6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Хәрби поста вафат була
25.11.05


       Леонид Борисович Красин күренекле кеше була. Ул 1870 йыл дың 15 июлендә Ҡурғанда, чиновник ғаиләһендә тыуа. Төмән реа ль училищеһын тамамлағас, 1887 йылда Петербург технология
       институтына уҡырға инә. 1890 йылда, студент ваҡытында, М. И . Брусневтың марксистар түңәрәгенә йөрөй башлай. Ике тапҡыр
       ҡулға алына, һәм 1895 йылда революцион пропагандалары өсөн өс йылға Иркутск ҡалаһына оҙатыла. Һөргөндән һуң, 1897 йылда , Харьков технология институтына уҡырға инә.
       Красиндың ата - әсәһе Иркутск ҡалаһында йәшәй. Шуға күрә уҡыуы менән бергә ул тимер юл төҙөлөшөндә эшләй, Байкал ярында Мысовая - Мишиха аралығында начальник вазифаһын
       башҡара.
       "1900 йылға мин барлыҡ имтихандарҙы ла тапшырҙым, әммә
       диплом тапшырыу ниндәйҙер сираттағы баш күтәреүгә яза сифатында бер йылға кисектерелде, - тип яҙа Л. Б. Красин "Автобиографик мәҡәләләрендә". - Р. Э. Классон, Петербург институты буйынса дуҫым Бакуға, ул саҡта барлыҡҡа килгән "Электросила" йәмғиәтенең төҙөлөш эштәренә идара итергә
       саҡырҙы. 1900 йылдың июнь айында мин Бакуға килдем..."
       Иркутск ҡалаһынан Бакуға килешләй Красин, бәлки, Тайга
       станцияһына, үҙенең иптәше Г. М. Кржижановскийға туҡталғандыр. Улар Петербургта революцион эш буйынса таныш б ула. Һәм "Эшсе синыфын азат итеү өсөн көрәш союзын" ойоштороусыларҙың береһе - Кржижановскийҙың ҡушыуы буйынса ул Өфөгә В. И. Ленин һәм Н. К. Крупская янына инеп
       сыҡҡандыр, тип фаразларға ҡала. Уның беҙҙең ҡалала туҡталыуына башҡа аңлатма юҡ.
       Л. Б. Красин Өфөгә 27 июндә (иҫке стиль буйынса) килә һәм Полетаев ҡунаҡханаһында туҡтала.
       Өфөлә Ленин һәм Красин осрашамы Моғайын, осрашҡандыр. Шу ға күрә Ленин Себергә, Кржижановскийға барыу ниәтен кисектергәндер.
       1901 йылдың 15 (28) майында Ленин "Искра" һәм "Заря" мөхәрририәте исеменән Классонға хат яҙа һәм әйтелгән
       баҫмаларға финанс ярҙам күрһәтеүен үтенә. Хатында ул "Классондың дуҫы" Л. Б. Красинды ла иҫкә ала.
       Л. Б. Красин "Искраны" ойоштороусылар иҫәбендә була. Ул Баку ҡалаһында "Искраның" легаль булмаған типографияһын ойоштора, сит илдән әҙәбиәт ҡайтарыуҙы юлға һала. Гәзиттең тиражын арттырыуға мөмкинселек биреүсе ҡалыптар ҙа
       ҡайтарыла. Баку типографияһы биш йылдан ашыу эшләй, күп
       кенә йәшерен әҙәбиәт сығара, "Искра" гәзитен баҫтыра, әммә охранка ҡулына эләкмәй.
       Красин революция кәрәк - ярағы өсөн аҡса табыуға оҫта бул а. Иҫтәлектәрендә ул, мәҫәлән " А. М. Горький аша беҙҙең аҡс аға мохтаж Баку ойошмаһы һәм ул саҡта Өфө губернаһында Кугушев и мениеһына идара итеүсе һәм ошо ваҡыттан алып беҙгә даими рәүештә аҡса менән ярҙам итеүсе А. Д. Цюрупа менән бәйләнеш булдырылды" тип яҙа.
       Үҙ әҙәбиәтен Бакуға оҙатҡанда "Искра" мөхәрририәте уның таратылыуын ентекле күҙәтә. Крупская үҙенең бер хатында әҙәбиәтте Бакунан ниндәй ҡалаларға оҙатыу кәрәклеген күрһәтә , ул исемлектә Өфө лә була.
       РСДРП - ның өсөнсө съезынан һуң Красин большевиктарға ҡушыла. РСДРП - ның өсөнсө съезынан ҡайтҡас, ҡораллы баш күтәреүҙе әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша, хәрби дружиналарға етәкселек итә. Ҡулға алына, уға дар ағасы янай, әммә Красин сит илгә ҡасып өлгөрә.
       Октябрь революцияһынан һуң Красин яуаплы совет һәм дипломатик эштә була. 1926 йылдың 24 ноябрендә ул хәрби поста, Англияла совет илсеһе вазифаһында вафат була.
       Өфө урамдарының береһе Л. Б. Красин исемен йөрөтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал