6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ҡыш күңелле булмаҡсы
30.11.05


       Иртәгә ҡыш! Тағы ла ер өҫтөн ҡар ҡаплаясаҡ, һыуыҡ көнд әр, улар менән бергә ҡышҡы күңелле уйындар ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ , моғайын. Өфө хакимиәте быйылғы ҡышты ижади ҡаршы ала, тип әй тергә мөмкин. Ҡалала хоккей майҙандары һәм спорт ҡоролмаларын әҙерләү буйынса смотр - конкурс иғлан ителде. Бер һүҙ менән әйткәндә, тимераяҡтарығыҙҙы әҙерләй башлаһағыҙ ҙа була, шыуыр өсөн урын етерлек булырға оҡшай.
       Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Алексей Ощепков һәм ҡала хакимиәте эргәһендәге физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Александр Никерин матбуғат конференцияһында к онкурс тураһында ентекләберәк һөйләне һәм быйыл ҡыш буш ваҡытты ҡайҙа үткәрергә мөмкин буласағы тураһында мәғлүмәт
       менән уртаҡлашты.
       Һуңғы арала, аҡрынлап булһа ла, сәләмәт тормош алып барыу
       модаға инә. Күмәкләп шыуыу өсөн катоктар популярлыҡ менән файҙалана. Һалҡын төшкәс үк Якутов, Мәжит Ғафури исемендәге , "Нефтехимик" парктарында, "Строитель", "Нефтяник", Салауат
       Юлаев исемендәге, "Мир" фирмаһы түбәһендәге, Ҡашҡаҙан күлендәге стадиондарҙа һырғалаҡтар эшләнәсәк. Тимераяҡ прокаты һәм иртәнән кискә тиклем боҙҙа шыуыу ойоштороу
       планлаштырыла.
       Хоккей ҡумталарының, боҙ майҙандарының һәм спорт ҡоролмаларының әҙерлеге буйынса смотр - конкурста Өфөнөң барлыҡ ойошма һәм ведомстволарының ЖЭУ, ЖРЭУ, ПЖРЭТ, Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиелары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, мәҙәниәт һәм ял парктары һәм башҡалар ҡатнаша ала. Смотр ике этапта үткәрелә. Тәүгеһе 10 декабрҙә тамамлана, ул ҡышҡа әҙерлек барышын - әлеге ваҡытта эшләүсе спорт ҡоролмаларында ремонт - тергеҙеү эштәре, яңыларын төҙөү һәм йыһазландырыуҙы үҙ эсенә ала. Икенсе этап 10 декабрҙән 10 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Был ваҡытта
       ҡоролмаларҙы ниндәй хәлдә тотоу - катоктарҙы боҙ менән
       ҡаплау, ҡарҙан таҙартыу, саралар үткәреү, балаларҙы йәлеп и теү - баһаланасаҡ.
       "Боҙ катоктарын йыһазландырыу һәм файҙаланыу" конкурстың айырым номинацияһы итеп билдәләнгән, унда дөйөм белем биреү учреждениелары, спорт ҡоролмалары, мәҙәниәт һәм ял
       парктары ҡатнаша ала. Был номинацияла боҙҙоң сифаты, катоктың популярлыҡ менән файҙаланыуы, тимераяҡтар прокаты б улыуы, музыкаль оҙатылыш иҫәпкә алынасаҡ. Еңеүселәрҙе ҙур ғына күләмдә аҡсалата приз көтә.
       Смотрҙа бер нисә номинация быйыл тәүге тапҡыр айырым
       хужаларға беркетелгән хоккей ҡумталарына ҡағыла. Торлаҡ - эксплуатация участкаларында урынлашҡан майҙандар өсөн ЖЭУ яу ап бирә, мәктәп майҙанында төҙөлгәндәре муниципаль
       берәмек ҡарамағында. Был яңылыҡ хужаларҙан уларға ышанып тапшырылған мөлкәтте яҡшы итеп ҡаралыуын талап итергә мөмкинселек бирә.
       Ҡала бюджетынан хоккей майҙандарын тәртиптә тотоуға ике миллион һум, смотр - конкурста еңеүселәр өсөн хоккей формаһы
       алыуға - бер миллион һум бүленгән. Әммә ҡалала хоккей ҡумталары теләгәнсә күп түгел, ни бары 65 кенә. Октябрь районында, дөйөм алғанда, 18 майҙан, Киров һәм Орджоникидзе райондарында - ун берешәр, ә, мәҫәлән, Совет һәм Ленин райондарында ни бары алтышар ғына. Һәм уларҙың һаны күпкә
       артыр тип тә өмөтләнеүе ҡыйын. Хәҙер бар ерҙә лә буш квадра т метрҙарға төҙөүселәр күҙ һалыуы билдәле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал