6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Аҡсаны үҙең эшләп табыу мөһим
02.12.05


       Урындағы үҙидара үҙенең тәүге һәм иң ҡатмарлы тема буйы нса имтиханын бирә. Быйыл көҙ яңы муниципаль берәмектәр "себештәрҙе һанай" башлай. Улар киләһе көҙгә тиклем етһен өсөн. Әлегә финанс эшендә эксперт һәм кәңәшсе ролен республиканың башҡарма власы үтәй. Республика Йортонда "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидара ойоштороуҙың дөйөм пр инциптары тураһында" Федераль законы үҙ көсөнә инеү шарттарында урындағы бюджеттарҙың килем өлөшөн формалаштырыу проблемаһына арналған кәңәшмә үтте.
       - Был осрашыуға беҙ оҙаҡ әҙерләндек, - тип һыҙыҡ өҫтөнә а лды БР Президенты Хакимиәте етәксеһе - урындағы үҙидара буйы нса Совет рәйесе Радий Хәбиров. - Бөгөн муниципаль берәмектә рҙә башҡарма органдар формалаша, бер үк ваҡытта урындағы бюджет проекттары тикшерелә. 1 ғинуарға тиклем конкурс буйынса хакимиәт башлыҡтары һайланасаҡ. Һәм урындағы үҙидараның яңы системаһына шәхси ресурстарын һәм табышлы
       сығанаҡтарҙы файҙаланып, үҙ еренә дөрөҫ идара итергә өйрәнергә тура киләсәк.
       Күпселек муниципаь берәмектәрҙең финанс - иҡтисади хәле 131 - се Законға бәйле яңылыҡтарҙы тулы ҡеүәтендә тормошҡа а шырыу өсөн етерлек күләмдә түгел. Территорияларҙың килем менән тәьмин ителешен тикшереү уларҙың үҙ табышы һәм республика бюджетынан күрһәтелгән финанс ярҙамдың нисбәт
       айырмаһы ниндәй булыуын күрһәтә. Республиканың артабанғы үҫеше БР Президенты Хатында әйтелгәнсә, "иҡтисади базаны киңәйтеү, биләмәләрҙең барлыҡ потенциалын тулы ҡеүәтендә
       файҙаланыу һәм уларҙың финанс мөмкинселектәрен арттырыуға" нигеҙләнәсәк. Быға нисек ирешергә
       2006 йылда һалым һәм бюджет закондарындағы барлыҡ үҙгәрештәрҙән һуң муниципаль берәмектәрҙең шәхси килемдәре с труктураһында төп урынды физик берәмектәр килеменә һалым ( 5 3,6 процент) һәм айырым төр килемгә берҙәм һалым ( 14,3 процент) биләйәсәк. Унан һуң ер һалымы (4,9), дәүләт пошлинаһы (2,6), физик берәмектәр милкенә һалым ( 1,2 ) килә . Ниһайәт, берҙәм ауыл хужалығы һалымы 0,1 һәм тирә - яҡ мөхиткә кире тәьҫир иткән өсөн һалым 0,8 процент тәшкил итәсәк.
       Республика хөкүмәтенең иҫәпләүҙәре буйынса, 2006 йылда 1020 муниципаль берәмектең ни бары 46 - һы ғына үҙ - үҙен тәьмин итергә һәләтле. Ҡалғандарына мөмкин булғанса республика бюджеты ярҙам итәсәк, һәм, күренеүенсә, был ярайһы уҡ оҙаҡ - 2009 йылға тиклем дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә урындағы бюджеттарға үҙаллы аҡса эшләргә өйрәнергә тура киләсәге билдәле. Был эште башҡарыуы еңелдән булмауы аңлашыла, өҫтәүенә бөгөн яҡшы тәьмин ителгән һәм иң "ярлы"
       территориялар араһында үҫеш күрһәткестәре буйынса нисбәт
       айырмаһы 16 тапҡырға барып етә. Был йәһәттән көслө һәм артт а ҡалыусы муниципаль берәмектәрҙе тигеҙләү маҡсатында республиканың 2006 йыл бюджетында финанс ярҙам фонды, компенсация фонды һәм социаль программаларҙы финанслау фонды булдырылған.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары - финанс министры Айрат Ғәскәров ноябрь аҙағына барлыҡ муниципаль берәмек советтары урындағы һалым ставкалары тураһында ҡарар ҡабул итте тип белдерҙе. Яңы йылға үҙ бюджеттарын да ҡабул итәсәктәр. Әлегә уларға был документтарҙың республика кимәлендә әҙерләнгән модель проекттары ярҙам итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урындағы бюджеттарҙың күҙалланған 23,4 миллиард һум килеменән 9,7 миллиарды ғына уларҙың үҙ килеме булыуы асыҡ күренә. Ҡалғаны - финанс ярҙамы. Айрат Ғәскәровтың һүҙҙәре буйынса, ергә һалым күләме борсолоу тыуҙыра. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, беҙҙең республикала ул байтаҡҡа аҙыраҡ йыйыла. Һалым потенциалының тулы ҡеүәтендә тормошҡа ашмауының сәбәбе республикала мөлкәтте инвентаризациялау тамамланмауында ла булыуы ихтимал - уртаса алғанда ул 86 процентҡа үтәлгән, әммә был өлөштөң яртыһына ла етмәгән территориялар булыуы билдәле. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар урындағы бюджеттарға килемдең тағы бер ҙур сығанағын ҡараны: 2006 йылдың 1 ғинуарынан тирә
       - яҡ мөхиткә кире тәьҫир иткән өсөн түләүҙең 40 проценты урындағы бюджеттарға иҫәпләнәсәк. Башҡортостанда был йыйымды түләүселәр 10 меңгә яҡын иҫәпләнә, әммә бөгөн уларҙың дүрт меңе генә үҙ бурысын намыҫлы үтәй.
       Шулай итеп, кәңәшмәлә "бюджеттың ауыртҡан урындары" ентекле тикшерелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һалымдарҙың күп төрҙәренең килем мөмкинселеге ысынлап та тулыһынса тормошҡа ашырылыуҙан алыҫ. Был йәһәттән урындағы үҙидара органдарына эш етерлек, әммә беренсе сиратта "ҡулланыусылар менталитетын" һындырырға тура киләсәк.
       Ккәңәшмәлә физик шәхестәрҙең килемдәренә Һалым йыйыуға "һ оро" - конвертта тапшырылған эш хаҡтарының кире тәьҫир
       итеүе тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Һалым йыйыусылар был бәләгә ҡаршы көрәшергә тырыша, әлбиттә, әммә комплекслы саралар күрелмәй, һәм бары тик һалым йыйыу инспекцияһы көсө менән генә һалым түләүҙән ҡасырға тырышыусыларға ҡаршы тороу мөмкин түгел.
       2010 йылға тиклем район һәм ҡалаларҙың социаль - иҡтиса ди үҫеше, Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға тиклем
       социаль - иҡтисади үҫеше программаларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә урындағы бюджет килемдәрен арттырыу мөмкинселектәре тураһында БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучнин һөйләне. Эске резервтар өҫтә ята. Файҙаланылмаған
       производство ҡеүәттәре, буш биналар, буш ер майҙандары ла етерлек. Эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген хуплауҙа урындағы үҙидара органдарының роле ҙур булырға тейеш. Хеҙмәтләндереү өлкәһе
       үҫешенә, перспективала муниципаль инвестиция фондтары булдырыуға ла иғтибар итеү кәрәктер.
       Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте һәм федераль ведомтволарҙың территориаль органдары етәкселәре һәм
       белгестәре, республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре
       башлыҡтары, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал