6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Байрам алдынан тарихсылар һүҙ ала
02.12.05


       Республика ҙур байрамға - Башҡортостандың Рәсәй составына
       инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерләнә. Байрамда барыһы ла ҡатнашасаҡ: министрлыҡ, ведомстволар, мәҙәни һәм м әғариф учреждениеларында ҡабул ителгән пландар буйынса, йыл ярымдан беҙҙе республиканың ҡала һәм райондарының тышҡы күренешендә ҙур үҙгәрештәр, байрам фестивалдәре, күләмле күргәҙмәләр, конференциялар, билдәле шәхестәрҙең сәфәрҙәре көтә.
       Байрамға йыл ярым ваҡыт ҡалғанда һүҙҙе тарихсыларға биреү
       дөрөҫ булыр. Һәм ул башҡорттарҙың Рәсәй составына инеүенең ни тиклем ирекле булыуы хаҡындағы бәхәстәргә нөктә ҡуясаҡ. Бының өсөн Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих,тел һәм әҙәбиәт институты барлыҡ көсөн һаласа ҡ: алдағы йылда фольклор һәм филологик тикшеренеүҙәр, археологик экспедициялар, башҡорт ерҙәренең Рәсәйгә ҡушылыуы халыҡ юлбашсыһының төптән уйланылған аҙымы булыуына скептиктарҙы ла инандырырға һәләтле яңы архив
       документтары эҙләү планлаштырыла.
       16 быуат уртаһында урыҫ дәүләтенең халыҡ - ара хәле
       ҡатмарлы була. Ҡазан ханлығын буйһондорғандан һуң Ҡырым ханлығы, Польша, Ливон ордены менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. Рәсәйҙең башҡорттар менән мөнәсәбәтендә проблема булмай: аҡыллы бейҙар ҡеүәтле күрше дәүләттең "ҡанаты аҫтында" халыҡтың үҫеше өсөн мөмкинселектәр киңәйеүен аңлай. Өҫтәүенә батша грамоталары башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен үҙҙәренә ҡалдырырға вәғәҙә итә.
       Башҡортостан Рәсәй составына аҡрынлап инә. Быға тиклем Ҡазан ханлығының хакимлығында булған башҡорт ҡәбиләләре Ҡазан баҫылғандан һуң шунда уҡ Рәсәйгә ҡушыла. 16 быуаттың 50 - се йылдарында Нуғай ханлығына ҡараған көньяҡ һәм үҙәк башҡорттар шулай уҡ Мәскәү батшаһының власына күсә. Йылъяҙмаларҙа Иван Грозныйҙың көнсығышҡа йүнәлгән дружиналары нәҡ башҡорт сиктәрендә туҡталыуы хаҡында яҙыла. Ул ваҡытта батша көнбайыш йүнәлешендә - Швеция һәм Польшаға ҡаршы ҙур һуғышҡа әҙерләнә, шуға күрә Мәскәү
       власын көнсығышта һуғыш хәрәкәттәре ҡыҙыҡһындырмай. Нуғай х анлығына вассалдарын юғалтыу, һис шикһеҙ, оҡшамай, һәм
       уның әле тағы бер нисә тиҫтә йыл буйына башҡорттарға яһаҡ
       йыйыусыларын ебәреүен билдәләргә кәрәк. Әммә улары урындағы власть тарафынан ҡулға алына һәм кире оҙатыла.
       Һәр бер халыҡтың тарихи үҫешен һүрәтләгәндә, тикшереүселәр
       бифуркация нөктәләре - артабанғы тарихҡа йоғонто яһаусы мөһим ваҡиғаларға иғтибар итеүсән. 16 - сы быуаттың 50 - се
       йылдарында башҡорт халҡы етәкселәре аңлап эшләгән һайлау - тарихты икенсе юлға бороусы һәм төбәктең иҡтисади һәм мәҙәни
       үҫешенә этәргес көс биреүсе нәҡ шул һынылыш мәле булып тоар ла инде.
       Рәсәй Фәндәр акакдемияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡортостан тарихы бүлеге мөдире М ихаил Роднов был һайлау ике яҡ өсөн дә отошло булған, тип билдәләй. Рәсәй үҙ сиктәрен бер ниндәй хәрби көсөргәнешһеҙ
       киңәйтә һәм көслө һәм сыҙамлы "халыҡ - сик һаҡсыһына" эйә була. 19 быуаттың 60 - сы йылдарына тиклем, йәғни Урта Азиян ы баҫып алғансы, башҡорттар Каспий диңгеҙенән Омск ҡалаһына тиклем Рәсәй дәүләтенең көнсығыш сиктәрен һаҡлай. Улар хәрби
       хеҙмәт үтәй, Рәсәйҙе ҡиммәтле тиреләр һәм бал менән тәьмин
       итә, быға яуап итеп Иван Грозный хөкүмәте башҡорттарҙың аҫаба ерҙәргә хоҡуғын һаҡлай. Әйткәндәй, Рәсәйҙә башҡорттар бындай хоҡуҡтарға эйә булған берҙән - бер халыҡ. 19 быуатта ҡалмыҡтар императорҙан ергә хоҡуҡ һорап мөрәжәғәт итә, әммә уларҙың ситтән килгән халыҡ булараҡ, дәүләт ерендә йәшәүҙәре , ә башҡорттарҙың был ерҙәрҙә борондан көн күреүе тураһында
       киҫкен яуап ала. Аҫаба башҡорттар 1917 йылға тиклем Рәсәйҙә
       иң ҙур ер майҙандарына хужа булыусы төркөмдәргә ҡарай. Уларҙы казактар һәм Балтика буйы кенәздәре менән генә сағыштырырға мөмкин.
       Юлбашсыларҙың һайлауына халыҡтың ыңғай ҡарашы фольклорҙа ла сағылыш таба. Килешеү процесына етәкселек иткән башҡорт ҡәбиләләре башлыҡтары халыҡ хәтерендә ыңғай образ булып һаҡлана. Әгәр ҙә инде нуғай тел ижадына мөрәжәғә т итһәк, унда Исмаил бей, мәҫәлән, урыҫтарға үҙ Тыуған илен һатыусы хыянатсы булараҡ һүрәтләнә. Был нуғай халҡының Рәсәй
       составына ингән хәлдә уларҙы ниндәй перспектива көткәнен аңламауы тураһында һөйләй. Һәм бының эҙемтәләре билдәле: Волга һәм Эмба араһында урынлашҡан ҡасандыр ҡеүәтле дәүләт с әйәси аренанан төшөп ҡала.
       Михаил Роднов Башҡортостандың Рәсәй составына инеүен ике яҡҡа ла отошло сәйәси аҙым тип атай. 450 йыл элек барлыҡҡа килгән килешеү мөнәсәбәттәре сәйәсәтенең үҫеше 20 быуат башында, Башҡорт республикаһы барлыҡҡа килгәс тә, һуңғы 15 йылда ла дауам итә.
       Әммә был инде икенсе - өр - яңы - тарих...

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал