6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Иң мөһимен күҙҙәр күрмәй, күңел һиҙә
25.11.05


       Тынғыһыҙ тәбиғәт, ҡар бурандары, һырынтылар, уҫал бағыусы
       күкү йөҙө. Бындай осраҡта кешенең тере ҡалыуы мөмкинме Ыжғыр буран уны туңдыра, һалҡын ел тал сыбығындай бөгөп, был
       мәңгелек боҙлоҡтан сығыу өмөтөн ҡалдырмай. Әммә үҙ - һүҙле ҡатын - ҡыҙ фигураһы аҡрынлап булһа ла дауылға ҡаршы атлай -
       ул санала ятҡан туғанын ерләргә алып китеп бара.
       Һуғыш ваҡыты ҡот осҡос. Кешеләрҙең эштәре менән сағыштырғанда тәбиғәт ҡотороуы нимә ул! Үҙҙәре һымаҡтарҙың ҡәбәхәтлеге арҡаһында берәүҙәр икенселәрен ерләй, үҙҙәрен
       ер ҡуйынына кем тапшырырын да белмәй. Ҡар ҡаплаған баҫыу өҫтөндә ҡарғалар өйрөлә, алыҫта, буран артында, янғын төтөнө
       араһында ҡалған ҡаланың һыҙатары төҫмөрләнә.
       Анатолий Маслик тормоштоң ҡотһоҙ яҡтарын урап үтмәй, уларҙы күрһәтергә, шуның менән кешеләрҙе ҡотҡарып ҡалырға
       тырыша.
       Рәссам 1940 йылда Ставрополь крайының Невинномыск ҡалаһында донъяға килә. Һынлы сәнғәт менән мәктәп эскәмйәһенән үк мауыға, әммә һүрәт төшөрөү һәм һынлы сәнғәт буйынса махсус белем алмай. Мәктәпте тамамлағандан һуң Маслик Свердлов өлкәһенең Краснотурьинск индустриаль техникумына уҡырға инә, армияла хеҙмәт итә, артабан бер ни тиклем ваҡыт һөнәре буйынса төҙөлөштәрҙә тир түгә. Эш араһында картиналар яҙа, был уға 1981 йылда "Таң" тип исемләнгән Республика халыҡ рәссамдар клубы ағзаһы булырға
       ярҙам итә. Һуңынан Анатолий Маслик бер нисә тапҡыр республика, Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнаша, шәхси күргәҙмәләрен ойоштора. Уның эштәре Белоруссияла, БДБ - ның башҡа илдәрендә, Польшала һаҡлана.
       Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһында
       асылған күргәҙмәлә рәссамдың бер нисә картинаһы донъяла йәшәп килеүсе ҡаршылыҡтарҙы хәтергә төшөрә, уларҙы бында
       килеүселәрҙең ҡайһы берҙәре "көсһөҙ көслөнө еңә" йәки "ни сәсһәң, шуны урырһың" тип билдәләй. Рәссам ошондай картиналары менән төрлө тема, мәҫәлән, бер нисә бөртөк кешене байытҡан һәм миллионлағанды һәләк иткән һуғыш тураһында фекер йөрөтә.
       Был эштәр эргәһендә тағы бер рәссам - төп һөнәре буйынса
       врач - оториноларинголог Татьяна Лапинаның һүрәттәре контраст ролен уйнай. Уның өсөн картиналар яҙыу - "күңелдең ял итеүе", яратҡан һөнәр, тормоштоң матурлығын сағылдырырға, үҙең шатланырға һәм башҡаларҙы ҡыуандырырға мөмкинселек биреүсе...
       Дөрөҫ, үҙ ваҡытында Татьяна художество мәктәбен тамамлай.
       Анатолий Маслик кеүек, төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша.
       Татьянаның картиналары ҙур күҙле батша ҡыҙҙары һәм изге рухтар донъяһына алып инә. Һыуһылыуҙар кеүек күл буйында йәки асыҡ тәҙрә алдында ултырыусы серле ҡатын - ҡыҙҙар йөҙ һыҙаттары менән рәссамдың үҙен хәтерләтә.
       - Нисек кенә булмаһын, тормоштоң ике төрлө кәүҙәләнеше лә йәшәргә хоҡуҡлы, - ти галерея директоры Кәримә Кайдалова. - Иң мөһимен барыбер күҙ менән күреүе мөмкин түгел, эштәрҙең
       авторҙары ла шулай тип һанай. Картиналар тыуҙырған тойғо мөһим.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал