6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Тағы ла ер тураһында
29.11.05


       Большевиктарҙың "Ер - крәҫтиәндәргә!" тигән лозунгы тағы
       ла көнүҙәк һорауға әйләнде. Әммә ул хәҙер хакимлыҡ итеүсе синыфтан түгел, ә дәүләттән - ауыл халҡы файҙаһына алынасаҡ. Киләһе йылдың ғинуар айынан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр ( башлыса һөрөнтө ерҙәр) бушлай крәҫтиәндәргә тапшырыласаҡ. Әммә бөтә ер майҙаны барыһына л а бүлеп бирелә икән тип аңларға кәрәкмәй. Ауыл хужалығы предприятиеларында эшләүсе һәм ауыл ерендә йәшәүселәр генә ү ҙ гектарҙарына эйә буласаҡ.
       Үҙәк шулай тип хәл итте, әммә ерҙәр республика законы буйынса бүленәсәк. Хәйер, унда юғарынан килгән теләктәр барыһы ла иҫәпкә алынған. Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" Законы буйынса беҙҙең республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер майҙанынан ер участкаларын хосусилаштырыу 2006 йылдың 1 ғинуарынан башланасаҡ. Лозунгыны әйтеүе еңел, ә бына кемгә ҡайһы ер ниндәй хоҡуҡ буйынса тейешлеген билдәләү - ҡатмарлы мәсьәлә. Шуға күрә Башҡортостанда бер нисә ай дауамында ерҙе хосусилаштырыу
       буйынса методик рекомендациялар әҙерләнде.
       Был документҡа ярашлы, граждандарға торлаҡ, гараж төҙөү, ярҙамсы һәм дача хужалығы, баҡса участкаһы һәм башҡа
       маҡсаттарға бүленгән ер участкалары хосусилаштырыуға эләкмәй. Ауыл һәм ҡасаба Советтары ҡарамағына тапшырылған һәм ҡалаларҙы киңәйтеүгә ҡалдырылған ерҙәр, райсоветтарҙың м ахсус ер фонды, урман фонды, шулай уҡ бөгөн яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе крәҫтиән - фермер хужалыҡтары, рентабелле эшләүсе
       дәүләт һәм муниципаль ауыл хужалығы предприятиелары һәм тәжрибә хужалыҡтары, көтөүлек һәм бесәнлектәр ҙә бүленмәйәсәк.
       Бушлай ер кемгә тейеш - был да айырым һорау. Ерҙә йәшәүселәрҙең барыһын да бер һыҙыҡҡа баҫтырып ҡарау дөрөҫ тү гел - уларҙың барыһын да һөрөнтө ерҙәрҙе эшкәртеү ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡһындырмай ( ә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге хосусилаштырылған ерҙәр шул уҡ йүнәлештә эшләүен дауам итергә тейеш, был турала законда ла әйтелә) һәм һәр кем ергә дәғүә лә итә алмай. Республиканың Е р ресурстары һәм ер ҡоролошо буйынса дәүләт комитеты рекомендацияларына ярашлы, 1992 йыл исемлегенә инеүселәр
       ( ул саҡта колхоз һәм совхоздарҙы үҙгәртеп ҡороу ваҡытында пайсылар билдәләнгәйне инде) һәм ошо ерҙә әле лә йәшәүсе һәм тир түгеүселәр ерҙән өлөш алыу хоҡуғына эйә. Хәйер, ваҡы т индергән төҙәтмәләргә бәйле исемлектәр үҙгәрергә мөмкин: кемдер вафат булған, кемдер икенсе урынға күскән, кемдер хәҙер хужалыҡта эшләй һ. б. Был һорауҙар барыһы ла пайсыларҙың дөйөм йыйылышы ҡарамағында.
       Әйткәндәй, ауыл хужалығы ойошмаларының 1992 йылдың 1 ғинуарынан һуң штатты ҡыҫҡартыу йәки предприятиены бөтөрөүгә бәйле эшенән бушатылғандар ҙа пайға хоҡуҡлы. Был ауыл хужалығы предприятиеһынан хаҡлы ялға киткән пенсионерҙар, предприятие эшләгән ауылда бюджет өлкәһендә э шләүселәр кеүек үк, үҙ пайына иҫәп тота ала. Әммә һуңғыларын
       был исемлеккә пайсыларҙың дөйөм йыйылышы ризалығы буйынса ғына индерергә мөмкин. Һәм, әлбиттә, хәрби хеҙмәттә булып ҡалыусылар, декрет ялындағы ҡатын - ҡыҙҙар, командировкалағы хеҙмәткәрҙәр ҙә өлөшһөҙ ҡалмай.
       Республика күләмендә лә, бер район сиктәрендә лә ер пайҙарының бер төрлө булмауын билдәләп үтергә кәрәк. Эш хужалыҡтағы ер майҙанында: ул күберәк булған һайын пай ҙа ҙурыраҡ. Әммә һәр ауыл кешеһенең шәхси өлөшө уртаса район
       пайынан сығып иҫәпләнәсәк. Уны билдәләүе еңел: районда хосусилаштырылған ер күләме дәғүәселәр һанына бүленә, бына ш унан уртаса район пайы килеп сыға.
       Быға өҫтәп тағы нәмә әйтергә була. Үҙ пайыңды шунда уҡ ал ыу мотлаҡ түгел. Уны хужалыҡҡа ҡалдырып, тыныс ҡына эшләүеңд е дауам итергә мөмкин. Шул уҡ хужалыҡҡа ҡуртымға тапшырып, натураль продукт - иген йәки бесән менән түләү алырға ла бул а. Һатырға ла мөмкин, әлбиттә, ләкин белгестәр иҫәпләүенсә, был отошло юл түгел. Пайҙарҙы бүлгәндә башта хужалыҡтың иң алыҫ ерҙәре таратыласаҡ, өҫтәүенә Рәсәйҙә ерҙең реаль баҙар хаҡы
       әлегә формалашып етмәгән. Тимәк әлегә байырға ашығыу кәрәкмәй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал