6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Сибай төҙөүселәренә кем һәм күпме бурыслы
24.11.05


       Сибайҙың төҙөлөш предприятиеларында эшләүселәр бына инде
       бишенсе йыл хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарын ала алмай йонсой. Һәм, ниһәйәт, уларҙың да сыҙамлыҡтары сигенә етте, буғай, эшселәр - ике мең самаһы кеше - коллектив хат менән прокуратураға мөрәжәғәт итә. Тиҙҙән ҡалаға БР Контроль - иҫәпләү палатаһынан комиссия килеп төшә. Ошо көндәрҙә Контроль - иҫәпләү палатаһының сираттағы ултырышында һүҙ тикшереү һөҙөмтәләре тураһында барҙы.
       Сибай эшселәренең проблемалары 2000 йылда, ҡаланың төп төҙөлөш предприятиеһы - "Башмедьстрой" асыҡ акционерҙар йәмғиәте банкрот тип иғлан ителгәндән һуң башлана. Бынан һуң
       күп төрлө үҙгәрештәр булып үтә. 2001 йылда йәмғиәттең түләү һәләтлеген тергеҙеү маҡсатында "Башзауралстрой" тип исемләнгән яңы асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөлә. Тик бер йылдан һуң ул да банкрот тип иғлан ителә. Артабан, күп башлы аждаһа хаҡындағы әкиәттәге кеүек, был предприятие урынында
       бер юлы өс асыҡ акционерҙар йәмғиәте барлыҡҡа килә: "Башзауралстрой" төҙөлөш комплексы", "Строймеханизация" һәм " Тимер бетон изделиелары һәм стена материалдары
       заводы".
       Предприятиелағы күп һанлы үҙгәрештәр, етәкселәрҙең алмашыныуы бухгалтерия иҫәпләүҙәрендә буталышҡа килтереүе аңлашыла. Контроль - иҫәпләү палатаһы белгестәре асыҡлауынса , эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү өсөн төҙөлөш предприятиеларына үҙ заказсыларының бурысын түләтеү ҙә етә. Һуңғылары иҫәбендә Хәйбулла, Әбйәлил районы, Сибай ҡалаһы хакимиәттәре, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты һанала. Иҫәпләүҙәр уларҙың дөйөм бурысы 12,2 миллион һум тәшкил итеүен күрһәтә, был эшселәр алдындағы бурыстан артығыраҡ.
       Әммә, бөгөнгө сығыштар күрһәтеүенсә, төҙөлөш ойошмалары идарасылары һәм уларға бурыслы ойошмалар билдәләгән һандар а раһында айырма ҙур. Мәҫәлән, Сибай институты вәкиле (Контроль - иҫәпләү палатаһы контролеры әйтеүенсә, ректор тикшереүҙәр һөҙөмтәһе менән танышырға ла теләмәгән) уҡыу йортоноң төҙөүселәргә бөтөнләй бурысы юҡ тип раҫлай. Ә Сибай
       хакимиәте башлығы урынбаҫары бурыстарын таный, әммә ул
       талап ителгәндән күпкә аҙыраҡ тип белдерә. Хәйер, шунда уҡ хакимиәттең төҙөлөш эштәре өсөн ике миллион һум түләүе асыҡланды - тик икенсе ойошмаға!
       - Шулай ҙа эшселәргә кем эш хаҡы түләргә тейеш һуң - тип һорау бирҙе ултырыш аҙағында БР Контроль - иҫәпләү палатаһы рәйесе Петр Бобылев сығыш яһаусыларға.
       Республиканың баш контролеры бурыслы ойошмаларға һәм кредиторҙарға барыһын да асыҡлау һәм, ниһәйәт, эшселәргә тейешле эш хаҡын түләүгә ике аҙна ваҡыт бирҙе.
       - Барыбыҙ ҙа белеүенсә, республика етәкселеге эш хаҡы буйынса бурыстарҙы йөҙ процент бөтөрөүгә йүнәлеш алды, - тип
       хәтергә төшөрҙө ул. - Һәм республиканың иҡтисади хәле быны эшләргә мөмкинселек бирә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал