6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Ылаусыға" егерме йәш
28.11.05


       "Өфө уттары" күңел асыу комплексында энә төртөр урын ю ҡ. Көтәбеҙ - 10, 15, 20 минут... Һәм, ниһәйәт, бәрхәттәй ҡа тын - ҡыҙ тауышы иғлан итә: "Граждандар һәм иптәштәр, ханымд ар һәм
       әфәнделәр! Һеҙҙең өсөн Александр Новиков йырлай".
       20 йыл элек тә иҫ киткес ҙур илебеҙ, 250 миллион кеше барыһы ла тип әйтерлек быға тиклем билдәле булмаған шансонье
       Александр Новиковтың "Ноты", "Кометы" һәм "Маяки" магнит
       яҙмаларын тыңлай ине. Ҡала романсы жанрындағы "Вези меня, и звозчик" альбомы уны күҙ асып йомғансы популярлыҡтың юғары б аҫҡысына күтәрҙе. Хәйер, ул ваҡытта власть органдары
       Новиков хата йырҙар йырлай, улар социалистик ысынбарлыҡты сағылдырмай, тип тапты, һәм йырсыны оҙаҡҡа "яптылар". Әммә м иллионлаған магнит катушка һәм кассеталарҙы тартып алыу
       мөмкин түгел ине, һәм халыҡ Новиковты тыңлауын дауам итте.
       Шулай итеп төрлө тыйыуҙарға ризаһыҙлығын уҫал һәм "бер аҙ
       блатлы" йырҙары аша сағылдырған уңайһыҙ кеше тураһында легенда барлыҡҡа килде.
       Һәм бына ап - аҡ костюм кейгән "йондоҙ" сәхнәлә баҫып тор а һәм күптән таныш тауышы менән Рәсәй буйлап ойошторолған әлеге туры "Ылаусыға 20 йәш" тип аталыуы тураһында хәбәр итә . "Тәүге альбомға минең ҡарашым айырым, ул минең тормошомдо тулыһынса үҙгәртте", - тип аңлатты артист.
       Сығышының башында Александр Новиков "теге алыҫ йылдар рухына" хыянат итмәҫкә тырышасағын, йырҙарҙы ике тиҫтә йыл элек булған вариантта башҡарасағын белдерҙе. Сығыш барышында артист ҡайһы бер йырҙарҙың яҙылыу тарихына ла аңлатма биреп үтте.
       Сәйер, әммә Новиковтың бер аҙ онотолған шлягерҙары ябай
       булмаған ваҡыттарҙы һағыныу тойғоһон уятты, тамашасылар,
       айырыуса ҡатын - ҡыҙҙар йырҙарҙы артистҡа ҡушылып
       башҡарҙы. Әйткәндәй, уның йыр текстары бик мәғәнәле һәм асыҡ, уларҙа тупаҫыраҡ юмор ҙа сағыла, ҡайһы бер юлдарында
       автор үҙенең философлығын да йәшермәй. Әйткәндәй,
       Александр Новиков йырҙарының күп кенә фразалары афоризмға ә йләнгән.
       Йырсы, шағир һәм композиторҙың элекке әҫәрҙәренән уның өсөн төп университет тормош булыуы, ә үҙе өсөн туғандаш күңе л тип Сергей Есенинды һанауы күренә. Бөйөк рус шағирының ижадына булған ҙур ҡыҙыҡһыныу ҙа ошонан киләлер, моғайын. Концерттың һуңғы өлөшөндә Александр Новиков үҙенең Сергей Есенин шиғырҙарына яҙылған бер нисә яңы йырын башҡарҙы. "Беҙ, рус телендә һөйләшеүселәр өсөн Есенин берләштереүсе көс булып тора, бында дин һәм милләттең ниндәй булыуы мөһим түгел. Бөгөн барыһы ла милли идея эҙләй һәм таба алмай, ә минеңсә, беҙҙең милли идея ул Есенин", - тип белдерҙе йырсы.
       Башлыса урта йәштәге һәм күпселек ҡатын - ҡыҙҙарҙан торға н тамашасылар кис буйына Новиковҡа ҡушылып йырланы, әүҙем алҡышланы. Һәм шансонье, автор һәм башҡарыусы булараҡ, 20 йыл үтәкндән һуң да уның йырҙарын онотмауҙары һәм яратыуҙарынан ҡәнәғәт ҡалды.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал