6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Матбуғат сифатына иғтибарҙы арттырырға кәрәк
01.12.05


       Журналистар араһында күптән инде уҡыусыларҙың матбуғатҡа
       ҡарата ҡыҙыҡһыныуы түбәнәйеүе, гәзит - журналдарға яҙылыусылар һанының кәмеүе, телевидение һәм интернеттың аҡрынлап матбуғатты мәғлүмәт аренаһынан ҡыҫырыҡлап сығарыуы тураһында фекерҙәр йөрөй. Йола буйынса Мәскәүҙә үткәрелгән "Матбуғат" күргәҙмәһенә барасағымды белгәс, мин шунда уҡ сарала ошо темаға төп урын биреләсәк тип уйланым.
       Һәм яңылышманым. Ун өсөнсө Халыҡ - ара "Матбуғат - 2006"
       күргәҙмәһен асыу тантаһында уҡ һуңғы ун йыл эсендә китаптар тиражы дүрт тапҡыр, гәзит һәм журналдар тиражы - биш тапҡыр кәмеүе, Рәсәйҙә теркәлгән 50 мең киң мәғлүмәт сараларының 15
       меңе генә ярайһы уҡ һөҙөмтәле эшләүе тураһында әйтелде. Баҫма продукцияның абруйы кәмене, бөгөнгө матбуғат иң ҡыуаныслы осорон кисерә тип әйтеп булмай. Быға өҫтәп сығыш яһаусыларҙың береһе Мәскәү күргәҙмәһе үҙе лә әһәмиәтен юғалта бара, тип белдерҙе: ҙур федераль баҫмалар бында йылдан - йыл һирәгерәк күренә һәм хатта сараның исемен төбәк
       экспозицияһы тип үҙгәртергә лә мөмкин...
       "Бына һиңә кәрәк булһа" тип уйланым мин Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенә аяҡ баҫҡанда кисергән шатланыу тойғоһон һәм
       әле генә ишеткән күңелһеҙ мәғлүмәтте бер - береһенә бәйләрг ә тырышып. Бөтә ил һәм яҡындағы сит илдәрҙән меңдән ашыу мөхәррирҙәр, журналистар, нәшер итеүселәр, полиграфистар, реклама менән шөғөлләнеүселәр баҫма һәм электрон продукцияһы яңылыҡтарын күрһәтергә, киң мәғлүмәт саралары баҙарында барлыҡҡа килгән тенденцияларҙы, проблемаларҙы тикшерергә тип йыйылған. Сағыу, зауыҡ менән биҙәлгән стендтар, улар араһында, әйткәндәй, урындағы йөҙләгән баҫманы йыйған "Башҡортостан матбуғаты" берләштерелгән
       стенды, медиа берлегенең күренекле шәхестәре, ғалимдар, фирҡә алдынғылары, төбәк нәшриәттәренең презентациялары, конференциялар - бер һүҙ менән әйткәндә, ысын матбуғат байрамы. Сарала ҡатнашыусылар бер - береһен ошо байрам менән ҡайнар ҡотлай, бер йыл эсендә бер - береһен һағынып өлгөрөүҙәрен белдерә, ҡулдарын ҡыҫа.
       - Был кешеләр, - Дәүләт Думаһы вице - спикеры Владимир Жириновский журналистарға күрһәтә, - көн һайын беҙҙең өсөн миллионлаған экземпляр гәзит сыҡһын өсөн барыһын да эшләй. Һ әм уларҙы түҙемһеҙлек менән кесеһе лә, өлкәне лә көтөп ала. Сөнки матбуғат - ул беҙҙең остаз, беҙҙең уҡытыусы, унан бары тик "икелегә өлгәшеүсе" генә ҡурҡа. Мин, мәҫәлән, үҙемде "отличник" тип иҫәпләйем, шуға күрә матбуғатты беләм, яратам һәм унан ҡурҡмайым. Журналистар баһалағанда һәм фекер йөрөткәндә киҫкенерәк булһалар ҙа уларға асыуланырға ярамай.
       Ҡояш та яндыра, айырыуса яр буйынса ауыҙ асып ултырһаң, әммә ҡояшһыҙ беҙ һәләк булыр инек. Матбуғатһыҙ ҙа юҡҡа сығыр инек.
       - Яңы мәғлүмәт системалары үҫешһен әйҙә, - тип мауығып дауам итә Жириновский, - әммә баҫма матбуғат һәр саҡ беҙҙең менән ҡаласаҡ, был матбуғат менән күҙгә - күҙ ҡалыу теләге т ыуа, сөнки ул туранан - тура аралашыуҙы аңлата, ә был бик мө һим.
       Мин, "БАШвестЪ" вәкиле булараҡ, киләсәктә беренсе урында
       интернет торасағына һәм барыбер баҫма матбуғатҡа алмашҡа электрон гәзиттәр киләсәгенә ышанам. Бының ыңғай яҡтары күп , әммә иң мөһиме - уңайлылыҡ: иң оператив мәғлүмәтте урында н да ҡуғалмайынса алырға мөмкин, иртә менән тороп киоскыға йүгереү, почтаға сәфәр ҡылыуҙар юҡ, архив та һинең ҡарамаҡта , теләйһең икән - әллә ҡасанғы материалды ла табып уҡырға мөмкин. Шулай ҙа "ысын гәзиттәрҙән" баш тартыуы ҡыйыныраҡ. В ладимир Вольфович хаҡлы: кәнәфиҙә уңайлап ултырып яратҡан ба ҫмаңды ҡараштырыуға, борсоған темаларға фекер йөрөтөүгә
       етмәй.
       Әйҙәгеҙ беҙ ҙә борсоулы темаларҙың береһе - гәзит - журналдар һәм китаптарҙың абруйы төшөүе, дөйөм баҫма һүҙгә м өнәсәбәттең шәптән булмауы хаҡында һөйләшеп алайыҡ. Юҡҡа ғын а "Матбуғат - 2006" күргәҙмәһенең девизы ла "Уҡыусыға
       хеҙмәт итеү - Рәсәйгә хеҙмәт итеү" тип алынмаған бит.
       "Мурзилка" журналының таратыу, реклама һәм күмәк эш бүлеге мөдире Вера Голованова:
       - Уҡыусының ҡыҙыҡһыныу кимәле түбәнәйеүе бөгөн ысынлап та
       иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Асылда быны аңлатырға мөмкин: телевидение, интернетта мәғлүмәттең күплеге, баҫма продукцияның (айырыуса журналдар) ҡиммәтлеге. Һәм, ғөмүмән,
       кешеләр белемде периодиканан алыуҙы кәрәк тип тапмай. Мәҫәлән, "Мурзилка" һуңғы ике йылда ғына 10 мең уҡыусыһын ю ғалтты.
       - Һәм шул уҡ ваҡытта, - тип дауам итә балалар өсөн сығары лған баҫма вәкиле, - балалар тураһында бер кем дә уйламай. У лар балалар баҡсаһынан, мәктәптән ҡайтҡан ваҡытта телевизорҙан йә сериалдар, йә һуғыш - ҡан ҡойош күрһәтелә, ата - әсәләр
       әҙәбиәткә аҡса йәлләй, таратыусылар балалар периодикаһына аҡса эшләргә мөмкинселек биргән тауар тип кенә ҡарай. Балаларға бындай ҡараш булырға тейеш түгел! Беҙ, нәшер итеүселәргә, дәүләттең ярҙамына бик мохтажбыҙ, сөнки күп кен ә китапханалар баҫмаға яҙылырға аҡса таба алмай, балалар яратҡан журналдары ҡыйбатланыу сәбәпле ата - әсәләренең
       уны алдырмауына зарланып редакцияға хаттар яҙа. Аңлашыла: ҡағыҙға хаҡтар артҡандан арта, ҡуртым хаҡы, таратыу ҙа кеҫәг ә һуға. Һәм пропаганда тураһында оноторға ярамай - балаларҙы бәләкәйҙән уҡырға өйрәтергә, һүҙгә ҡарата изге мөнәсәбәт булдырыу мөһим.
       "Журналист" журналы мөхәррире урынбаҫары Геннадий Рогов:
       - Эйе, килешәм, бөгөн матбуғаттың хәле шәптән түгел, әммә мин буяуҙарҙы артыҡ ҡуйыртмаҫ инем. Бөгөн "күргәҙмә ваҡлана"
       тигән фекер яңғыраны, әммә үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бөгөнгө
       экспозиция ҡатнашыусылар һаны буйынса ла, улар алып килгән продукцияның сифаты буйынса ла бик ҡеүәтле. Рәсәйҙә киң
       мәғлүмәт саралары бик әүҙем үҫешә. Һуңғы арала балалар һәм үҫмерҙәр өсөн байтаҡ баҫмалар барлыҡҡа килде, һәм был күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Элекке брендтар сағыу төҫтәр менән
       байытыла, мәҫәлән, "Техника - йәштәргә" журналын алып ҡарағыҙ. Ул бөгөн танырлыҡ та түгел: заманса, ялтырауыҡ ҡағыҙҙа баҫыла, дизайны бына тигән. Йәки шул уҡ "Мурзилка": күрмәлекһеҙ генә журнал хәҙер ниндәйгә әйләнде.
       - Конкуренция ла үҙ ролен уйнамайынса ҡалмай. Нисек булһа ла баҫмаларҙың сифаты арта, - ти Рогов. - Һәм нәҡ ошондай күргәҙмәләрҙә матбуғаттың сифаты яҡшырыуы күренә. ъ "Матбуғаттың" пульсы түбәнәймәүен билдәләргә кәрәк. Быйыл бында илдең күп төбәктәренән килделәр, экспозицияла күп кенә
       матбуғат министрлыҡтары, шулай уҡ Дәүләт Думаһы, Федерация Советы вәкилдәре ҡатнашты. Был күргәҙмәнең кәрәклегенә
       дәлил түгелме һуң Сарала яңы баҫмаларҙың презентацияһы үтә , килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла, дуҫтар - журналистар, мөхәррирҙәр , шәшер итеүселәр осраша, йәш коллегаларыбыҙ тәжрибә туплай.
       "Русская книга" дәүләт нәшриәте президенты, Рәсәй академияһының тәбиғәт фәндәре академигы, "Матбуғат - 2006" күргәҙмәһенең ойоштороу комитеты рәйесе Михаил Ненашев:
       - Бөгөн күргәҙмә әһәмиәтен юғалта тип әйтеүҙә "Известия", "Комсомолка" кеүек ҡайһы бер ҙур федераль гәзиттәрҙең һуңғ ы йылдарҙа "Матбуғатта" ҡатнашмауы күҙ уңында тотолалыр, моғайын. Ысынбарлыҡта иһә "Матбуғат" ваҡланмай, киреһенсә, ҙурая бара, беҙҙе айырыуса ҡыуандырғаны - бында төбәк
       матбуғатының ҙур роль уйнауы. Татарстанда, Башҡортостанда, Төмән, Красноярск ҡалаларында матбуғат һаны арта. Беҙ
       ысынлап та Рәсәй матбуғатының ҡеүәте - төбәктәрҙә, тип иҫәпләйбеҙ. Уйлап ҡарағыҙ: барлыҡ тираждарҙың 70 проценты нәҡ төбәк, өлкә һәм район матбуғатына тура килә. Һәм был дөр өҫ юл, сөнки унда матбуғат уҡыусыға яҡыныраҡ. Бөгөн бында һөйләгәндәр буш хәбәр түгел, әлбиттә, медиа индустрияһында беренсе сиратта уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныу кәмеүе, баҫмаларға яҙылыу ҡыҫҡарыуы, телевидение, компьютер технологияларының б аҫып алыуына бәйле ҙур үҙгәрештәр бара. Ә был беҙгә матбуғаттың сифаты тураһында ныҡлап уйларға кәрәклегенә ишара яһай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал