6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

Йәштәр тураһында ҡайғыртып
14.11.03


       12 йыл элек, йәғни 1991 йылдың 12 ноябрендә Башҡортост анда Рәсәй Федерацияһында тәүгеләрҙән булып "Башҡортостанда дәүләт йәштәр сәйәсәте тураһында" закон ҡабул ителде. Ул законды тормошҡа ашырыу маҡсатынан шул уҡ ваҡытта БР Йәш тәр эштәре буйынса дәүләт комитеты төҙөлә. Был ойошманы ойош торғанда республикала башҡарма властың район органдары ҡар амағында дүрт урында йәштәр эштәре буйынса бүлектәр эшләй. Бөгөн улар һәр бер административ - территориаль берәмектә ба р.
       Ошо закондан сығып, 1994 йылда "Башҡортостан йәштәре" р еспублика программаһы ҡабул ителә. Барлығы 13 бүлектән торға н был программа йәштәр өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙе күҙаллай. республика матбуғатын ҡарап барған йәки үҙе үк шул проблемал ар менән осрашҡан кеше ошо 10 йылдан ашыу ғүмер эсендә закон дың нисек үтәлеше хаҡында беләлер. Ул төрлө өҫтәмәләр һәм үҙ гәрештәр индерелеп, камиллаша ғына барҙы. Рәсәйҙә Йәштәр эшт әре буйынса дәүләт комитеты бөтөрөлгәндә иһә Башҡортостан үҙ
       ҡаҙанышын һаҡлап алып ҡалды. Улай ғына түгел, программала
       ҡаралған пункттарҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра һәм ошо йәһ әттән Рәсәйҙең бөтә субьекттарына тиерлек өлөгө булып тора. Мәҫәлән, заман елдәре ныҡ иҫеп ташлап, Ғ.Сәләм исемендәге й әштәр премияһы бөтөрөлгәс, уның урынына ижади йәштәрҙе дәртл әндереү маҡсатында Ш.Бабич премияһы булдырылды. Хәҙер ул Дәү ләт йәштәр премияһына әүерелеп китте. Шулай уҡ фән буйынса л а премиялар булдырыу иң тәүҙә беҙҙең республикала урын алды.
       Хатта быйыл тәүге тапҡыр бирелеүенә ҡарамаҫтан, уның күләме
       30 мең һумға тиклем етте. Республикала был премия тапшырылғ анда Рәсәйҙә лә шундай уҡ премия үҙ эйәләрен тапты.Әммә Рәсә й кимәлендә уның күләме 30 мең һум булыуы беҙҙең республикан ы бер баҫҡысҡа юғары күтәрҙе. Быйыл Башҡортостан Президенты
       "Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт я рҙамы буйынса өҫтәмә саралар тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. 1994 йылда раҫланған программаны 1999 йылда БР Президенты үҙ
       күҙәтеүе аҫтына алып, ул Президент программаһы тип үҙгәртел де.

Ирина Самойленко.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал