6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Себештәр" эшҡыуарлыҡҡа тотона
25.11.05


       Бизнес - инкубатор. Беҙҙең ҡолаҡ өсөн ятыраҡ яңғырай, шул ай бит Нәмә һуң ул Был һорауға яуап алыр өсөн "Капитал" бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҙәгенең 5 - се корпусын асыу сараһында булырға кәрәк ине. "Капитал" үҙәге Өфөнөң Карл Маркс урамында урынлашҡан һәм үҙенсәлекле структураһы менән айырылып тора. Комплекс ете корпус булараҡ планлаштырылған. Беренсе корпус үткән йыл файҙаланыуға тапшырылған. Унда
       урын алырға теләүсе эшҡыуарҙар өлөшсө ( дольщик) булып сығыш яһай һәм үҙҙәренең офис һәм сауҙа залдары урынлашҡан м айҙанға эйә була. Ошо көндәрҙә тантаналы асылған 5 - се корпус та ошо уҡ система буйынса төҙөлгән. Корпустарҙың ҡалғандары 2007 йылға тиклем тапшырыласаҡ. Яңы 5 - се
       корпус майҙанында кем урынлашасағы хәл ителгән инде. Беренсе ҡатын ҙур магазиндар, икенсеһен бутиктар биләйәсәк,
       өсөнсөһө БР бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм уға ярҙам итеү фонды ҡарамағына күсә, дүртенсе һәм бишенсе ҡаттарҙа офистар урынлашасаҡ. Бизнес - инкубатор тигәнебеҙ ҙә бишенсе
       ҡатта, ниһәйәт, уға ла барып еттек.
       Бизнес - инкубатор - 77 квадрат метр майҙанлы бүлмә, унда бер ниндәй ҙә ҡош - ҡорт, йомортҡа һәм себештәр юҡ. Дөрөҫөрәге, күсмә мәғәнәлә әйткәндә, себештәр бәлки барҙыр ҙа. Был үҙ эшен яңы башлаусы дүрт фирма, улар льгота шарттарында эш өсөн кәрәкле майҙан, компьютер һәм оргтехника, тейешле мәғлүмәт менән тәьмин ителә. Быларҙың барыһы өсөн бюджеттан 360 мең һум бүленгән. Инкубаторҙа булыуҙың тәүге этабында "себештәр" бина өсөн аренда хаҡы ла түләмәй. Бары тик коммуналь - хужалыҡ түләүҙәрен генә индерә . Бынан тыш әлегә ҡанаты сыҡмаған фирмаларға һалым һалыу, бухгалтер иҫәпләүҙәре, кредит алыу, предприятиены хоҡуҡи һаҡлау һорауҙары буйынса консультация хеҙмәтләндерелеүе күрһәтелә. Уларға бизнес - план төҙөргә, уҡырға, квалификаци я
       арттырырға ярҙам итәсәктәр. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ һорауҙары буйынса семинарҙар, кәңәшмәләр, конференцияларға саҡырыу бирелә. Финанс йәһәтенән ярҙам күрһәтелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, себештәр "текә" эшҡыуарҙарға әйләнгәнсе улар тураһында хәстәрлек күреләсәк.
       Әммә был йылы шарттарға тәү осраған фирмалар эләгә икән
       тип уйлау дөрөҫ түгел. Бизнес - инкубаторға урынлашыр өсөн конкурс үтергә кәрәк. Ә уның шарттары ярайһы уҡ ҡаты - бәләк әй эшҡыуарлыҡ субъектының эшмәкәрлеге башланыуҙан бизнес - инкубаторға килеп эләгеүгә тиклем бер йылдан да артыҡ ваҡыт үтергә тейеш түгел, уны ҡабул итеү мәленә "себеш" - фирманың
       финанс хәле ярайһы уҡ ныҡлы булыуы шарт. Инвестиция
       проектының сығымын ҡаплау өсөн иң күбе - ике йыл ваҡыт бирелә.
       Бизнес - инкубатор республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы программаһы сиктәрендә БР бәләкәй эшҡыуарлыҡ ү ҫеше һәм уға ярҙам фонды һәм БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт м инистрлығы иарафынан булдырылған. БР Хөкүмәте эргәһендәге э шҡыуарлыҡты яҡлау буйынса республика советы ағзаһы Роберт Ваһапов түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Бизнес - инкубатор - республика өсөн өр - яңы структура . Беҙ уның менән өс - дүрт йыл тирәһе "ауырыйбыҙ". Тик "хәлү ә" тип күпме ҡабатлаһаң да уның тәмен тоймайһың бит. Шуға күрә нисек тә башҡарып сығырға хәл ителде. Рәсәйҙең башҡа
       төбәктәре тәжрибәһен өйрәндек. Бындай структуралар Мәскәүҙә, Һамарҙа, Түбәнге Новгородта, Екатеринбургта,
       Ҡазанда бар. Әле беҙҙә был эштең башланғысы ғына. Артабан биләмәләрҙе киңәйтеп, "себештәр" һанын арттырасаҡбыҙ.
       - Киңәйтелгән инкубатор кем иҫәбенә финансланасаҡ һуң
       - Әлеге ваҡытта Рәсәй күләмендә инкубаторға оҡшаш иң яҡшы
       структураға тендер иғлан ителде. Еңеүсегә уны финанслау өсө н аҡса бүленәсәк. Беҙ тәүге баҫҡысты үттек инде.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшҡыуарлыҡты яҡлаусы социаль мөхит барлығын барлыҡ эшҡыуарҙар ҙа белеп бөтмәй. БР бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм уға ярҙам фондына юридик шәхестәрҙең 50
       проценты ғына мөрәжәғәт итә. Шәхси эшҡыуарҙар араһында
       был һан тауыҡ көлөрлөк - 1 процент тәшкил итә. Ә бит эшҡыуа р тормошо еңелдән түгел. Өҫтәүенә халыҡтың ун процент тирәһе нә генә тәбиғәттән эшҡыуарлыҡ һәләте һалына. Тағы ла ошондай
       процент эшҡыуарлыҡ менән билдәле шарттарҙа шөғөлләнә ала. Й әшәйеш тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ирекле бизнес диңгеҙенә сумырға баҙнат иткәндәрҙең 50 проценты бер йылдан үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Тағы биш йылдан ҡалғандарҙың 95
       проценты ла көрәшеүҙән арый. Һәм был күп осраҡта башланғыс этапта бер кем дә яҡламауы, кәңәш бирмәүе, ярҙам ҡулы һуҙмауы арҡаһында килеп сыға.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал