6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Мәғлүмәт быуаты хәүефһеҙ булырға тейеш
02.12.05


       Өфөнөң "Башҡортостан" күргәҙмәләр комплексында 29 ноябрҙән икенсе декабргә тиклем "Элемтә. Мәғлүмәт технологиялары. Оргтехника - 2005", "Һаҡланыу һәм ҡотолоу. Хәүефһеҙлек средстволары - 2005" махсуслаштырылған
       күргәҙмәләре үтте.
       Беҙҙең егерме беренсе быуатҡа нәмә хас Иҫ киткес тиҙлек, шул иҫәптән мәғлүмәт таралыуында ла, техноген һәләкәттәр күплеге. Мәғлүмәт өлкәһендәге өр - яңы ҡаҙаныштарһыҙ, техник а яңылыҡтарынан тыш беҙ инде үҙебеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Был өлкәлә алға китеш илебеҙ иҡтисадының барлыҡ тармаҡтарында ла уңышлы эш алып барыу өсөн кәрәк, шул иҫәптән был кешеләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау һәм ҡотҡарыу кеүек өлкәләргә лә ҡағыла.
       Экспозицияла Мәскәү, Өфө, Свердлов һәм Силәбе өлкәләренән
       28 предприятие ҡатнашты. Өфө дәүләт авиация техник
       университеты, Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжы, Өфө
       статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы коледжы ла күргәҙмәлә үҙҙәрен әүҙем күрһәтте.
       Күргәҙмә сиктәрендә ӨДАТУ бинаһында алтынсы халыҡ - ара "Телекоммуникациялар техникаһы һәм технологияһы проблемалары" ғилми - техник конференцияһы һәм өсөнсө халыҡ - ара " Телекоммуникацияла оптик технологиялар" ғилми - техн ик конференцияһы үтте. Унда ҡатнашыусылар телекоммуникация
       өлкәһендә иң мөһим проблемаларҙы тикшерҙе һәм уларҙы хәл
       итеү юлдарын билдәләне. Һүҙ башлыса мәғлүмәт технологиялары
       өлкәһендә халыҡ - ара программа һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу, милли һәм сит ил етештереүселәренең яңы баҙарҙы үҙләштереүе, шулай уҡ Рәсәйҙең элемтә индустрияһына инвестициялар йәлеп итеү тураһында барҙы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал