө синыф уҡыусыһының барыһын да һоҡландырырлыҡ эштәре барлыҡҡа килә башланы. Ваҡыт үткән һайын Каринаның һындары ҡыҙыҡлыраҡ була барҙы. У ларҙа пофессионалдарҙа ғына була торған анатомия һәм пластика закондарын белеү күҙгә ташланды. Хайран ҡалырға бул а: Каринаның эштәрендә йәшерен тормош, эске донъя, уй хәрәкәте, хатта айырым кәйеф тә бар. Улар бер кемде лә
       битараф ҡалдырмай. Ә был, минеңсә, иң мөһиме.
       Скульптор ҡыҙ үҙ эштәренә илһамды йышыраҡ музыка һәм фильмдарҙан алыуы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, бейеп тороусы а ттар Дисней йәнһүрәтен ҡарағандан һуң барлыҡҡа килә, "Ат
       ярыштары" төркөмө иһә, тормоштан алынған мәл тип әйтергә була.
       - Ат ярыштарында мин үҙем ҡатнаштым, - тип һөйләй ул. - Ш ул тиклем матур тамаша, тыныс ҡына ҡарауы ҡыйын. Ат ярышы минең өсөн күңелгә тәрән үтеп ингән көслө тойғоларҙың береһе
       булды һәм был ижадымда ла сағылыш таба.
       Ҡыҙҙың һүҙҙәре буйынса, скуульптурала матурлыҡ - ул тәбиғилек, гармония һәм тере пластика. Скульптор тарафынан эшләнгән кәүҙә хәрәкәттә булырға, ниндәйҙер кәйеф алып килергә тейеш.
       - Дөйөм алғанда, скульптура төҫтәргә бүлеүҙе ҡабул итмәй,
       - ти ул. Уныңса, иң һәйбәт төҫ - һоро, ул скульптураның фор маһын
       яҡшы күрһәтә, ҡара төҫ уны кәметә, аҡ төҫ, киреһенсә, артты ра.
       Йәл, әммә скульптура пластилины - ныҡ материалдарҙан түге л, пластилиндан эшләнгән скульптуралар оҙаҡ һаҡланмай, өҫтәү енә уларҙы күргәҙмәләргә лә алмайҙар. Көйһөҙ фигуралар уларҙ ы бер урындан икенсеһенә күсергәнде яратмай. Йылыла улар иреп бара, сымдан эшләнгән каркасһыҙ емерелә һәм баҫыла.
       Һәр скульптор эш ваҡытын билдәләүҙең ни тиклем мөһим булыуын белә - пластилин был йәһәттән әрһеҙ материал: скульптура бер көндә эшләнәме, бер айға һуҙыламы - мөһим
       түгел.
       Әммә оҫта ҡуллы ҡыҙ сираттағы шедеврын тамамлағандан һуң бер аҙ күңелһеҙләнеп ала, сөнки был ижад емештәренең ғүмере ҡыҫҡа. Шуға күрә әлеге ваҡытта Карина ныҡлы һәм тыңлаусан булған яңы скульптура материалы эҙләү юлында. Талантлы йәш
       скульпторҙың хыялы тормошҡа ашыр һәм тиҙҙән уның эштәре ҡалабыҙҙың урам һәм парктарын биҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал