6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милиционерҙан миллионерға тиклем
23.11.05


       Баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе 54 йәшлек ир кеше хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡулына эләккәнгә тиклем ошондай юл үтә. Отставкалағы милиция майорына ҡаршы асылған енәйәт эше ошо к өндәрҙә Өфөнөң Калинин район судына ебәрелде.
       Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығының элекке хеҙмәткәре законһыҙ бизнес менән хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң шөғөлләнә башлай. Буш ваҡыт етерлек, көс - ғәйрәте ташып торған иргә тулы ҡанлы тормош алып барыр өсөн пенсия аҡсаһы аҙ тойола, бына, наһәйәт, ул нисәмә йылдар буйына эске эштәр органдары хеҙмәткәре формаһы артына йәшереп йөрөткән артислыҡ талантына юл ҡуя.
       Аферист кешеләрҙең ышаныусанлығын һәм бәғзе әҙәмдәрҙең сараһыҙ хәлдә ҡалыуын файҙалана. Үҙен һәр урында ҙур бәйләнештәре, тимәк мөмкинселектәре булған кеше тип таныта.
       - Таныштары араһында уның ниндәй һорауҙы ла хәл итә ала, тигән даны тарала, - тип һөйләй БР Прокуратураһының айырыуса
       мөһим эштәрҙе тикшереү бүлегендә өлкән тәфтишсе булып эшләүсе Сергей Михайлов. - Кредит йәки торлаҡ алыуға мохтаждар, балаһын вузға уҡырға урынлаштырырға йәки туғанын һаҡ аҫтынан сығарырға, бурысын ҡайтарырға йәки власть структураларында эшкә урынлашырға теләүселәр уға мөрәжәғәт итә.
       Аҙ таныш булған кешеләргә аферист үҙен милиция полковнигы , ФСБ хеҙмәткәре, Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары тип
       таныта. Олпат төҫ - ҡиәфәт, һөйләгән хәбәренә аҡыллы һүҙҙәр
       ҡыҫтырыу ҙа уға ышаныс яуларға ярҙам итә.
       Ғәйепләнеүсенең фатирында оҙаҡ йылдар дауамында һыу кранын ремонтлаусы слесарь - сантехник уға үҙ торлағы булмау ы хаҡында зарланып һөйләй. Элекке милиция хеҙмәткәре уға 50 мең түләһә, "һорауҙы хәл итергә" вәғәҙә бирә. Һуңғыһы барлыҡ әйберҙәрен һатып, бурысҡа батып булһа ла әйтелгән аҡсаны килтерә. Һәм, аңлауығыҙса, аҡсаһыҙ ҙа вәғәҙә ителгән фатирһы ҙ ҙа ҡала.
       "Полковниктың" ҡатынының әхирәте рәшәткә артына эләккән
       улын иреккә сығарыуҙа ярҙам итеүен үтенә. Балалар баҡсаһынд а эшләүсе, ҡулында ике балаһы һәм инвалид әсәһе булған ҡатын өсөн бик ҙур аҡса икәнен белә тороп, аферист был эште башҡарыуға 30 мең һорай.
       - Ул үҙ ҡорбандарынан мөмкин булғандың барыһын да һыға, - тип дауам итә Сергей Михайлов. - Аҡсалата түләй алмаһалар, телевизор, машина һорарға ла тартынмай. Һәм барлыҡ ҡорбандарынан да "аҙыҡ - түлек пакеты" һорауы ғәжәпләндерә. Аҙыҡ - түлек исемлеге төҙөй һәм һатып алырға ҡуша.
       Зыян күреүселәргә "изгелек ҡылыусының" һүҙҙәренә генә ышанырға тура килә, сөнки күптәренең үтенесе законға һыйып
       бөтмәй. Ә аферист алынған аҡсаның бер өлөшө вазифалы
       кешеләргә: прокурорға, судьяға һ. б. ришүәт бирергә китә ти п белдерә.
       Әммә быйылғы йылдың март айында уның ҡорбандарының береһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә була. Вуздарҙың береһендә эшләүсе ҡатын - ҡыҙға юғары белем тураһында ялған диплом һатырға маташҡаны өсөн хөкөм итеү
       янай. Ярҙам һорап ул беҙҙең геройға мөрәжәғәт итә. Уныһы
       ҡатындан 350 мең һум ала һәм юҡҡа сыға. "Изгелекле ағайҙы"
       табыуҙан өмөт өҙгәс, ҡатын прокуратураға юл тота.
       - Дүртенсе апрелдә беҙ ғәйепләнеүсене ҡулға алдыҡ, - ти Сергей Михайлов. - Ул үҙе алдаған кешеләренән артыҡ йәшеренмәй ҙә, фатирында йәшәүен дауам итә. Был кешене телевизорҙан күрһәткәндән һуң, беҙгә унан зыян күреүселәр шылтырата башланы. Һөҙөмтәлә әлеге ваҡытта 16 енәйәт
       эпизоды иҫәпләнә. Махинациялар аша ул бер миллион ике йөҙ мең һумға эйә була. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, элекке милиционерҙың криминаль биографияһы 2001 йылда башлана.
       Енәйәт юлы менән табылған аҡсаның бер өлөшөнә ул сит ил машинаһы һатып ала, ҡалған өлөшөн ҡайҙа итеүе билдәһеҙ.
       Зыян күреүселәрҙең күпселеге законды урап уҙырға маташыуы
       ла ҡулға алыныусыны енәйәт яуаплылығынан азат итмәй. Экс - милиционерҙы ниндәй яза көтә - уныһын инде суд хәл итәсәк. Ҡатыны һәм улы ғаилә башлығының эштәре тураһында бер нимә лә
       белмәнек, тип бара. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, пенсионерҙың ниндәй аҡсаға иномарка һатып алыуы ла ҡатын
       һәм улда һорау тыуҙырмаған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал