6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Юлаевсылар" мөғжизә эшләне
30.11.05


       Салауат Юлаев" бәләкәй генә булһа ла мөғжизә эшләне. ЦСКА - ға ҡаршы матч барышында еңелеү сигенә еткәс, өфөлөләр көрәште үҙ файҙаһына үҙгәртеүгә өлгәште: 5 : 3.
       Матч Николаевтың ҡапҡаһына голдар индереүҙән башланып китте. ЦСКА хоккейсыларының беренсе һәм икенсе ырғытыуҙары м аҡсатына иреште - 2 : 0. Әммә өфөлөләр бирешергә ашыҡманы һә м тиҙҙән мәскәүҙәрҙең ҡапҡаһына тәүге голды индереүҙәрен байрам итте. "Юлаевсыларҙың" иҫке - яңы һаҡсыһы Яханов шайбаны ҡапҡаның мөйөшөнә ырғытты һәм ЦСКА голкиперы уны кир е ҡағырға өлгөрмәне. Был хәл матчтың туғыҙынсы минутында бул ды. Артабан "ҡоролоҡ" башланды. Теге ҡапҡа алдында ла,
       бында ла хәүефле минуттар булғыланы, әммә ҡапҡа һаҡсылары
       ныҡ торҙо.
       Командалар асыҡ хоккей уйнаны, тип әйтеүе ҡыйын. Уларҙың һәр ҡайһыһы хатта бик көслө оборона редуттарын да емерә белә . Киләһе гол өсөнсө период башында, өфөлөләр аҙсылыҡта уйнаған ваҡытта индерелде - 2 : 2.
       Период аҙағына ЦСКА тағы ла алға сыҡты, әммә линия арбитр ы шайба "юлаевсыларҙың" береһенә тейеп үтте, тип иҫәпләне.
       Бәхәсләшеү файҙаһыҙ: бындай осраҡта матчтың баш судьяһы уйын өлөшөн ҡабатлап ҡарамай һәм линия арбитрының ҡарары
       үҙгәрешһеҙ ҡала. Шуға күрә өфөлөләр арбитрҙың, үҙҙәре иҫәпләүенсә, ғәҙел булмаған ҡарарына бына тигән һөжүмдәр
       менән яуап бирҙе. Башта Макаров гол индерҙе. "Юлаевсыларҙың" киләһе ырғытыуы ла еңеү голы алып килде.
       Бында инде Кутейкин үҙ мөмкинселеген файҙаланырға өлгөрҙө.
       4 : 3 - линия арбитрының хатаһын зыян күреүсе яҡ төҙәтте. Тамашасылар ниңәлер алдан уҡ еңеүгә ышанып, стадион буйлап " тулҡын" ебәрҙе. Матч аҙағында, "армеецтар" Фомичевты алтынсы ялан уйынсыһына алмаштырғас, шайба Андрей Сидякинға килеп эләкте. Ул Игорь Волковтың позицияһы уңышлы икәнен күреп, уға пас бирҙе, хәйер, берҙән - бер ҡамасаулаус ы
       уйынсыны урап үтеп үҙенең был миҙгелдә 11 - се шайбаһын
       ырғытырға тырыша ла ала ине! Волков алыҫтан тороп шайбаны ҡапҡаға индерә алды һәмголдар иҫәбе буйынса шул уҡ Сидякинды ҡыуып етте - хәҙер икеһенең дә унар гол.
       Матбуғат конференцияһы оҙаҡҡа һуҙылды. Унда ҡунаҡтарҙың остазы Вячеслав Быков еңелеүҙә үҙ голкиперы Фомичевты ғәйепләне. Уның фекеренсә, Рәсәй йыйылма командаһының ҡапҡа һаҡсыһы беренсе, өсөнсө һәм дүртенсе шайбаны алырға
       бурыслы ине.
       - Ҡапҡаны тағы ла легионерға ышанып тапшырырға тура киләсәк. Был беҙҙең хоккей өсөн бик насар, әммә башҡа юл юҡ.
       "Салауат Юлаевтан" ЦСКА командаһына күскән хоккейсы
       Артем Гордеев тураһында Быков түбәндәгеләрҙе әйтте:
       - Мин уны күсереүҙә ҡатнашманым. Ғөмүмән, беҙҙең хоккейҙа
       сәйер, хаталы һәм кәрәкмәгән эштәр башҡарыла. Әле Гордеев ЦСКА - ның фарм - клубында уйнай, әммә был миҙгелдә ул төп команда өсөн уйнамаясаҡ.
       "Салауат Юлаевтың" ғына түгел, Рәсәй йәштәр йыйылма
       командаһының баш тренеры вазифаһын башҡарыусы Сергей Михалевҡа "20 йәшкә тиклемге" категория хоккейсылары тураһында һорау бирелде. Йәғни, ниңә йәштәр Өфө намыҫын һаҡламаны Сергей Михайлович быға тура яуап бирҙе:
       - Беҙ махсус рәүештә алты һаҡсы менән уйнаныҡ, сөнки йәш егеттәр йыш ҡына хаталана. Кесе Зюзин тураһында нәмә әйтергә
       теләйем (Дмитрий матч буйына запастағылар эскәмйәһендә
       ултырҙы) - бөгөн ул бер хата ла ебәрмәне (залда көлөү).

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал