6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йәш ғалимдарҙы өмөт йәшәтә
25.11.05


       Илебеҙҙә фән ҡатмарлы осорон кисерә - ғалимдар башлыса энтузиазм арҡаһында ғына эшләүен белдерә. Һәм проблема ҡорамалдар һәм аҡса етмәүендә генә булһа икән! Иң күңелһеҙе - кадрҙарҙың ҡартайыуы, ә йәштәрҙең бик һирәге генә был өлкә лә эшләргә теләк белдерә. Эш ялҡаулыҡта ла түгел. Талантлы, өмөтлө аспиранттар ҙа һөнәр буйынса түгел, ә икмәк - тоҙға етерлек хеҙмәт хаҡына эшләүҙе хуп күрә.
       Өфө ғалимдары һәм эшҡыуарҙары ошо етди проблема менән
       шөғөлләнә башланы һәм, ҡыуанысҡа ҡаршы, уны хәл итеү
       юлдарын да билдәләне. Бизнес - белем өлкәһендә инновация төркөмө етәксеһе Рөстәм Еникеев әйтеүенсә, бында уларға ноябрь айында "Башҡортостан" ҡунаҡханаһында үткән "Заманса б изнес - белем биреү. Инновация технологиялары" семинары
       ярҙам итә.
       - Йыш ҡына инновацияны бер яҡлы тәҡдим тип аңлайҙар. Әммә
       бөгөнгө осраҡта хәл икенсерәк. Бизнес һәм фәнгә ике яҡҡа ла
       отошло хеҙмәттәшлек тәҡдим ителә. Бизнес яғынан был
       ғалимдарҙың интеллекты ярҙамында хәл итә алырлыҡ ихтыяждар булырға мөмкин, ә ғалимдар, үҙ сиратында, эшҡыуарҙар яғынан матди ярҙамға мохтаж.
       - Мин үҫемлектәр физиологияһы лабораторияһында эшләйем, -
       тип һөйләй өлкән ғилми хеҙәткәр, биология фәндәре кандидаты
       Дмитрий Веселов. - Беҙҙең коллектив 17 кешенән тора, уларҙы ң күпселеге 30 йәшкә тиклемге йәштәр. Беҙ үҫемлектәр, башлыс а бойҙай, арыш, арпа һәм башҡа үҫемлектәрҙең нисек итеп ҡаты климат шарттарында йәшәү һәләттәрен һаҡлауын асыҡлайбыҙ, был шарттарға ҡаршы торорға өйрәнәбеҙ. Йыл һайын беҙгә яңы аспиранттар килә, һәр өс йыл һайын кемдер фән кандидаты исеменә лайыҡ була. Беҙҙең лаборатория нәмәһе менән йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уларҙы йәлеп итә Ғөмүмән алғанда, мин Өфөлә, илдең барлыҡ мөйөштәрендәге кеүек үк, үҙ
       ижади мөмкинселектәрен нәҡ фән эшмәкәрлегендә асырға
       теләүселәр етерлек тип иҫәпләйем. Бынан тыш, фәндә конвейер
       яҡшы көйләнгән - йәштәр беҙгә фән кандидаттары булып килә. Быға өҫтәп сит ил менән тотороҡло бәйләнеш һәм әҙерлектең заманса кимәлен билдәләргә кәрәк. Күптәребеҙ бер нисә тапҡыр
       сит илдә булып ҡайтты. Шуға күрә сағыштырырға урын бар, һәм
       сағыштырыу беҙҙең файҙаға. Ҡорамалдар, приборҙар базаһы иҫкереүе генә бер аҙ бәкәлгә һуға.
       - Тикшеренеү эшмәкәрлеге, ғөмүмән, бик ҡыҙыҡлы, - ти кесе ғилми хеҙмәткәр, биология фәндәре кандидаты Алла Черкозьянова. - Беҙҙең темалар көнүҙәк, ҡыҙыҡлы эксперименттар үткәрәбеҙ, сит илдәрҙәге коллегаларыбыҙ менән
       аралашабыҙ. Хәйер, дәүләт һәм шәхси эшҡыуарҙар яғынан ярҙам етмәй, әлбиттә.
       - Бөгөн ғалимдарға йәшәр өсөн ҡулланыусылар ихтыяжына
       яраҡлашырға тура килә, - тип иҫәпләй БДУ химия - технология
       факультет студенты Артем Поликарпов. - Фәнде ҡыҫалар, беҙҙең ғалимдарҙың эше бер кемгә лә кәрәкмәй, әммә беҙ был хәл үҙгәрер, шәхси компаниялар йәш ғалимдар һәм "фән студенттарының" проблемаларына иғтибар итер, тип өмөтләнәбеҙ. Был ике яҡҡа ла файҙа килтерер ине.
       - Нисек кенә булмаһын, был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалды , - тип һөйләй Рөстәм Еникеев. - Семинар сиктәрендә күп кенә
       Өфө эшҡыуарҙары йәш ғалимдарҙың эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм хеҙмәттәшлек тәҡдим итте. Осрашыуҙы ойоштороусылар яңы мөмкинселектәр фәнгә йәштәрҙе тағы ла
       күберәк йәлеп итер һәм уларҙың абруйын күтәрергә мөмкинселек бирер тип ышана.
       Бизнесмендарҙың фән кешеләре менән осрашыуы һуңғыһы түгел, Өфөлә ошо йүнәлештә тағы бер нисә семинар үткәреү планлаштырыла, һәм һөҙөмтәлә йәш ғалимдарҙың ситтән эш эҙләү менән түгел, ә бары тик фән менән генә шөғөлләнә башлауы ла бик мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал