6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ауыл халҡы картуфҡа ҡарағанда киндергә өҫтөнлөк бирә
02.12.05


       Сираттағы "Мәк" операцияһы ауыл халҡы наркомания таралыуына әүҙем булышлыҡ итә тигән һығымтаға килтерҙе. Уларҙың күбеһе аңды томалаусы үлән өлгөргән ваҡытта баҫыу һәм баҡсаларҙы баҫып алыусы наркомандарға һатыр өсөн махсус рәүештә мәк һәм киндер үләне үҫтерә икән.
       Наркополицияның фекеренсә, был үләндәрҙе үҫтереүгә ауыл халҡының закондарҙы белмәүе һәм ауыр финанс хәле сәбәп булып тора. Ә ауылда йәшәүселәр бөгөн мәк һәм киндер үҫтереү закон тарафынан тыйылыуын белергә тейеш, әлбиттә. Ә инде уға ҡолаҡ һалмаусылар 500 минималь хеҙмәт хаҡы күләмендә штраф түләүгә тарттырыла, ул саҡта ла алама ғәҙәт ен ташламағандарҙың һигеҙ йылға тиклем рәшәткә артына эләгеү е лә ихтимал!
       Әммә закондарҙы белеп тә ҡайһы бер ауыл кешеләре бәләкәй генә эш хаҡы йәки пенсияһына өҫтәмәнән баш тарта алмай. Үткәрелгән мәк һаламының бер стаканын 500 - 700 һумға һатырғ а була, үләнгә һорау ҙур, шуға күрә халыҡ мәк һәм киндерҙе картуф - кишерҙән дә яҡшыраҡ тәрбиәләп үҫтерә. Ошондай баҡсасыларҙың береһе Балтас районында асыҡланды. 72 йәшлек ә бейҙең мунса соланында оперативниктар ун килограмдан ашыу мә к тапты. Әбекәй мәкте бары тик кулинарияла файҙаланыу өсөн ү ҫтерәм тип ышандырырға тырыша, ә үләнен, йәнәһе, сығарып
       ырғытырға өлгөрмәгән. Әммә пенсионерканың ике йыл дауамында наркотиктар менән һатыу итеүе күптәргә билдәле. Шуға күрә уның законһыҙ кәсеп менән шөғөлләнеүен иҫбатлау ҡыйын булманы.
       "Мәк" операцияһы һөҙөмтәһендә 319 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. Тағы 621- ен административ яза көтә. Наркополиция халыҡтан 350 килограмдан ашыу наркотик тартып а лды һәм 50 гектар тәшкил иткән 47 мәк һәм киндер баҫыуын асыҡланы. Дөйөм алғанда тәртип һаҡсылары көсө менән составында наркотик матдә булған 900 тонна үҫемлек юҡ ителде .

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал