6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Легендар осоусы Өфөнө азат итеүҙә ҡатнаша
29.11.05


       Беренселәрҙән булып Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ б улыусы Александр Беляковтың исеме 1936 йылдың июнендә, Валерий Чкалов һәм Георгий Байдуков менән бергә штурман сифатында Мәскәүҙән Удд утрауына осҡандан һуң бөтә илдә билдәлелек яулай. Әйткәндәй, ошо осош өсөн ул Герой исеменә лайыҡ була ла инде.
       Һәм 37 - се йылда Беляковтың фамилияһы һәм фотографияһы тағы ла гәзит биттәренән төшмәй: шул уҡ экипаж составында Александр Васильевич Мәскәүҙән Төньяҡ полюс аша Америкаға
       оса...
       Геройҙың биографияһы Башҡортостан менән бәйле булыуы тураһында күптәр белмәй. 1919 йылдың июнендә Александр Беляков Чапаев дивизияһының 75 - се артиллерия дивизионы составында дивизион адъютанты сифатында Өфөнө
       аҡгвардеецтарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
       Буласаҡ Герой төплө хәрби мәктәп үтә: Александров исемендәг е хәрби пехота училищеһын тамамлай, армияла хеҙмәт итә. 1921 йылда Беляков Мәскәү фотограмметрик мәктәптә уҡыуын дауам ит ә. Һуңынан Хәрби - һауа академияһында уҡыта һәм тағы ла белемен арттыра - был юлы осоусыларҙың хәрби мәктәбендә.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында авиация генерал - лейтенанты Беляков һауа армияһы штурманы вазифаһында Берлин операцияһында ҡатнаша.
       Һуғыштан һуң Александр Васильевич юғары уҡыу йорттарында белем бирә, ғилми эш менән шөғөлләнә. 1982 йылдың 29 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.
       Громов, Водопьянов, Молоков, Слепнев кеүек легендар осоус ыларҙың биографияһында ла беҙҙең республикаға бәйле биттәр булыуын билдәләп үтергә кәрәк.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал