6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Джаз исемле ысын сәнғәт
30.11.05


       - Алҡыштарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! - саксофонын ҡосаҡлаған Бутман тамашасыларҙы тәбрикләй. - Беҙ ысынлап та уларға лайыҡлы. Бына әле генә "Ну, погоди!" йәнһүрәтенән көйҙәр
       уйнап ишеттерҙек, һәм хәҙер мин рәсми белдереү яһарға
       теләйем. Беҙ - Рәсәйҙә иң тиҙ уйнаусы коллектив. Яйыраҡ та башҡара алабыҙ. Ә һеҙ нисек уйлағайнығыҙ Баҫалҡылыҡ - ул би т билдәһеҙлектең туғаны! - тип иғлан итте лә ул сираттағы иҫ киткес импровизацияға тотондо.
       Иҫке композициялар менән бер рәттән өр - яңылары ла яңғырап торҙо.
       Тиҙ фортепиано аккордтары, барабан, контрабас һәм саксофо н тауышы кинәт дәртле көйгә әйләнә - сикһеҙ сальто - мортале , бер аяҡта һикереү, ҡул сабыуҙар ( ҡайһы ваҡыт музыканттар хи с - тойғоларын ауыҙлыҡлай алмайынса, аяҡтарын тыпылдатып, ҡу л
       сабып, ҡысҡырып та алды). Һәм барлыҡ был "иҫ киткес шәп карамболь" тамашасылар өҫтөнә ҡойма ямғыр булып яуа һәм шулай уҡ ҡапыл ғына туҡтай.
       - Һеҙ әле тыңлаған композиция яңыраҡ ҡына яҙылды, - тип аңлата Игорь урынында ултырып сыҙамаған залға. - Әммә был аҙағы түгел. Һеҙҙең өсөн запаста бик элекке һәм өр - яңы көй ҙәр етерлек...
       Элекке - был "Оксана өсөн вальс", "Ностальгия" һәм башҡал ар. Лирик, йылы, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кәйефкә нескә еп булы п ямғыр тауышы, йәйғор төҫтәре өҫтәлә...
       Биг - Бэнд Өфөлә бынан өс йыл элек булып киткәйне. Коллект ив составы үҙгәрмәгән - шул уҡ Антон Баронин (рояль), Витали й Соломонов ( контрабас), Эдуард Зизак ( барабандар) һәм саксофондан айырым күҙ алдына ла килтереп булмаған Бутман.
       - Йышыраҡ саҡырығыҙ, йышыраҡ киләсәкбеҙ, - тине хушлашҡан
       саҡта Эдуард Зизак.
       - Йәшәһен яҡшы музыка!.. Өфөлә!..
       Джаз исемен йөрөтөүсе йөрәк хәрәкәте - тормошҡа ғашиҡ булыуҙың ысын сәнғәте һәм тойғолар иреклеге. Артистар тамашасыға нәҡ ошо кәйефте бүләк итте лә инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал