6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Тамара Танһыҡҡужина ниңә көрһөнә
01.12.05


       Италияның Латронико ҡалаһында үткән һуңғы донъя чемпионатында Тамара Танһыҡҡужинаның сығышы бик шәптән булманы. Чемпионка өсөн алтынсы урын - уңышһыҙлыҡ булыуы менән килешәһегеҙҙер. Шулай итеп, Өфө ҡыҙы тағы бер башҡорт шашкасыһы, Ишембайҙан Александр Георгиевтың яҙмышын ҡабатланы. Һуңғыһы Амстердамда (Нидерланд) үткән чемпионатта ни бары туғыҙынсы урынға күтәрелә алды.
       Ә бына Александрҙың ҡатыны, шулай уҡ Ишембай өсөн
       уйнаусы Гүзәл, турнирҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан Нидерланд шашкасыһы урынына барып, бик көслө уйнаны. Старттағы сағыу у ңыштарынан һуң ул хатта алтын миҙалға ла дәғүә итә ала ине,
       әммә буласаҡ чемпионка, украин ҡыҙы Дарья Ткаченко менән уйнағанда, цейтнотта, ул еңеү аҙымын эшләй алманы. Һөҙөмтәлә
       ике ҡиммәтле мәрәйҙе үҙ кеҫәһенә һалыу урынына Гүзәл уларҙы
       төп көнәркәшенә бирҙе. Голланд шашкасыһына ҡаршы тағы бер м атчта Георгиева өҫтөнлөк менән тигеҙ иҫәпкә ризалашманы. Ул еңеүгә өлгәшергә теләй ине, әммә план барып сыҡманы. Һөҙөмтәлә Георгиева өсөнсө урынға ла сыға алманы, ни бары бишенсе урын менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килде. Хәйер, бының да ҙур уңыш икәнен танырға кәрәк, әлбиттә.
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән һөйләшеү ваҡытында Тамара Гүзәл Георгиеваның уйыны уны шатландырыуын белдерҙе. Быға бә йле Танһыҡҡужина үҙенең тәүге тапҡыр донъя чемпионатына эләгеүен (Гүзәл кеүек үк, уның барыуы һуңғы минутта хәл ител ә) һәм, бер ниндәй ҙә психологик көсөргәнешлек булмау сәбәпл е (запас уйынсынан нәмә талап итһендәр) еңеүен иҫкә төшөрҙө. Ү ҙ сығышы тураһында Тамара түбәндәгеләрҙе әйтте:
       - Тәбиғи, мин Италияға еңеү яулар өсөн барҙым. Башта Ирин а Пашкевичтан еңелеүемә ҡарамаҫтан, үҙемде яҡшы тойҙом. Ул партияны турнирҙа иң яҡшыһы тип таптылар - һәм мин яҡшы уйнаным. Бер еңелеү һәм ике тигеҙ иҫәпкә тамамланған уйында н һуң өс тапҡыр еңдем. Артабан ике көнлөк тәнәфес булды. Урамда экскурсияла йөрөнөк. Инфекция эләктерҙем - һалҡын тейҙе, әммә киләһе партияла еңеремә барыбер ышана инем. Сөнки ҡаршы яҡ көслөләрҙән түгел - Монголиянан килгән Хишикбаяр исемле шашкасы. Әммә партия минең еңеүемә яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, ул хәлдән сығыу юлын тапты
       һәм осрашыу тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Был һөҙөмтә минең өсөн еңелеүгә тиң булды. Төшөнкөлөккә бирелдем. Мөмкинселектәр алда булыуына ҡарамаҫтан, турнир минең өсөн е ңелеү менән тамамланғайны инде. Монголканы ла еңә алмағас, к өслөрәк шашкасылар менән бөтөнләй уйнай алмаҫмын тип ҡурҡа башланым...
       Донья чемпионаттарында иң көслө шашкасылар төркөмө уйнағанда кем уңа, шул еңә. Был юлы уңыш Дарья Ткаченкоға йылмайҙы. Ул алты осрашыуҙа еңеп сыҡты, бындай кимәлдәге
       уйында биш осрашыуҙа еңеүе лә бик ауыр. Мин әле үк тиҙерәк шашка таҡтаһы артына ултырыу теләге менән янам - күнекмәләр
       үткәрергә кәрәк. Дарья Ткаченко менән беҙҙең матч осрашыуын а тиклем ваҡыт та күп ҡалманы - ул киләһе йәй буласаҡ.
       Тамара Танһыҡҡужина хәбәрсе менән аралашҡанда үҙен дәртле тоторға, күтәренке кәйеф һаҡларға тырышты. Яҡташыбыҙҙың иларға яратмағанлағы күҙгә ташлана. Шулай ҙа өс тапҡыр донъя чемпионкаһының ауыр көрһөнөүҙәренән уның депрессияла булыуы һиҙелә ине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал