6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иң сибәр ҡыҙҙар баш ҡалабыҙҙа йыйылды
24.11.05


       Бер урында бик күп сибәр ҡатын - ҡыҙҙарҙы күреү теләге мен ән яныусылар ошо көндәрҙә "Өфө уттары" күңел асыу комплексына килде. Унда ойоштороусылар тамашасыларҙы "Русская грация" бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсына һайлау турында ҡатнашыусылар һәм "Блестящие" поп - төркөмө
       сығыштарынан торған "салат" менән һыйланы.
       "Русская грация" конкурсында 15 - 20 йәшлек ярайһы уҡ сиб әр ҡыҙҙар ҡатнашты. Ойоштороусылар Өфөгә башҡа ҡалаларҙың
       гүзәлдәрен дә йыйған ине. Егерме ҡыҙҙың туғыҙы ғына республикабыҙҙың баш ҡалаһынан, ә ун бер гүзәл зат үҙ тыуған яғы - Воркута, Тверь, Ырымбур, Екатеринбург, Ҡазан, Пятигорс к, Пермь, Төмән, Барнаул, Петрозаводск һәм Иваново ҡалалары
       намыҫын яҡланы. Күпселек ҡыҙҙарҙың буйы 173 - 177 сантиметр
       , икәүһе бейегерәк - 180 һәм 182 сантиметр, әммә был уларға
       бер ҙә ҡамасауламаны.
       Матурлыҡ конкурсында тейеш булыуынса, тамашасылар алдында ҡыҙҙар зауыҡлы киске күлдәктәрҙә һәм нәфис эске кейемдәрҙә күренде. Тик бына икенсеһе ҡыҙҙарҙың, нисегерәк итеп әйтергә икән, билдән түбән өлөшөнөң матурлығын күрергә мөмкинселек бирмәне, сөнки ул нәфис көнсығыш итәктәре менән ҡапланған ине. Эйе, ойоштороусылар ҡыҙҙарҙы "целлюлит" комплексынан ҡотҡарып, ирҙәрҙең матурлыҡты баһалау мөмкинселектәрен кәметте. Бразилияла бының өсөн ризаһыҙлыҡ б елдереп һыҙғырыуҙар ҙа булыр ине, моғайын, әммә Рәсәйҙә барлыҡ ирҙәр ҙә ҡатын - ҡыҙҙың иң гүзәл органы... күҙҙәр тип
       һанай. Йәғни Өфөнөң көслө заттары конкурстан ҡәнәғәт ҡалды.
       Ә аяҡтарҙы диңгеҙсе ҡыҙҙар бейеүендә лә баһаларға була ине . Ҡыҙҙарҙың сәхнәгә тиренән тегелгән тундар кейеп сығыуы ла ойошторолдо, һәм уларҙың һәр береһе танау өҫтөнә модалы күҙлек тә элгәйне.
       Күҙлектәрен сискәндән һуң ҡыҙҙар мәкерле һорауҙарға яуап бирҙе. Был өлөшөндә, йола буйынса, интеллект кимәле тышҡы ҡиәфәттән алған тәьҫораттарҙы бер аҙ кәметте, әлбиттә. Алдан уйланған, ятланған яуаптар айырыуса оҡшаманы.
       Ижади өлөштә иһә ҡыҙҙар үҙҙәрен яҡшыраҡ күрһәтеүгә иреште . Иң талантлылары йыр башҡарып үҙ ролдәренә инә алды.
       Ырымбурҙан килгән Ольга Духанина айырыуса хәтерҙә ҡалды. Ә конкурстың буласаҡ еңеүсеһе Римма Мөхәмәтшинаның ҡыҙыл туҡыманан тегелгән кейемдә бейеүе тамашасыларҙы таң
       ҡалдырҙы, тип әйтергә була. Бынан тыш ҡыҙ алып барыусының һорауҙарына ла ҡурҡмайынса яуап бирҙе. Римма 14 йәшендә тыуған йортон ҡалдырып, яратҡан һөнәре - спорт акробатикаһы
       меәнн шөғөлләнеү өсөн алыҫ Краснодарға юл тота. Һөҙөмтәлә
       жюри ағзалары нәҡ Римманы "Мисс Русская грация" тип атаны, ә тамашасылар күпселек тауыш менән уға "Тамашасылар һөйөүе п ризын" бирҙе. Беренсе вице мисс шулай уҡ Өфө ҡыҙы - һомғол б уйлы Евгения Кубова. Икенсе вице - мисс - аристократтарса йөҙө һәм төпһөҙ күлдәй күҙҙәре менән хәтерҙә ҡалған Ольга Скобина. Төмәндән килгән көнсығыш һылыуы Земфира Садиҡова, Ҡ азандан килән Ксения Попова һәм иң йәш ҡатнашыусы - 15 йәшлек ҡояшҡай Марина Никитина (Өфө) ла күптәрҙең күңеленә хуш килде.
       Күп һанлы наградлауҙарҙан һуң, тамашасыларҙың күпселеге
       таралышҡас, ниһәйәт, беҙ конкурстың еңеүсеһе Римма Мөхәмәтшина менән аралаша алдыҡ
       - Римма, конкурс буклетында үҙеңдең фотопортретыңды нисек
       баһалайһың
       - Насар баһалайым. Тик миңә барыбер. Мин башҡалар кеүек ү к кеше - етешһеҙлектәрем дә бар.
       - Өйҙән алыҫта спорт мәктәбендә уҡыуы ҡыйын булды тиһең. Ни өсөн
       - Бик ауыр график. Йәшәгән урындан күнекмәләр үткәрелгән бинаға бик оҙаҡ барырға кәрәк, күнекмәләр һуң тамамлана, шарттар ҙа бик яҡшынан түгел ине.
       - Ниңә спорт менән араны өҙөргә булдың
       - Спорт акробатикаһы буйынса спорт мастеры тигән исем алғ ас, булды, етте тип уйланым. Үҙебеҙҙең ҡалаға ҡайттым. Бөгөн "Өфө уттарында" эшләйем - бейейем.
       - Конкурсҡа нисек килеп эләктең
       - Башҡалар кеүек үк - кастинг үттем. Беренсе көндә килеүселәрҙең барыһын да тип әйтерлек алдылар.
       - Еңеүҙән һуң Башҡортостан намыҫын финалда яҡлаясаҡһыңмы
       - Белмәйем. Ҡыҙыҡһынманым әле. Бик арыным. Бер генә теләк
       - был күлдәкте сисеп, өйрәнелгән салбарҙы кейеп алыу.
       - Аҙаҡҡы һорау. Еңереңә ышандыңмы
       - Беләһегеҙме - аҙаҡҡа тиклем ышандым һәм өмөтләндем.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал