6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иглиндар "Мөғжизәләр яланына" ла барып етте
29.11.05


       Кем телевизор экрандарында балҡырға ярата тиһәгеҙ, иглин дар, тип яуап бирәм. Иртә менән БСТ каналын асып, "Сәләм"
       программаһында был ҡасабаның тағы бер геройы тураһында һөйләүҙәрен ишетеү мине бер ҙә аптыратмай. Әммә республика т елевидениеһы ғына етмәй уларға. "Беренсе каналды яуларға ваыт!" - тип хәл итә пенсионерка Надия Батыева һәм быйыл май
       айында Леонид Якубовичҡа үҙенең кроссвордтарын ебәрә.
       Леонид Аркадьевичтан "Мөғжизәләр яланы" тапшырыуында ҡатнашыуға ризалыҡ һорап килгән телеграмма ла оҙаҡ көттөрмәй , һәм яҡын арала беҙ Надия Батыеваны был уйындарҙың береһендә күрәсәкбеҙ.
       Тик, әйҙәгеҙ, был уйында өйрәнелгәнсә, унда ҡатнашыусы
       менән яҡынданыраҡ танышайыҡ. Надия Батыева оҙаҡ йылдар Урта Азияла йәшәй һәм эшләй. Тормош иптәше Ринат һәм өс балаһы менән Башҡортостанға ҡайтып, тормоштарын өр - яңынан ҡорорға тура килә. Ире менән бергәләп улар тимер юлға эшкә урынлаша.
       Бөгөн Надия Яҡуп ҡыҙы хаҡлы ялда. Тормошто уның бар төҫтәрендә ярата һәм өй мәшәҡәттәренән бушаған арала кросвордтар сисеп тә өлгөрә, яратҡан тапшырыуын көтөп ала.
       Надия Яҡуп ҡыҙын Мәскәүгә тотош ауыл менән әҙерләйҙәр. Миллионлаған халыҡ алдында иглиндар һыната алмай бит инде, ш уға күрә героиняны бүләктәр менән "тәьмин итеү" иң мөһим эшкә әүерелә. Был йәһәттән уға Иглин районы хакимиәте башлығы Ринат Сәлмән улы Исхаҡов, йәмәғәт берекмәләре, төрлө предприятие һәм ойошма вәкилдәре ярҙам итә...
       Надия Яҡуп ҡыҙының Леонид Якубовичҡа күстәнәскә нәмә
       алып барыуы тураһында иглиндар белдермәне, серҙе асманылар.
       Бары тик "Тыуған Иглин крайы" китабының "Мөғжизәләр
       яланында" тейешле урын биләйәсәге хаҡында ғына әйттеләр.
       Яҡташыбыҙҙы алда яңы тәьҫораттар, иң мөһиме - яратҡан алы п барыусыһы менән осрашыу һәм Беренсе каналдың популяр
       программаһында ҡатнашыу көтә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал