6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Революционерҙарға ярҙам итеүсе ойошма хаҡында
30.11.05


       Халыҡ - ара революция көрәшселәренә ярҙам итеү ойошмаһы
       (МОПР) 1922 йылдың 30 июнендә Коминтерндың дүртенсе конгресы үткән көндәрҙә ойошторола. Ойошманың үҙәк бюроһы Па риж Коммунаһы көнөн - 18 мартты - Халыҡ - ара революция көрәшселәренә ярҙам итеү ойошмаһы көнө тип иғлан итә. Ошо ваҡыттан алып Халыҡ - ара революция көрәшселәренә ярҙам
       итеү ойошмаһының 25 йылға һуҙылған әүҙем эшмәкәрлек осоро
       башлана.
       Ойошма даими рәүештә Эрнст Тельман, Георгий Димитров, халыҡ - ара коммунистар һәм эшселәр хәрәкәтенең башҡа
       күренекле хеҙмәткәрҙәрен фашист төрмәләренән азат итеү буйынса кампаниялар уҙғара.
       Бөйөк Ватан һуғышында ойошманың аҡсаһына 104 танк, 53
       самолет, 25 гвардия реактив миномет ҡоролмалары төҙөлә. Фронттарҙа "Свердловский мопровец" танкылар колоннаһы, "Омский мопровец" бронепоезы хәрәкәт итә.
       Башҡортостанда Халыҡ - ара революция көрәшселәренә ярҙам
       итеү ойошмаһы 1924 йылда барлыҡҡа килә. 1927 йыл аҙағына республикала был ойошма сафтарына 30 мең кеше инә. 1940 йылда Башҡорт АССР - ында уларҙың һаны 100 меңдән арта.
       Был ойошмалар сит илдәгеойошмалары менән хат аша аралаша,
       капитал иҙеүенә ҡаршы көрәшеүселәргә ярҙам өсөн средство йыйыу менән шөғөлләнә, СССР - ҙың дуҫтары менән осрашыуҙар үткәрә.
       Һуғыш йылдарында Халыҡ - ара революция көрәшселәренә ярҙам итеү ойошмаһының үҙәк комитеты аппараты Өфөгә күсерелә. 1980 йылдың апрель айында бөгөнгө "Знание" магазины бинаһында (Ленин урамы, 24) мәрмәр мемориаль таҡтаташ асыла, унда "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был бинала Халыҡ - ара революция көрәшселәренә ярҙам итеү ойошмаһының үҙәк комитеты урынлашҡан" тип яҙылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал