6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Дарвиндың спорт теорияһы
23.11.05


       Яҡташыбыҙ - Дарвин Закирйән улы Вәлиев күптән түгел Канаданың Торонто ҡалаһында үткән Халыҡ - ара марафонда
       ҡатнашты. Бында Вәлиевтың йәшен билдәләп үтергә кәрәк, уға 67 йәш, әммә 65 - 69 йәшлектәр менән ярышта ул үҙен эҙәрлекләүселәрҙе 27 минутҡа артта ҡалдырҙы!
       Кем һуң ул - беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ Дарвин Закирйән у лы Вәлиев бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты , бадминтон буйынса тренер, күп йылдар дауамында БР бадминтон федерацияһын етәкләүсе, марафонсы, саңғы ярыштарында даими ҡатнашыусы булараҡ билдәле. Ул спорттың кү п төрөн үҙләштергән, әммә мәктәпте тамамлағанға тиклем Дарвин Вәлиевтың башына спорт менән шөғөлләнеү тураһында
       уй инеп тә сыҡмай.
       Ул 1938 йылда Дүртөйлө партия райкомының икенсе секретаре
       Закирйән Вәлиев ғаиләһендә донъяға килә. Ул ваҡытта
       балаларға йыш ҡына Марлен, Вилен, Ким, Энгельс йәки Электрификация тигән заманына тап килгән исем ҡушалар. Шуға күрә малайға Дүртөйлө коммунистарының бәҫен төшөрмәҫлек
       исем һайлауҙа тотош райком ҡатнашыуына ғәжәпләнергә тура килмәй. Һәм уны хайуандар һәм үҫемлектәрҙең тәбиғи һайланыш юлы менән барлыҡҡа килеүе тураһында эволюция тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы инглиз ғалимының исеме менән атайҙар.
       Атаһы - райком секретаре - һуғышта һәләк була, ә Дарвин ү ҫеп етә, мәктәпте тамамлай. Ябай башкиҫәр булдым, ти ул бөгө н. Һуңынан инде уның алдына ниндәй ҙә булһа техникумды һайлау
       мәсьәләһе килеп баҫа.
       - Һәм бына мин Ленин урамы буйлап йөрөйм, - тип һөйләй үҙ е Дарвин Закирйән улы. - Техникумдар тураһында яҙылған афишаларҙы уҡыйым, ҡайҙа барырға икән тип баш ватам. Йөрөп а рығас, кеҫәләге тинлектәрҙе һананым да "Родина" кинотеатрына инеп кино ҡарап сығырға булдым. Унда гимнастика
       тураһында фильм бара ине. Ул миңә шул тиклем ҙур йоғонто яһаны, урамға сыҡтым да артыҡ уйлап тормайынса физкультура техникумына табан йүгерҙем. Һәм гимнастика бүлегенә ғариза
       бирҙем.
       Егетте уҡыу йортона ҡабул итәләр, уҡыу уға еңел бирелә. Артабан Фрунзе физкультура институтына уҡырға инә, гимнастика буйынса "СССР спорт мастеры"исеменә һәм ҡыҙыл дипломға эйә була. Үҙе менән бергә уҡыған Галя исемле ҡыҙға
       өйләнә. Бергәләп Урта Азияла эшләйҙәр. Һуңынан Өфөгә әйләнеп ҡайталар. Дарвин Өфө авиация институтында (бөгөн ӨДАТУ), Галина - Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлай. Шул саҡ уларҙың тормошонда бер үҙгәреш булып ала. Гимнастка Галяны бадминтон уйнарға саҡыралар. Ул ризалаша, уйын күңеленә ята һәм ул быға ирен дә йәлеп итә. Дарвин үҙе күнекмәләр үткәрә, башҡаларҙы ла өйрәтә башлай, республика ярыштарының баш судьяһы дәрәжәһенә етә. Шул уҡ ваҡытта студенттарҙы гимнастика серҙәренә төшөндөрөүҙән дә туҡтамай.
       Шулай итеп уның тормошонда ике спорт төрө үрелеп бара.
       Әммә бер нисә йыл үткәс, Дарвин Закирйән улы Өфө нефть институтында эшләгән ваҡытта, уға гимнастика һәм бадминтон
       уйындарының береһен һайларға тура килә. "Тәбиғи һайланыш юлы" менән Дарвин бадминтонға өҫтөнлөк бирә. Вәлиев БР бадминтон федерацияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә һәм был
       вазифаны ун биш йыл дауамында башҡара. Бадминтон буйынса су дьяларҙың бөтә Рәсәй һәм бөтә Союз коллегияларына инә, халыҡ - ара ярыштарҙы алып бара. Күптән түгел Рәсәйҙә
       бадминтон ярыштарындағы ҡаҙаныштары өсөн исемле гәлсәр
       волан менән бүләкләнә.
       Әммә Вәлиев бадминтон менән генә мауығып ҡалмай. 1986 йылда уға коллегаһы - техник фәндәр кандидатының марафонда
       ҡатнашыуы хаҡында мәғлүм була.
       - Сәмемә ныҡ тейҙе, - ти Дарвин Закирйән улы, - химик йүг ерә, ә мин физкультура кафедраһында эшләйем һәм йүгермәйем! Һәм 1987 йылда 47 йәштә тәүге марафонымды үттем. Шул ваҡытта н алып 18 йыл эсендә 85 марафонда ҡатнаштым һәм әлеге ваҡытт а Рәсәй марафонсылары араһында яҡынса 15 - се һәм башҡорт
       марафонсылары араһында 1 - се урын биләйем. Йылына дүрт - биш марафон үтәм, еңеүсе, призер ҙа булғаным бар.
       Марафондар һанын йөҙгә тултырырға теләк бар.
       Ҡатыны Галина Васильевна - ӨДНТУ физик тәрбиә кафедраһы м өдире урынбаҫары - менән улар бер - береһенә шул тиклем тап килгәндәр. Галина Васильевна ла өйҙә үҙенең бер муҡса миҙалы н һаҡлай һәм йыл да, ветерандар араһында бадминтон буйынса Рәсәй чемпионатында еңеп, коллекцияһын тулыландыра. Бына
       инде туғыҙ йыл дауамында ул Рәсәй чемпионкаһы булараҡ Европа һәм донъя чемпионаттарында ҡатнаша - Дания, Англия, Австрия, Германия, Болгария һәм Испанияла булып ҡайтҡан.
       Ә бына Дарвин Закирйән улының сит илдә булғаны юҡ ине. Ниндәй елдәр менән ул Канадаға барып эләккән тиһегеҙме Торонтола Вәлиевтарҙың кесе ҡыҙы Ирина - бадминтон буйынса С ССР спорт мастеры - йәшәй, ул тормош иптәше менән интернет а ша танышҡан. Ейәндәре Эрикка тиҙҙән ике йәш тула. Үткән йыл оләсәһе Галина улар янына барып ҡайтҡан. Ә Дарвин Закирйән улы үҙ мәшәҡәттәре менән булып Канадаға сәфәрен кисектерә килә ине. Һәм бына йыл һайын Торонтола үткән марафонға барып
       ул ейәнен дә күрә, марафонда ла еңә. Тәьҫораттар етерлек.
       - Тирә - яҡ бик таҙа, - тип һөйләй Дарвин Закирйән улы. - Подъезда балаҫтар түшәлгән, сүп үткәргес торбанан да тәмле е ҫ аңҡып тора. Беренсе ҡатта тренажерҙар залы, ул тәүлек әйләнәһенә асыҡ, аҫта гараж. Ҡыҙымдың ғаиләһе Онтарио күле районында йәшәй, марафон да шунда үтте. Ярышта кеше күп ҡатнашты. Бер нисә мең кеше сыҡҡайны, финишҡа мең туғыҙ йөҙө барып етте. Һалҡын булды, йылылыҡ ни бары алты градус,
       ел көслө. Әммә минең күрһәткән ваҡытым яҡшы - 3 сәғәт һәм 48 минут.
       Тимәк, Дүртөйлө коммунистары малайға исем һайлағанда яңылышмаған, Дарвин Закирйән улы үҙенең исеменә тап төшөрмәй. 67 йәштә халыҡ - ара марафондарҙа ҡатнашыу, еңеүгә өлгәшеү, өҫтәүенә университетта дәрестәр алып барыу һәм йәш
       бадминтонсылар менән күнекмәләр үткәреү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал