6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Күргәҙмә түгел, әкиәт!
28.11.05


       Был экспофорум һуңғы ваҡытта ойоштролған күргәҙмәләр араһында минең өсөн иң ҡыҙыҡлыһы булды. Республикала
       Төбәк - ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы сиктәрендә "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында ойошторолған етенсе "Эшҡыуар - 2005" республика күргәҙмәһе бик бай һәм матур булыуы менән
       айырылып торҙо. Республика эшҡыуарҙары төрлө йүнәлештә эшләй. Һәм был йүнәлештәрҙең күбеһен әйтелгән күргәҙмәлә күрергә мөмкин ине. Бында кейем - һалым, мебель, уйынсыҡтар,
       полиграфия продукцияһы, аҙыҡ - түлек һәм башҡалар. Барыһы л а бик сағыу һәм ылыҡтырғыс. Ойоштороусылар бер нәмә лә йәлләмәгән. Ҡунаҡтарҙы башҡорт эшҡыуарҙары билдәһе - бай кейемдәр кейгән Алтын Һыуһар ҡаршыланы.
       Ә экспозициялар иҫ китерлек ине! Бына Бөрөнөң бөҙрәхана сәнғәте үҙәгенән килгән ҡыҙҙар. Һәр береһе үҙенсәлекле прическалы - үткән быуат сибәрҙәренең сәс тарау оҫталығын һүрәтләүселәре лә бар. Күлдәктәрен дә шул дәүергә тура килтереп үҙҙәре теккән. Ә тырнаҡтары! Ҡыҙҙарҙың береһенең
       тырнаҡтарын Пушкин әкиттәре буйынса эшләнгән һүрәттәр биҙәй!
       Бына тимерселек предприятиеһы. Хәҙер тимерселәр юҡ тиһегеҙме Яңылышаһығыҙ! Хәҙер дағалар өсөн аттар аҙ, ә тимерсе оҫталығы һорау менән файҙаланыуҙан туҡтамай. Сүкеп
       яһалған рәшәткәләр, ҡапҡалар, фонарҙәр, урта быуат стилендә
       эшләнгән мебель. Был әйберҙәргә күпселек байҙар ғына эйә була ала, әлбиттә. Күргәҙмә экспозицияһында ҡорос һарайта
       кейгән рыцарь тора - әкиәт! Ҡул бармаҡтарына тиклем сүкеп яһалған, тере кешенән айырылмай, баш кейемендәге ярыҡтарҙан күҙҙәре генә ялтырап күренмәй инде. Күргәҙмәлә фирманың вәкиле булараҡ ҡатнашыусы тимерсе түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Рыцарҙе беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең береһе буш ваҡытында эшләне. Әммә йыш ҡына кафе, клуб, ресторандар ошондай
       әйберҙәргә заказ бирә. Күптән түгел "текәләрҙең" береһе үҙе нә сүкелгән тәхеткә заказ бирҙе. Яҡындары араһында булһа ла үҙен батша итеп тойорға теләйҙер инде.
       Бына Федоровка районының Иҫке Сытырман ауылынан килгән Мо ртаза Солтанғоловтың экспозицияһы. Ул тал бүрәнәһенән эшләнгән сувенир умарта алып клгән. Өфө сәнғәт училищеһынан ике егет - Рәдиф Бохарбаев һәм Айнур Ҡорбанов - ошонда уҡ
       ҡурайҙа һыҙҙыра.
       - Мин өс нәмәгә өгөтләйем, - ти Мортаза, - ислам - башҡорттарҙың дине, ҡортсолоҡ - башҡорттарҙың шөғөлө, һәм ҡурай - буш ваҡытта күңелде йыуатҡыс. Мин үҙем ҡурайҙа уйнарға оҫта түгел, әммә ҡурай өсөн һауыттарҙы ҙур теләк мен ән эшләйем.
       Бына Благовещен оҫталарының талдан үреп эшләнгән әйберҙәре. Фирма ни бары өс кешенән генә тора. Ә алып килгән
       әйберҙәре! Мебель - өҫтәл - ултырғыстар, кәнәфиҙәр, кашпо, сувенирҙар.... Ысын һыйыр ҙурлығында талдан үрелгән һыйыр, үрелгән тулҡындар буйлап йүгереүсе елкәнле карап та уларҙың экспозицияһына иғтибарҙы йәлеп итә.
       - Һыйырға заказды һөт заводы бирҙе, ә карапты бында, күргәҙмәлә үк һатып алдылар, тағы ла шундай өсәүгә заказ бирҙеләр, - тип һөйләй фирма директоры.
       Үреп эшләнгән мебель күпме файҙаланыуға етә, тип һорайым.
       - Беҙ ун йыл эшләйбеҙ, - тигән яуап ишетәм. - һәм әлегә б ер
       кем дә беҙ етештергән мебель эштән сыҡты, тип зарланғаны юҡ . Һуғылмайынса үтеп китеү мөмкин булмаған тағы бер сағыу экспозиция, ул да булһа - Өфөнөң "Балалар университеты" хеҙмәткәрҙәре тарафынан етештерелгән йомшаҡ уйынсыҡтар һәм яңы йыл костюмдары. Ошонда уҡ банандар, маймылдар, йылан уратып алған пальма тора. Баҡһаң был кейем элгесе икән
       дә. Бер күргәҙмәне лә урап үтмәгән Һыуһар ҙа уларҙың оҫта ҡулдарының хеҙмәт емеше булып сыҡты.
       Эйе, башҡорт киңлектәрендә эшҡыуарлыҡтың үҙен яҡшы тойоуы шик тыуҙырмай. Рәсми статистика ла быны раҫлай. Беҙҙең республикала эшҡыуарлыҡ үҫеше дәүләт сәйәсәте кимәленә күтәрелгән. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлау инфраструктураһы уңышлы эшләй. Һуңғы биш йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны бер ярым тапҡыр артты. Уның г еографияһы киңәйә, иҡтисад тармағында һәм төрлө кимәл бюджеттары формалашыуында ҡатнашлығы әүҙемләшә. Республика халҡының эшкә һәләтле һәр етенсе кешеһе бөгөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләй. БР тулайым төбәк продуктының 12 проценты нәҡ уларҙың көсө менән тәьмин ителә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал