6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Бер тоҡ урлаған өсөн өс йыл, ә миллиондар сәлдергәндә...
17.11.03


       Һуңғы арала тышҡы идара итеү индерелгән предприятиела рҙа сәйер хәл күҙәтелә башланы. Етәксе итеп тәғәйенләнгән б әғзе әҙәмдәр ең һыҙғанып эшләргә түгел, ә үҙ кеҫәләрен ту лтырырға килгән кеүек тойола. Һәр хәлдә Башҡортостан Республ икаһы Контроль - иҫәп палатаһы коллегияһы ултырышында булға ндан һуң миндә тап ошондай фекер тыуҙы. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: палата тикшереү үткәргән өс предприяти ела ла тышҡы идара итеүселәр арҡаһында сетерекле хәл килеп т ыуған. Мәҫәлән, бер "геройыбыҙ" тармаҡта иң яҡшылар иҫәбенән
       төшмәгән "Ашҡаҙар" ҡошсолоҡ фабрикаһын бер йыл эсендә генә бөлгөнлөккә төшөргән. Әгәр ҙә 2001 йылда предприятие 33,1 м иллион һумлыҡ зыянлы эшләһә, былтыр иһә был һан 42,1 миллио нға тиклем барып еткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тышҡы идара итеү осоронда хеҙм әткәрҙәр һаны 1,8 тапҡырға кәмегән, ә эш хаҡы буйынса бурыс
       1,03 миллион һумға тиклем артҡан. Предприятиеның дөйөм иҡтисади хәле насарайған һайын тышҡы идара итеүсенең хәле яҡшыра барыуы аптырашта ҡалдыра. Рәсми эш хаҡы 10 мең һум булһа ла, управляющий шикле финанс операц ияларҙа миллиондарса аҡса эшләргә өйрәнеп алған. Ҡошсолоҡ ф абрикаһы бер нисә тапҡыр булмаған фирмалар менән төрөл сумм аларға килешеүҙәр төҙөй. Хужаның торлаҡ мәсьәләһе лә тиҙ ге нә хәл ителә - фабрика аҡсаһына майҙаны 211 квадрат метр тә шкил иткән 2,5 миллионлыҡ коттедж һатып алына. Һуңынан была рҙың барыһы ла Ырымбур ҡалаһындаға фирмаға һатыла, әммә һуң ғылары үҙҙәрен һатып алыусы икәнлеген бөтөнләй белмәгән бул ып сыға.
       Бынан тыш "уңған" етәксе фабрикала асылған яуаплылығы
       сикләнгән "Үҫеш" йәмғиәте менән ара -тирә финанс бәйләнешк ә инә. Әлбиттә, уларға продукция түбән хаҡ менән ебәрелә һ әм төп предприятиеға зыяндан башҡа бер нимә лә килмәй. "Герой" үҙҙәрен туғандары тураһында хәстәрләүҙе лә онотмай. Мәҫәлән, уларҙың берәүһе тотҡан автомастерскойҙа фабриканы ң машиналары ремонтлана. Бәләкәй генә ремонтҡа ла бында 50 м ең аҡса түләнә. Өр - яңы автокранды "уңған" етәксе шәхси хужаға ни бары 7 5 мең һумға ғына һатып ебәрә. Ә бит был техниканың бер тәгәр мәсе генә шул хаҡ!
       Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, 15 ай тыштан идара итеү осоронда
       предприятиелағы хәлдәр яҡшырыу түгел, тик насарайҙы ғына. Д ебитор бурыстарҙы ҡайтарыу буйынса саралар күрелмәне тиерле к. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте бындай етешһеҙлектәрҙе күреп өн дәшкән осраҡтарҙа, аҡыллы хужа шунда уҡ "Банкротлыҡ тураһынд а" законды иҫкә төшөрә килде - ҡыҫылырға хоҡуғыҙ юҡ!
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында күңелһеҙ хәл икенсе районда ла күҙә телә. Иглин районында бер предприятиены тулыһынса бурысҡа б атырғандан һуң, бер иптәш Дыуан районында бер юлы ике пред приятиеға тышҡы управляющий итеп тәғәйенләнә. Ике ойошманан да етәксе рәсми рәүештә 10-шар мең һум эш хаҡы алып ята. Бын да ла "Ашҡаҙар"ҙағы мутлыҡтар ҡабатлана. Тимәк, предприятие ның көрсөктән сығыуы икеле тигән һүҙ...
       Ябай колхозсы бер тоҡ иген урлап тотолһа, яу ҡуптарып , өс йылға ултырта торғандар, ә бында иһә дәүләт кеҫәһенән м иллиондарса аҡса кемдеңдер кеҫәләрен ҡалынайта, ә улар йырл ап йәшәүен дауам итә.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал