6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Металл һыныҡтары ҡабул итеү проблема булыуҙан туҡтамай
01.12.05


       Металл ҡабул итеү пункттарының хужалары иркен тын алып ҡалды: яҡын арала уларҙың табышлы бизнесына бер ниндәй ҙә
       хәүеф янамай, буғай. Был легаль пункттарға (ундайҙар булһа инде, әлбиттә) ғына түгел, законһыҙ эшләүсе предприятиеларға ла ҡағыла. БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығында төҫлө һәм ҡара металдарҙы эшкәртеү һәм һатыу эшмәкәрлеген
       лицензиялау проблемаларына арналған кәңәшмәнән һуң ошондайыраҡ һығымта күҙаллана. "Урланым - һаттым - эстем"
       схемаһы буйынса эшләүселәр иҫәбендәге легаль булмаған ҡабул
       итеү пункттарының клиенттарына ла борсолорға урын юҡ. Өҙөп - йолҡонған электр сымдары, ҡапҡасһыҙ канализация люктары, "таҙартылған" баҡса участкалары һәм емерелгән ҡәберлектәр беҙҙең закон сығарыусыларыбыҙҙы артыҡ борсомай булһа кәрәк. Депутаттарҙың төҫлө һәм ҡара металдарҙың икенсел баҙарында т әртип урынлаштырырға маташыуының файҙаһы булманы - Владимир Путин был закон проектын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип тапты.
       Металл һыныҡтары тапшырыуға ҡағылышлы проблеманы көйләү кә рәклеге күптән, Рәсәй баҙар иҡтисадына күскәс уҡ барлыҡҡа
       килде. Әммә бөгөнгө ваҡытҡа тиклем, металдарҙың законһыҙ әйләнеше миллиардлаған долларҙар менән иҫәпләнгәндә, илдә әҙерләүсе предприятиеларҙың эшен тәртипкә һалыуға һәм ҡағиҙә боҙоусыларҙы ҡурҡытырға һәләтле закон юҡ. Һәм бына закон проектын ҡарау тағы ла кәм тигәндә Дәүләт Думаһының
       яҙғы сессияһына тиклем кисектерелә.
       Яңы закондан нәмә көтөргә була, иң мөһиме - кешеләрҙән ҡабул ителмәй торған металл әйберҙәр исемлеген билдәләү. Унда шәхси мөлкәт иҫәбендә булмаған предметтар (канализация
       люктарының ҡапҡастары, мәҫәлән) һәм енәйәткә этәрергә мөмкин булған ( ҡәбер ҡоймаһы) әйберҙәр индерелергә тейеш. Әлегә был предметтар һорау менән файҙалана икән, тәҡдим дә
       буласаҡ: бөгөн металл һыныҡтары ҡабул итеүселәр һәм тапшырыусылар таныуынса, алюмин кәстрүлдән башлап авицион дв игателдең деталдәренә тиклем барыһын да тапшырырға
       мөмкин. Урындағы эшкәртеүсе предприятиеларҙың береһенең директоры БАШвестЪ" гәзитенә һәр пунктта ҡабул итеү тыйылған
       әйберҙәр исемлеге булыуы тураһында хәбәр итте. Унда ауыл хужалығына ҡағылышы булған инвентарь, канализация люктарының ҡапҡастары, ритуаль кәрәк - яраҡ, электр сымдары һәм башҡалар индерелгән. Тапшырыусы үҙенең шәхси милке булыуын документ менән раҫларға тейешле булған предметтар
       исемлеге лә бар - мәҫәлән, автомобиль двигателе. Әммә ысынбарлыҡта был ҡағиҙәгә ҡолаҡ һалыусы юҡ.
       - Һиңә металл алып киләләр, ә һин талаптар ҡуя башлайһың.
       " Алыҫ түгел тағы бер ҡабул итеү пункты бар, унда һорау бир еп
       тормайҙар", - ти тапшырыусы һәм металын күтәреп китә лә бар а. Шундай шарттарҙа ниндәй ҡағиҙә тураһында уйларға мөмкин, - тип борсолоуын белдерә металл баҙарында ҡатнашыусыларҙың береһе.
       Бындай осраҡтарҙа ни өсөн милицияға мөрәжәғәт итмәйбеҙ һуң
       Кәңәшмәлә ҡатнашҡан милиция вәкилдәренең һүҙҙәренә
       ҡарағанда, улар законһыҙ ҡабул итеү пункттарын асыҡлау буйынса даими рейдтар үткәрә. Күптән түгел үткән "Металл" операцияһында ғына ла ошондай 57 пункт ябылған. Әммә улар
       тағы ла "терелмәҫ" тигән гарантияны кем бирә Өҫтәүенә, БР
       Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡ начальнигы Камил Даянов билдәләүенсә, йыш ҡына законһыҙ нөктәләр легаль фирмалар менән килешеп эшләй.
       Быйылғы йылдың ун айында металл урлаған өсөн 531 кеше
       яуаплылыҡҡа тарттырылған. Әммә улар электр бағаналарына үрмәләүен, үҙ ғүмерен генә түгел, башҡаларҙың ғүмерен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, рельстар аҡтарыуын дауам итә.
       Металл тапшырыу отошло булғанда, легаль булмаған ҡабул итеү пункттары эшләүен дауам итәсәк, сөнки бөгөн уның өсөн тере аҡса алырға мөмкин. Йорттарҙы утһыҙ ҡалдырған, ҡәберлектәрҙе юҡҡа сығарған кешеләрҙе намыҫлы булырға
       саҡырыуҙың файҙаһы юҡ, тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Николай Пучнин. Баҙар шарттарында иҡтисади саралар ғына һөҙөмтә бирә ала. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү тураһында һөйләшеүҙәр күптән бара, тик уларҙың һөҙөмтәһе күренмәй. Хәйер, кәңәшмәлә торлаҡ - эксплуатация участкалары эргәһендә ҡабул итеү пункттары асырға, ә тапшырылған металл өсөн аҡсаны был йортта йәшәүселәрҙең, әйтәйек, коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләүгә тотоноу хаҡында тәҡдим әйтелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар совет осоронда
       тимер - томор йыйыу өмәләроен дә иҫкә төшөрҙө.
       - Ниңә беҙ һеҙгә (металл һыныҡтарын эшкәртеүсе предприятиеларға - Ә. Ш.) һалҡын ҡарашта Сөнки ҡабул итеү пункты юҡ икән, тимәк проблема ла юҡ. Әммә ул асылыуы була -
       йә сымдарҙы ҡырҡып алып китәләр, йә фатир талайҙар, йә ҡәбе р ҡоймаһы юҡҡа сыға. Улар барыһы ла ҡайҙа Һеҙҙә! - ти Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. - Һәм лицензия булыуға ҡарамаҫтан, барыбер урланған металл ҡабул итәһегеҙ.
       Кәңәшмәлә металл баҙарында ҡатнашыусылар һанын ҡыҫҡартырға тигән тәҡдим дә әйтелде. Әммә төп билдәһе - конкурентлыҡ булған баҙар иҡтисады шарттарында быны эшләү мөмкин булмауы аңлашыла, һәм талаптарға яуап биреүсе һәр кемгә лицензия тапшырыу дауам итәсәк.
       Эшҡыуарҙар, үҙ сиратында, бер ай эсендә бирелергә тейешле
       лицензияны алыу ваҡыты ике - өс тапҡыр оҙаҡҡараҡ һуҙылыуына
       ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Шуға күрә, тип бер ҙә оялмайынса белдерҙе фирма вәкилдәренең береһе, рөхсәт көткән арала
       легаль предприятиела законһыҙ ҡабул итеү пункты барлыҡҡа килеүе лә ихтимал...
       Ике сәғәттән ашыу һөйләшеүҙән һуң да төҫлө һәм ҡара
       металдарҙы эшкәртеү баҙары үтә күренмәле булһын өсөн нәмә эшләргә кәрәклеге асыҡланманы.
       - Бөгөн беҙ һеҙҙең менән "икелегә" эшләйбеҙ, - тип тамамл аны һүҙен Николай Пучнин. - Металл урлау һөҙөмтәһендә күрелг ән
       зыян эшкәртеүсе фирмаларҙың һәм тимер - томор әҙерләүселәрҙең һалым түләүҙәренән артығыраҡ.
       Был предприятиеларға лицензия тапшырыусы һәм эштәрен
       контролдә тотоусы БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығы вәкилдәре легаль бизнес вәкилдәрен яҡлаясағын белдерҙе, уларға һөнәри ассоциация төҙөп, бергә һөйләшеп эшләргә тәҡдим итте. Әммә урындарҙа металл баҙарының артабанғы үҫешенә йоғонто яһарға тырышыуҙар аныҡ федераль законһыҙ бер файҙа ла бирмәүе ихтимал.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал