6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Берәүҙәр миҙал ала, икенселәр "эләгә"!
23.11.05


       Туриндағы Олимпиада яҡынлашҡан һайын беҙҙең республиканы ң ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәре сығышын күҙәтеү ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һуңғы яңылыҡтар шорт - трексылар
       һәм бобслейсыларҙан килде.
       Гаагала (Нидерланд) Донъя кубогы этабы үтте. Был һәм уға тиклем Бормиола (Италия) үткән этаптар Олимпиадаға һайлау
       ярыштары булды. Башта беҙгә түбәндәгеләрҙе хәбәр иттеләр: ярыш йомғаҡтары буйынса спортсылар һәр дистанцияла 32 иң көслө спортсы йәки команда эстафетаһында иң йылдам һигеҙ иҫәбенә инергә тейеш. Өфөнән был мөһим старттарҙа Вячеслав К ургинян һәм Булат Вәлиуллин ҡатнашты. Эстафетала һәм 500 метрлыҡ дистанцияла беҙҙең егеттәр яҡшы уйынға ирешә алманы. Уның ҡарауы "мең" дистанцияһында Кургинян яҡшы һөҙөмтә күрһәтте: Италияла 15 - се, Нидерландта - 14 - се ки лде. Аңлауығыҙса, ул бер ниндәй проблемаһыҙ 32 иҫәбенә инә. 1500 метр араға ярышта беҙҙекеләр артыҡ сағыу сығыш күрһәтмә һә лә, 32 иҫәбенә инә алды.
       Әммә беҙ ике өфөлөнөң бер юлы Олимпиадаға эләгәсәгенә ҡыуанып та өлгөрмәнек, яңы мәғлүмәттәр барлыҡҡа килде:
       беҙҙең спортсыларҙың унда эләгеүе йәки "эләгеүе" һорау
       аҫтында. Әлегә уларҙың береһе генә Туринға барасаҡмы, әллә
       икәүһен дә оҙатасаҡбыҙмы - асыҡ түгел. Квалификация тураһындағы положениела ике мәкерле пункт бар. Беренсеһе - ҡатнашыусы ил бөтә төрҙәрҙә ярышыуға өс кенә спортсы сығара ала, ә беҙҙең егеттәр - дүртәү. Икенсеһе - дистанцияларҙың һ әр береһендә бер йыйылма команданан икенән дә артыҡ кеше ҡатнаша алмай. Спортсыларҙың өсөһө лә иң көслөләр иҫәбендә б улғанда ғына ташламаға өмөт тоторға мөмкин. 1500 метрлыҡ дистанцияла беҙҙең егеттәр өсәү. Һәм улар иң көслө һигеҙ иҫәбенә инмәй. Һәм тағы ла бер нимә - баҡһаң, Рәсәй шорт - трексылары үҙ файҙаларына эшләмәгән килеп сыға - улар һуңынан башҡа спортсылар ҙа файҙаланыуы мөмкин булған йүнәлтмә генә яулаған! Барыһын да шорт - тректың Рәсәй федерацияһы етәкселәре хәл итәсәк. Улар кемде алыр тип уйлайһығыҙ - өфөлө Вәлиуллиндымы әллә мәскәүле Ражиндымы
       Әлегә бер Кургиняндың ғына тотҡан урыны ныҡлы күренә. Вәлиуллиндың Туринға эләгеү мөмкинселеге бик үк шәптән түгел . Хәйер, ваҡытынан алда нөктә ҡуйырға ашыҡмайыҡ.
       Өфө шорт - трексылары Олимпиадаға эләгеү өсөн көрәшһә, беҙҙең бобслейсылар (өфөлө Алексей Селиверстов һәм Башҡортостан өсөн сығыш яһаусы Сергей Голубев) Туринда почет баҫҡысында юғарыраҡ күтәрелеү тураһында уйлай.
       Лейк - Плэсидта үткән Донъя кубогында Рәсәй спортсылары Зубков - Голубев - Селиверстов - Воевода иң яҡшы ваҡыт күрһәтеп беренсе урын яуланы. Икенсе баҫҡыста, 0,71 секундҡа
       артта ҡалып, немецтар тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал