6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өфөлә - тәүге яңы йыл шыршыһы
24.11.05


       Ошо көндәрҙә Өфөлә тәүге яңы йыл шыршыһы ултыртылды. 32 м етрлыҡ һылыуҡайҙы Нуриман районы урманынан алып килделәр, хә ҙер уның йәшәү урыны - Совет майҙаны. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә эшселәр ошо көндәрҙә икенсе шыршының Мөбәрәков исемендәге майҙанда урын аласағы тураһында белдерҙе. "Аврора" кинотеатры алдында быйыл энәле һылыуҡай у лтыртыу планлаштырылмай.
       Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт - аналитика бүлеге начальнигы Марат Ғәзизовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл Өфөнә 21 яңы йыл шыршыһы биҙәйәсәк. Алда әйтелгәндәрҙән тыш улар "Моторостроитель" мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда, Инорс, Шаҡша, Затон, Нижегородка, Сипайлово биҫтәләрендә,
       Дәүләт циркы янында, "Башҡортостан" сауҙа үҙәге майҙанында,
       Спорт һарайы, "Орджоникидзе" мәҙәниәт һарайы, УЗЭМИК
       мәҙәниәт һарайы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, "ВАЗ" автоүҙәге алдындағы майҙандарҙа, Якутов исемендәге паркта,
       Дим ял паркында урынлашасаҡ. Ҡаланың төп шыршыһы йола буйынса Өфө ҡала советы алдындағы майҙанда ҡуйыла.
       20 декабргә тиклем барлыҡ шыршылар ҙа үҙ урынында буласаҡ , тип ышандырҙылар беҙҙе ҡала хакимиәтендә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал