6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Бюджет ҡабул ителде, ә башлыҡтарҙы имтихан көтә
25.11.05


       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың ег ерме туғыҙынсы ултырышы парламенттың пленар өлөшөндәге эше буйынса 2005 йылда иң оҙайлыһы булырға самалай ине. Әммә депутаттар эштәрен өс сәғәттә тамамлауға иреште. Көн
       тәртибендә 134 һорау тороуын иҫәпкә алғанда, маҡтауға лайыҡ . Дөрөҫ, закон проекттарының бюджет һәм муниципаль блоктары
       тураһындағы блоктарынан айырмалы рәүештә, һорауҙарҙың күпселеге асылда бары тик дежур хуплауҙы ғына талап итә ине.
       Иң тәүҙә депутаттар 30 октябрҙә өҫтәмә тауыш биреү барышында һайланған дүрт яңы депутатты үҙ рәтенә ҡабул итте.
       Владимир Бучельников ( 1 - се Тимер юлы һайлау округы) һәм Александр Яровенко ( 85 - се Талбазы һайлау округы) сәнәғәт,
       төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ комитетына инде. Адик Бикбулатов ( 3 - сө Гастелло округы)
       хәҙер бюджет, һалым, финанс һәм мөлкәт һорауҙары буйынса эшләүсе комитет ағзаһы. Әмир Ниғмәтйәнов ( 95 - се Иҫәнғол округы) менән эштәр бер аҙ ҡатмарлыраҡ килеп сыҡты - мәғариф , фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет Дәүләт наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса
       республика идаралығының элекке начальнигын үҙ сафтарына алыр өсөн махсус экспресс - ултырыш үткәрҙе.
       Ҡала һәм райондарҙың суд участкалары өсөн Республика Президенты тәҡдим иткән мировой судья вазифаһына
       кандидаттарҙы раҫлауҙы парламентарийҙар өйрәнелгән, бер аҙ ялҡытҡыс, әммә мотлаҡ процедура булараҡ ҡабул итте. Барлығы 17 мировой судья һайланды.
       Артабан депутаттар туранан - тура закондар сығарыу эшмәкәрлегенә тотондо. Һуңғы, өсөнсө уҡыуҙа күп бәхәстәргә сәбәп булыусы "Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында", "Торлаҡ фондын хосусилаштырыу тураһында", "Социаль партнерлыҡ органдары тураһында" һ. б. республика закондары ҡабул ителде. Бынан һуң депутаттар бер аҙ тынысланды һәм икенсе уҡыуҙа ҡарарға индерелгән закондарға конструктив кәйеф менән баҡты. Шулай итеп, урындағы үҙидараға ҡағылған, әммә артыҡ шау - шыу тыуҙырмаған закон проекттарының айырым блогы тиҙ арала өсөнсө уҡыуға үтте. Башҡортостанда муниципаль берәмек уставын теркәү тәртибе бер аҙ үҙгәрәсәк, ә йәмәғәт алдынғылары хәҙер үҙҙәренең халыҡ араһында сара
       үткәрергә теләүҙәре хаҡында урындағы үҙидара органдарына белдерергә тейеш. Урамдар, майҙандар һәм ауыл - ҡалаларҙағы башҡа мөйөштәргә исем атау проблемалары ла хәҙер һуңғыларҙың компетенцияһына ҡарай.
       Республиканың 2006 йылға бюджет проектын парламентарийҙар төп уҡыуҙа тикшерҙе. Бөгөнгө көнгә төбәктең төп финанс документы бер аҙ ауырайған: президент индергән үҙгәрештәр блогында ғына ла 272 төҙәтмә иҫәпләнә, депутаттар аҙыраҡ тырышҡан - 45 төҙәтмә индергәндәр. "Башҡортостан Республикаһының 2006 йылға бюджеты тураһында" Законы бер юлы һәм тотош ҡабул ителде - төбәк бюджетының хәҙер билдәле
       сиктәре бар.
       БР Хөкүмәте вице - премьеры, финанс министры Айрат Ғәскәров ҡәнәғәтлек тойғоһо менән властың ике тармағы үҙ - а ра килешеп эш итеүен билдәләне:
       - Бер йыл дауам иткән эш аҙағына яҡынлашты. Бюджетты ҡабу л итеү - беҙҙең уртаҡ ҡаҙаныш, бөгөндән башлап беҙҙең бюджет алыусыларҙың аныҡ йүнәлеше бар тигән һүҙ. Һуңғы уҡыуға бюджеттың килем өлөшө 2005 йыл менән сағыштырғанда дүрттән бер өлөшкә артты, сығымдар ҙа шулай уҡ артыуын билдәләргә кәрәк.
       Башҡортостан бюджетында өс миллиард самаһы дефицит планлаштырыла. Әммә, Айрат Ғәскәровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйылғы йылдың бюджет дефициты дәүләт тарафынан социаль йөкләмәләрҙе үтәүендә бер ниндәй ҙә сағылыш тапманы, һәм
       2006 йылда "төшөп ҡалған табыштарҙы кире ҡайтара аласаҡбыҙ"
       тип иҫәпләргә нигеҙ бар. Республиканың финанс министры
       барлыҡ "эш хаҡы" статьяларын иҫәпкә алып, законға үҙ исемен
       тәҡдим итте - "Граждандар өсөн бюджет". Яңы бюджетта "аяҡҡа
       баҫырға ярҙам итер өсөн" планлаштырылған 14 миллиард һумда ла урындағы бюджеттар тураһында үҙенсәлекле хәстәрлек күреү һиҙелә. Башҡортостан Республикаһының һайлауҙар тураһындағы Кодекс проекты беренсе уҡыуҙы ҡыйынлыҡһыҙ үтте. Уны инициаторы БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғолов тәҡдим итте. Барыһы ла федераль үҙәк башлаған
       һайлау процесы реформаһы сиктәрендә: тауыш биреү өсөн бер к өн, һайлау блоктарының һайлауҙарҙа ҡатнашыуын тыйыу һ. б. Республика парламентарийҙары үҙҙәренән бер ниндәй ҙә өҫтәмә индермәне.
       Декабрь айында барлыҡ муниципаль берәмек һәм ҡала округтарында яңы барлыҡҡа килгән конкурс комиссиялары ҡала округтары һәм муниципаль райондарҙың хакимиәт башлыҡтарын һа йларға тейеш. Комиссияларҙы ауыр эш көтә - улар башлыҡ вазифаһына кандидаттарҙың квалификация имтиханы иләге аша үт кәндәрҙең иң лайыҡлыларын һайлаясаҡ. Бындай конкурс комиссияһының яртыһын законға ярашлы урындағы депутаттар, икенсе яртыһын - республика парламентарийҙары һайлай. Бер ҙә
       һаранланмайынса, Дәүләт Йыйылышы депутаттары Башҡортостан П резиденты тарафынан тәҡдим ителгән кандидатуралар өсөн тауыш бирҙе. Исемлектәрҙә - Дәүләт Йыйылышы депутаттары, республиканың Хөкүмәт һәм Президент Хакимиәте вәкилдәрое, ву з ректорҙары һәм иң ҙур предприятие һәм ойошма етәкселәре. М иҫал өсөн, республиканың баш ҡалаһы өсөн "икенсе яртыһын" Дә үләт Йыйылышы депутаты Лев Бакусов, БР Хөкүмәте вице - премь еры Николай Пучнин, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиә тенең генераль директоыр Салауат Ғайсин һәм БР Президенты Ха кимиәте етәксеһе Радий Хәбиров тәшкил итте.
       Парламенттың егерме туғыҙынсы ултырышында Башҡортостан Хө күмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, Хөкүмәт һәм Ф едерация Советы ағзалары, федераль министрлыҡ һәм ведомствол арҙың территориаль органдары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары  етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал