6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ваҡыт һыбайлылары үткәнгә саҡыра
28.11.05


       Өфө рәссамдары - Борис һәм Ольга Самосюк, Виталий Николаев ваҡыт үтәрер өсөн генә тип ҡәләмгә лә, балсыҡҡа ла, керамикаға ла тотонмай. Уларҙың һәр эше буш урында барлыҡҡа килмәй һәм һәр береһенең үҙ мәғәнәһе бар. Был өсәүҙең сәнғәте матурлыҡ өсөн түгел, ә тәрән интеллектуаль мәғәнәгә
       эйә тигән һығымтаға киләһең. Бөгөн Өфө художество галереяһында туҡталған "Ваҡыт һыбайлылары" ла ошоно раҫлай.
       Күргәҙмә оптимистик рухта, фантазия менән эшләнгән. Цивилизация темаһы һәм мәҙәниәтенә баҫым яһаусы эштәр ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Виталий Николаевтың керамиканан эшләнгән үткән заман рухын сағылдырыусы скульптуралары Ольга һәм Борис Самосюктың картиналары солғанышында бик матур күренә. Һынлы сәнғәт, графика әҫәрҙәре бер - береһенә тап килә һәм үткәнгә тәҙрәне аса биреп, үҙ тарихын бәйән ит ә.
       Бында образ, тема һәм техника буйынса төрлө эштәрҙе бер тема - мифологик, эпик, әкиәти һәм сикһеҙ серле, ысынбарлыҡ та булған һәм уйлап сығарылған ваҡиғаларҙы, эш - күренештәрҙ е һәм шәхестәрҙе бергә йыйыу теләге берләштерә.
       Был күргәҙмәне ойоштороу идеяһы күптән барлыҡҡа килгән. Экспозиция авторҙары үҙҙәренең ижади тормошо дауамында теге йәки был дәрәжәлә әйтелгән темаға мөрәжәғәт итә.
       Төрлө сәбәптәр буйынса барлыҡҡа килгән һәм юҡҡа сыҡҡан цивилизациялар тарихы һәр ваҡытта ла кешелә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы ғәжәпләндермәй. Тик бына парадокс:
       - Үткәндәр тураһында күберәк белгән һайын бер нәмәне лә теүәл белмәйәсәгеңде асығыраҡ аңлай бараһың, - ти Ольга Самосюк.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, матурлыҡты баһалаусылар авторҙар күптән инде бөгөнгөнө лә, үткәнде лә эйәрләне, тип
       иҫәпләй. Һәм ошондай күркәм күргәҙмәне бөтә Рәсәйҙә лә күр ә алмауы йәл, тип белдерә. Шуға күрә күргәҙмәгә килергә теләүселәргә ашығырға кәңәш итер инем, ул 17 декабргә тиклем
       эшләйәсәк. Артабан күргәҙмә юлға сыға...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал