6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ислам - тотороҡлолоҡ билдәһе
22.11.05


       Власть дини ойошмалар менән дәүләткә лә, йәмғиәткә лә зы яны теймәҫлек аралашыу мөмкинселектәрен эҙләй. Дәүләт власы һәм идаралығы органдарының мосолман диндарҙары менән осрашыуына Башҡортостандың төрлө райондарынан 400 - гә яҡын имам йыйылды. Ошондайыраҡ һөйләшеү кәрәклеге элегерәк тә һиҙелә ине, әлбиттә, әммә ике яҡ та яңы саҡ "беш еп өлгөрҙө", күрәһең.
       Инаныусылар һәм дәүләт араһында һөйләшеү ентекле, төплө килеп сыҡты, әммә унда ҡатнашыусылар диндарҙарҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә бәйле социаль шарттар һәм уларҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеү, үҙидараға күсеү шарттарында мосолман берекмәләрен үҫтереүгә бәйле һорауҙарға айырым иғтибар бирҙе. Һәр кемдең әйтер һүҙе, уртаҡлашыр фекере
       барлығы һиҙелә ине.
       БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров "Дәүләт һәм дини йәмғиәт араһында дөрөҫ итеп төҙөлгән, аҡыллы
       мөнәсәбәт йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә лә йоғонто яһай" тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       - Совет власы ваҡытындағы һәм бөгөнгө динде сағыштырырға ярамай, әлбиттә, улар араһындағы айырма ер һәм күк кеүек. Һуңғы 15 йыл эсендә йөҙәрләгән яңы храмдар барлыҡҡа килде, ә
       йәмәғәтселек фекере менән танышыуҙар күрһәтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 60 проценты теге йәки был дингә инаныуҙары хаҡында белдерә, - тине Радий Фәрит улы. - Иң мөһиме - республикала экстремистик йүнәлештәге дини ағымдарға тамыр йәйергә мөмкинселек бирмәү.
       Радий Хәбиров мосолмандарҙың дини лидерҙарына сыҙамлыҡтары, әхләҡ һәм дини тәрбиәнең иң яҡшы һыҙаттарын һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур эш башҡарыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Властың мосолман ойошмалары менән уртаҡлашырға теләгән иң беренсе бурысы - яһалма дини әҙәбиәттең таратылыуына юл ҡуймау һәм, әлбиттә, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм
       милли сәйәсәт министры Илдус Илешев Башҡортостандың Рәсәй с оставына инеүенә 450 йыл тулыуы тураһында һүҙ ҡуҙғатып, шул ваҡытта уҡ башҡорт ҡәбиләләренең рус дәүләтенә ҡуйған шарттарының береһе - ислам динен һаҡлау булыуын
       хәтергә төшөрҙө. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 1256 дини ойошма эшләй, уларҙың 89 процентын мосолмандар тәшкил итә.
       - Беҙ, был ерҙә йәшәүселәр, беренсе сиратта дини - ара һә м конфессия - ара килешеүҙең быуаттарға һуҙылған йолалары менән ғорурланабыҙ һәм ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, - тип белдерҙе Илдус Ғөбәйҙулла улы. - Был берҙәмлектә әүҙем гражданлыҡ позицияһын мосолмандарҙың дини лидерҙарында күрергә мөмкин. Дини ойошмаларҙың роле даими арта барыуын билдәләмәйенсә булмай. Һәм был йәһәттән Рәсәй кеүек күп милләтле дәүләттә Башҡортостан иң камил һәм уникаль закондар
       базаһы булдырылған республика булараҡ билдәле. Һуңғы дүрт
       йылда беҙҙә илленән ашыу мәсеттәр төҙөлөүе кешенең, әйтәйек , дин тотоуға хоҡуғы дәүләт тарафынан яҡланыуына дәлил.
       Ике яҡтан да осрашыуҙа ҡатнашыусылар иң "ауыртҡан"
       урындарҙың береһе - мосолман руханиҙары араһында кадрҙар ет ешмәүе - менән килеште. Әйткәндәй, бында ике яҡлы процесс күҙәтелә: дини уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәрҙең түбән кимәле унда уҡытыусыларҙың бик үк юғары булмаған кимәле менән осраша.
       РФ Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт буйынса идаралығы кәңәшсеһе Алексей Гришин "Рәсәй мосолмандарының бе рҙәм дини киңлеген һаҡлау - илдең хәүефһеҙлеген һаҡлау шарттарының береһе булып тора" тип белдерҙе. Һәм, уның фекере буйынса, ислам ойошмалары һәм власть араһында диалог булдырыу өсөн был осрашыу үтә ҙур әһәмиәткә эйә. Дин мәсьәләләрендә тотороҡлоҡто һаҡлауҙа Башҡортостан Рәсәйҙә һәр саҡ үрнәк булып тора, тип билдәләне ул.
       - Бөгөн Рәсәйгә яһалма ислам, деструктив көстәрҙең ауыл йәштәренең наҙанлығын файҙаланып үҙ йоғонтоһон арттырыуы хас, тине Алексей Алексеевич, һәм, үҙ сиратында, мосолманда р
       берекмәһенә дәүләт менән бергә хәл итергә тейешле мәсьәләләрҙе билдәләне. - Ислам диненең белем биреү системаһы һөҙөмтәле эшләргә тейеш. Булған дини уҡыу йорттарын киңәйтеү һәм улар нигеҙендә белем биреү үҙәктәре төҙөү мотлаҡ, был мәғәнәлә Башҡортостан перспективалы төбәктәрҙең береһе. Тағы бер вариант: үткән йылдан башлап Мәскәү, Санкт - Петербург һәм Түбәнге Новгородта дини ойошмалар өсөн белгестәр әҙерләү башланды. Йәштәр, шул
       иҫәптән сит илдәрҙә белем алғандар өсөн дә уҡытыу ойоштороу
       буйнса әүҙем эшмәкәрлек талап ителә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сит ил үҙәктәре барыһы бер төрлө яҡшы түгел. Күптәре - күрәләтә деструктив йүнәлеш буйынса эшләй.
       Бер ыңғай Алексей Алексеевич дәүләттең берҙәм Рәсәй
       мөфтөйө вазифаһын булдырыу тураһында теләк белдереүе хаҡындағы хәбәрҙәрҙең буш булыуын да әйтеп үтте. Беренсенән,
       Кремлдә "диндарҙар үҙҙәре белә", - тип һанайҙар. Икенсенән,
       РФ Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт буйынса идаралығы к әңәшсеһе дәүләт Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә
       назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдинды урынынан күсерергә йыйынмай тип рәсми рәүештә белдерҙе: "Ундай пландар юҡ һәм булыуы ла мөмкин түгел, киреһенсә, беҙ уның
       эшмәкәрлеген хуплайбыҙ һәм хуплаясаҡбыҙ".
       Ниһәйәт, Алексей Гришин Рәсәй власының генераль позицияһын
       да әйтеп ишеттерҙе: "Беҙҙең мосолмандар - бөйөк илдең ерле
       халҡы. Рәсәйҙә дин дәүләттән айырым, әммә йәмғиәттән, кешеләрҙән айырым түгел".
       БР Хөкүмәте эргәһендәге дин эштәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков республикала дин тотоуҙың егерменән ашыу йүнәлешенә ҡараған ойошмалар эшләүен белдерҙе, әммә дәүләт б ыл өлкәлә анархияға юл ҡуймаясаҡ, әлбиттә, тине ул.
       - Меценаттар һәм руханиҙар мәсет төҙөп, һуңынан уның менә н "бер ҡайҙа ла инмәйәсәктәре", бер ниндәй дини идаралыҡҡа буйһонмаясаҡтары тураһында белдерә. Бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай, - тине Вячеслав Пятков. - Ультрадини радикаллыҡҡа килгәндә, Башҡортостан бер ҡасан да экстремислыҡ өсөн майҙан
       ролен үтәмәйәсәк.
       Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин руханиҙар һәм власть органдарына был осрашыуҙа ҡатнашыуҙары өсөн ихлас рәхмәтен белдерҙе.
       - Эйе, ислам - тыныслыҡ һәм хеҙмәт итеү дине. Быны раҫлау еңел түгел, айырыуса бөгөнгө көндә. Әммә мосолмандар һәм башҡа дин вәкилдәре быуаттар буйына күрше йәшәй. Ислам иһә " күрше - һинең туғаның" ти, "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы" булыуы ла һәр кемгә мәғлүм, - тине Тәлғәт Тажетдин. - Ысын диндар экстеримист йәки террорсы була алмай. Икенсе яҡтан, Рәсәй мосолмандарын киң мәғлүмәт сараларында Рәсәйҙең "борондан" б ер милләтле һәм бер конфессиялы булыуы тураһында
       мәғлүмәттәр күренеүенә борсой.
       БР мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин Рәсәйҙә исламдың толерантлы булыуын б илдәләне:" Бөгөн Рәсәйҙә ислам динен тотоусылар егерме миллиондан ашыу иҫәпләнә. Беҙҙең төбәк тарихында дини - ара тартыштар булмауын билдәләү ҡыуаныслы. Һәм, минеңсә, экстремислыҡ күренеше барлыҡҡа килеүенә нигеҙҙәр юҡ".
       Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Игорь Черноковтың сығышы киҫкенерәк яңғыраны, ул "халыҡ - ара террорсылыҡ һәм экстремислыҡ бөгөн ысын дин өсөн көрәш япмаһы артына
       йәшенә", тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
       - Беҙҙең идаралыҡ мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, Башҡортостан
       Республикаһы - сағыштырмаса конфессиональ тотороҡло зона. Башҡортостанда исламдың борондан килгән йолалары һаҡлана, һәм уны тотоусылар мосолмандарҙың күпселеген тәшкил итә, - т и Игорь Витальевич һәм күптән түгел булып үткән ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрә. - Республикала "Хизб - ут - Тәхрир әл - Исла ми" экстремислыҡ төркөмө тамыр йәйергә маташып ҡараны, уның үҙәге Лондонда урынлашҡан. Бер нисә йыл дауамында уның лидерҙары төбәктә беҙҙең күҙәтеү аҫтында булды, әммә Рәсәйҙә
       ойошманың эшмәкәрлеге тыйылғандан һуң да улар йәшерен эш ит ергә, мәсеттәрҙә экстремислыҡ вәғәздәре уҡырға маташты. Һөҙөмтәлә улар ҡулға алынды һәм БР Юғары суды август айында төркөмдөң туғыҙ ағзаһын төрлө ваҡытҡа хөкөм итте, ноябрь
       башында инде РФ Юғары суды хөкөмдө үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.
       Һүҙенең аҙағында Игорь Черноков "бөгөн террорсылыҡ билдәле конфессияның бер өлөшө түгел, һәм дәүләт һәм дини ойошмаларҙың берҙәм эшмәкәрлеге генә террорсылыҡ һәм экстремислыҡ хәрәкәттәрен юҡҡа сығарырға мөмкинселек бирәсәк" тип белдерҙе.
       Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең этнологик тикшереүҙәр үҙәге директоры Айһылыу Юнысова түбәндәге мәсьәләгә иғтибар итте.
       - Дәүләт ҡулынан килгәнсә йәмғиәтте дини экстремислыҡтан һаҡлаясағы аңлашыла. Әммә мосолмандар үҙҙәре йәмғиәтте нисек һаҡлай ала, ошо турала уйларға кәрәк. Йәмғиәттә ислам фобияһының йылдам үҫеүен күрмәү мөмкин түгел. Ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең өгөтләүҙәрендә фашист мотивтары асыҡ ишетелә, ә бит радикаль идеологиялар ислам фобияһын арттыра ғына, - тип хәүеф белдерҙе Айһылыу Билал ҡыҙы. - Өлкәнерәктә р үҙ тәжрибәһенә таяна. Ә йәштәрҙең яҡшыраҡ һәм байыраҡ йәшәүгә ынтылыштан башҡа бер ниндәй ҙә туҡтатыусы тәжрибәһе, сиктәре юҡ.
       БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина уҡыу йорттарында д ини белем биреүгә дәүләттең ниндәй ҡарашта тороуын аңлатты.
       - Кешенең рухи донъяһын формалаштырыу - дәүләт, дини
       ойошмалар һәм йәмғиәттең төп бурысы. Яһалма уҡытыусылар барлыҡҡа килә, киң юҡҡа сығарыу саралары ( мин уларҙы
       шулай тип атайым) һаны арта. Һәм бында дин һәм дәүләт араһындаығ мөнәсәбәттә башын ҡомға тыҡҡан страус позицияһы ярҙам итмәйәсәк. Динде көсләп тағырға бер кемдең дә хаҡы юҡ - был ата - әсә һәм баланың үҙ һайлауы, - тине Зө һрә Йыһанур ҡыҙы. - Бөгөн дин нигеҙҙәре хаҡында белем биреү буйынса уҡыу әсбабы әҙерләнә, һәм был курс мәктәп уҡыусыларына факультатив рәүешендә тәҡдим ителәсәк.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүен байрам итеү сиктәрендә власть органдары һәм инаныусыларҙың а ралашыуы артабан да даими рәүештә дуам итәсәк. Ошондай осрашыуҙар артабан да планлаштырыла, киләһе эшлекле кәңәшмә христиан конфессияһы вәкилдәре менән үткәреләсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал