6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Дума депутаты Василий Косоротовтың "эше"
02.12.05


       Ун биш йыл элек "Советские архивы" журналында ҡыҙыҡлы хәбәр баҫылып сыҡты. Унда автор Өфө губернаһы эшселәренән Дә үләт Думаһы депутаты итеп һайланған Василий Емельянович Косоротовтың ( 1957 йылдың 1 декабрендә вафат була) "эше"
       тураһында һөйләй.
       1905 - 1907 йылдарҙағы революциянан һуң Рәсәйҙә революция
       хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙан үс алыу башлана. Улар төрмәләрҙә, һөргөндә, каторгаларҙа яфа сигә.
       Әммә социал - демократтарҙың ойошмалары революция эшен йәшерен рәүештә дауам итә. Халыҡҡа сәйәси аңлатыу эше алып б арыу өсөн Дәүләт Думаһына һайлауҙар буйынса һайлау кампанияһы ла файҙаланыла.
       Өфөнөң РСДРП комитеты "Эшселәргә", "Эшселәр, граждандар, һалдаттар" тигән прокламациялар сығара. Уларҙың тәүгеһендә: "Социализм өсөн көрәштә ойошоп, батша хөкүмәтенә ҡаршы көрәшкә әҙерләнеп, эшселәр өсөнсө Думаға барасаҡ. Улар үҙ
       тауыштарын социал - демократтар өсөн бирә, һәм һәр эшсенең тауышында яуыз хөкүмәт халыҡты иҙеүселәрҙең баш өҫтөндә күтәрелгән суйырташты, пролетарийҙың ҡораллы ҡулын тойһон"
       тип әйтелә.
       Губернаның һайлау йыйылышындағы 100 урындан эшселәргә өс урын бүленә, уларҙың өсәүһе лә социал - демократтар араһынан һайлана. Уларҙың береһе Костерин тирмәне эшсеһе,
       полиция күҙәтеү аҫтында тотҡан Василий Косоротов була.
       Өфө эшселәре Василийҙы яҡшы белә. Ул 1871 йылдың 1 авгусында Белорет ҡасабаһында тау заводы эшсеһе ғаиләһендә д онъяға килә. Ун ике йәшендә столяр уҡыусыһы итеп алына, ун
       ете йәшендә ""эшселәргә зарарлы йоғонтоһо" арҡаһында эшенән бушатыла.
       Йәшлек йылдарынан башлап Василий Емельянович үҙен революция хәрәкәте менән бәйләй. Әле Белоретта сағында уҡ һөргөндәге "народоволец" Р. Мейер һәм Федосеев түңәрәгендә ҡ атнашыусы Петр Кувайцев менән таныша. Улар сәйәси йөкмәткеле әҙәбиәт, Лениндың "Искра" гәзитен ҡайтарыуҙы ойоштора. 1903 йылда Косоротов әүҙем ҡатнашҡан "йәшерен ойошма" емерелә. Һөргөн һәм ҡулға алыуҙарҙан һуң ул Өфөгә килә. Костериндың пар тирмәне ҡалала яҡшы билдәле була, 1905
       йылдың февраль айында беренсе сәйәси фетнә нәҡ ошонда ойошторола. 1906 йылда столяр Косоротов большевиктар сафына инә. 25 сентябрҙә тирмән эшселәре уны Дәүләт Думаһына һайлауҙар буйынса үҙҙәренең уполномоченныйы итеп һайлай.
       Эшсе депутаттар Думаға закон проекттары индерә, Столыпиндың аграр реформаһының асылын фашлай, ҡыйырһытылған милләттәрҙең хоҡуғын яҡлап сығыш яһай.
       Косоротов алты ай дауамында ғына Дәүләт Думаһы депутаты
       булып ҡала.
       "Дәүләт Думаһы ағзаһы булараҡ шәхес именлеге хоҡуғы менән  файҙаланып, мин тыуған яғыма - Белорет заводына юл тоттом, - тип хәтерләй ул. - Заводта эш ваҡытында митинг ойошторолдо, унда мин реакцион Дәүләт Думаһында социал - демократтар
       партияһының роле тураһында телмәр тоттом, Думаның эшсе
       һәм крәҫтиәндәргә яҡшы мөнәсәбәттә булыуына өмөтләнергә
       тура килмәгәнен белдерҙем... Бөгөнгө дәүләт ҡоролошона үлемесле һуңғы һөжүм яһар өсөн эшселәргә профессиональ
       ойошмаларға һәм социал - демократтарҙың сәйәси партияһына б ерләшергә кәрәк..."
       Ялған факттарҙы файҙаланып, Өфө губернаторы Ключарев социал - демократҡа ҡарата "эш" аса. Ул Косоротовты ысынбарлыҡта булмаған хәлдә - "һоро шинелдәргә ут асырға" саҡырыуҙа ғәйепләй.
       Косоротовты Думалағы эшмәкәрлегенән ситләтәләр һәм суд
       хөкөмө буйынса ун бер айға нығытмаға ябалар.
       Судҡа бәйле социал - демократ ойошмалар ҙур сәйәси эш башҡара. Өфө ҡала конференцияһы ҡабул иткән резолюцияла "батша хөкүмәте судының хөкөмө - иптәш Косоротовтың ғөмүмән халыҡ хоҡуҡтары һәм, башлыса, пролетариаттың синыф
       мәнфәғәттәре өсөн тәүәккәл һәм тынғыһыҙ көрәше аттестаты. Ул иптәш Косоротовтың көрәшселәрҙең беренсе рәтендә тороуы, шуға күрә беренсе булып дошмандарҙың ут аҫтына эләгеүен иҫбатлай" тип әйтелә.
       1911 йылда азат ителгәндән һуң Василий Емельянович тағы л а Өфөгә ҡайта һәм ауыл хужалығы машиналары һатыу буйынса контораға эшкә урынлаша. Был уға Белорет, Тирлән, Йөрүҙән һә м башҡа йәшерен ойошмаларҙа булырға, уларға ярҙам итергә
       мөмкинселек бирә.
       Һуңғы тапҡыр Башҡортостанға ул 1933 йылда, пенсия йәшендә
       булғанда килә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал