6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Парфенов: "Сифатлы матбуғат аҙ һәм ул артмай"
30.11.05


       Леонид Парфенов "Их первых уст" Төбәк журналистикаһы клу бы семинарында үҙенең Ҡырымда барған һуғыш тураһындағы һуңғы
       фильмынан барлыҡҡа килгәндәй булды. Шул уҡ буйлы күлдәк, шундай уҡ куртка. Дөрөҫ, "йыртыҡ кроссовкалар" урынына ("Әйткәндәй - "Гуччи" тауары, - тип белдерҙе ул беҙгә, - фил ьмды төшөргәндә мин нәҡ шул аяҡ кейемендә инем) матур туфлиҙ ар кейгән, "Русский Newsweek" журналының баш мөхәррире тап ошондай ҡиәфәттә булырға тейештер, моғайын. Был вазифаға уның февраль айында тәғәйенләнеүен хәтергә төшөрөп үтәйек - Рәсәйҙә иң билдәле тележурналистың эшкә урынлашыуына бәйле и нтрига шуның менән тамамланды.
       Килеп инеүе менән Парфенов баҫма мәғлүмәт сараларына тәнҡит яуҙырырға тотондо. "Беҙҙә бөгөн аныҡ сифатлы федераль
       матбуғат юҡ тип әйтергә була, - тине ул. - Берҙән - бер дөй өм федераль баҫма булып беренсе битендә "Наташа Королева кемдән ауырлы" тип һорау биреүсе таблоид тора. Сифатлы матбуғатҡа килгәндә, уның тиражы бик аҙ һәм ул артмай.
       Эш нәмәлә Совет осорондағы гәзит һәм журналдар уҡыу
       йолаһы тамамланды, Рәсәй йолаһы әле башланмаған, тип һанай Парфенов. "Беренсе сәбәп - рус капитализмының төҙөк булмауы . Урта синыф юҡлығы, тотороҡлоҡ булмауы, йәмғиәттә тыныс, етеш, был дәүер уларҙыҡы икәнлеген аңлап йәшәүсе ҡатлам юҡлығы", - гәзит - журналдар уҡыу ғәҙәте булмауын Леонид Геннадьевич шулай тип аңлатты. Парфенов сығарған журнал ошо
       бушлыҡты тултырыуға тәғәйенләнгәнме Һорау. Хәйер, был һорауға ул үҙе үк яуап та бирҙе.
       "Бөгөнгө шарттарҙа халыҡтың бөгөнгө көндө үҙенеке тип иҫәпләгән, тормошта үҙен табырға, донъя картинаһын күрергә теләгән өлөшө өсөн генә эшләргә мөмкин. "Русский Newsweek" журналын сығарыу маҡсаты - бер яҡтан, журналистика эшен
       күрһәтергә ынтылыш, икенсе яҡтан уны ҡыҙыҡлы итеү һәм уны
       ҡыҙыҡлы тип тапҡан аудиторияны йыйыу.
       Үҙ баҫмаһын таблоидтар менән сағыштырыуҙарҙы Парфенов
       шунда уҡ юҡҡа сығарҙы: "Был ысынбарлыҡтан алыҫ. Францияла у л "консьержкалар өсөн журналистика" тип атала: социаль аутсайдерҙар - апай - инәйҙәр вахтала ултыра һәм Депардьеның улы эскән килеш тағы ҡайҙа эләгеүе тураһында тәмләп уҡый. Наташа Королева Игорь Николаевтан ауырлымы әллә Тарзанданмы тип баш ватыусы кешеләрҙән торған аудитория менән эшләү мөмкин түгел. Уның үҙ тормошо юҡ. Был яҡшы ла, насар ҙа түгел. Мин әле бары тик медиа продукты тураһында һү ҙ алып барам. Бында коллегаларҙың эшенә ҡарата бер ниндәй ҙә тәкәбберлек юҡ. Һәр эт нисек теләй, шулай өрә".
       "Ҡырымдағы һуғыш" фильмын Беренсе каналда күрһәтеүҙәренә
       нисек өлгәштегеҙ, тигән һорауҙы Леонид туранан - тура канал етәкселегенә йүнәлтте. "Был һорау Беренсе каналға. Мин
       уны Беренсе каналға һаттым. Һәм ошо урында минең был әҫәр
       менән үҙ - ара мөнәсәбәтем тамамланды. Шулай уҡ минең "Пушкинға" ла, "Рәсәй империяһына" ла, "Намедни" тапшырыуына ла автор хоҡуғым юҡ. Мин аҡыл хеҙмәте "пролетарийы". Эшләнем һәм эшем өсөн аҡса алдым.
       Фильмдың Беренсе каналда күрһәтелеүе тураһында... Мин быны Костя Эрнст менән шәхси, бик элекке "беренсе каналға тиклемге" мөнәсәбәттәрҙән башҡа бер нәмә менән дә аңлата алмайым. Әйткәндәй, мин штат буйынса Беренсе каналда эшләүҙән туҡтағандан башлап, миңә ниндәйҙер телеәйберҙәр эшләргә тәҡдим итеүсе - ул Эрнст.
       Ирина Ясинаның "Мин уның бик зауыҡлы кеше булыуы хаҡында әйтә алам" тигән репликаһына Парфенов былай тип яуапланы: "Төрлөсә була. Әммә ул мин ғүмер буйы белгән Костя булып ҡалыуын дауам итә. Ул һүҙҙең иң яҡшы мәғәнәһендә - фраер. Башҡаларҙа булмағанса эшләргә, быға тиклем күрелмәгәнсә эшләргә - уның өсөн ошонан да "тәмле" эш юҡ. Уның өсөн Костя
       яфаланырға әҙер. Был уның өсөн бик мөһим".
       Һәр нәмә тураһында һөйләргә һәм уны күрһәтергә була, тип иҫәпләй Парфенов. Ҡот осҡос нәмә икән, ул шул көйө ҡалырға тейеш. Юҡһа алмашыныу башлана. Ҡот осоу ҡурҡыуға әйләнә. Ҡурҡыу шөрләү генә булып ҡала. Шөрләү иһә "Ой!" тип кенә ҡуйыуға алып бара. "Ай!" тураһында яҙып та тормаҫҡа мөмкин.
       Журналист үҙе кеше. Ниңә ул һәр ваҡыт үҙен барыһын да ҡабул
       итә белеүсе айырым зат, ә уҡыусы - икенсе төрлө заттан, ул төшөнмәй, тип уйларға тейеш. Был донъянан өҫтә булыуҙы аңлата. Миңә ҡалһа, барыһы ла булырға тейеш. Ҡот осҡос булһа
       ла мәғлүмәт мәғлүмәт булыуҙан туҡтамай. Тимәк уны мәғлүмәт булараҡ ҡабул итеү кәрәк. Был кәрәк, шунһыҙ донъяла ниндәй хәлдәр булғаны аңлашылмай. Әгәр кешене үлтергәндәр икән, мин
       мәйет тураһында тәмләп һөйләргә кәрәк, тип саҡырмайым. Әммә ул булырға тейеш, минең өсөн ошо төшөнсә мөһим.
       Һәм һөйләшеү аҙағында, журналистканың кадрҙа ниндәй ҡиәфәттә күренергә кәрәклеге тураһындағы һорауға яуап биреп,
       Парфенов баҫма матбуғаттан электрон матбуғатҡа күсте. Конкрет әйткәндә - ҡыҙ уларға биҙәүестәр тағырға һәм эфирҙа сәстәрен таратырға рөхсәт итмәүҙәре йәһәтенән борсолоу белдерҙе. Хәйер, Парфенов та уға өмөт өҫтәмәне. "Минең фекерем - биҙәүестәр кәрәкмәй. Мин яңылыҡтар тапшырыуын алып барыусы егеттәргә никах балдағын да сисергә тәҡдим итәм . План бик ҙур, һәм был махсус рәүештә күрһәткән кеүек килеп
       сыға, йәнәһе: "Иғтибар итегеҙ, мин өйләнгәнмен... ". Ә ҡаты н - ҡыҙҙар тағы ла асығыраҡ күренә, эфирҙа көндәлек косметика ҡулланыу ҙа ярамай.
       Был ысынлап та шулай, сөнки ҡараған кеше иғтибар итә. Төньяҡ ил булыуыбыҙҙы, шуға күрә сағыуыраҡ күренергә кәрәклеген дә аңлайым. Мин был йәһәттән ярайһы уҡ ҡаты ҡағиҙәләргә буйһонам. Биҙәүестәрҙең төрлөһө була. Нимә ул
       "биҙәүес" Муйынса артығыраҡтыр, моғайын. Мин Иосиф Давыдович Кобзон кеүек: сығыш яһаған салбарымда ултырмайым. Һин кадрҙа, тимәк кадрҙа. Төшөрөүгә барыһын да үҙем менән алып киләм. Кейәм, сисәм, һәм артабан йәшәйем. Таушалған салбар - ул нонсенс".

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал