6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Содовик" футбол яланына, "Һыуһылыу" - һаҙлыҡҡа саҡыра
25.11.05


       Ваҡытты туҡтатыу мөмкинселегенә фоторәссамдар ғына эйәл ер, моғайын. Уларҙың береһе тәбиғәттә, икенсеһе - ҡатын - ҡы ҙ
       менән аралашҡанда матур кадр "эләктерә". Өсөнсөһө, әйтәйек,
       Стәрлетамаҡ фоторәссамы Юрий Нестеренко кеүек, яратҡан "Содовик" командаһының уйынын мәңгеләштереү өсөн матчҡа билет ала. Команданың еңеүе уға ижад итеү өсөн илһам өҫтәй, һөҙөмтәлә - уйындың иң ҡыҙыҡлы мәлдәре кадрҙа ҡала. Фотографтың оҫтаханаһында булмағандар бөгөн БР Милли музейы күргәҙмә залдарының береһенә килә ала.
       Стәрлетамаҡтың 240 йыллығына арналған экспозицияла Юрий Н естеренко фотолары менән бер рәттән тағы ла ун биш рәссам - портрет, репортаж йәки пейзаж оҫталары төшөргән эштәр тәҡдим ителә. Хәйер, өс йүнәлештә лә уңышлы эшләүселәр бар. Юрий Нестеренко, мәҫәлән, һуңғылары иҫәбенә инә. Репортаждан тыш, уның портрет эштәре лә иғтибар йәлеп итә.
       Уларҙың береһе - "Ветеран йылмайыуы", Бөйөк Ватан
       һуғышында ҡатнашыусы, ҡасандыр һуғыш яландарында йәшәү менән үлем араһында ҡалған кеше бөгөнгө тыныслыҡ, байрам, һары нәркәстәргә ихлас ҡыуана. Уның тормошҡа булған һөйөү тойғоһо күргәҙмәгә килеүселәргә лә күсә.
       Атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Олег Машковский тамашасылар иғтибарын тәбиғәт һүрәтләүҙәре менән йәлеп итә. Ул тәбиғәтте тыңлай, уның менән бер телдә "һөйләшә" белә. "Ольховкала" уның бәҫ ҡаплаған ҡыуаҡлыҡ һәм ағастары таң ҡалдыра, "Ҡышҡы феерияһы" әсир итә, йәшел күҙле "Һыуһылыуы" һаҙлыҡҡа саҡыра (айырыуса ир - аттарҙы).
       Марат Бакировты ла пейзаж фотографияһы буйынса профессионал тип әйтергә була. Уның "Ямғыр көткәндә" фотоһында егет һәм ҡыҙ бергә тура килгән: егет асыҡ ишек эргәһендә тәмәке көйрәтә, ҡыҙ өҫтәл артында урын алған. Һәм уларҙың ямғыр туҡтағанын түгел, киреһенсә, уның көсәйеүен, күңелдәренә тыныслыҡ алып килеүен теләгәндәре һиҙелә.
       Күрһәтелгән эштәр араһында Тамара Андрееваның ауыл тормошон һүрәтләүсе эштәре ҡыҙыҡлы. Шат ҡаҙҙар, инәйҙәрҙең и ртә менән эскәмйәлә гәпләшеүе ҡала кешеһен берәр көнгә
       ауылға, тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға саҡырғандай...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал