6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Эш ҙурлыҡта түгел шул
22.11.05


       Башҡортостандың баш ҡалаһы йылдан - йыл үҫә бара. 16, 18, 20
       ҡатлы йорттар ҙа өфөлөләрҙе аптырашҡа һалмай бөгөн. Әммә был заманса төҙөлөштәр ҙә янғын һәм башҡа бәхетһеҙ осраҡтарҙан ҡурсаланмай. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн яңы ҡотҡарыу технологиялары һәм яңы техника барлыҡҡа килә.
       Башҡорт ҡотҡарыусылары үҙ белемдәрен даими камиллаштыра. Мәҫәлән, һуңғы тапҡыр улар Сипайлово биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан 20 ҡатлы йортта күнекмәләр үткәрҙе. Рәсәй Ғәҙәттән тыш эштәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хе ҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, унда янғын һүндереүселәрҙең төп бурысы юғарыла сыҡҡан янғынды һүндереү һәм кешеләрҙе
       ҡотҡарыу булды. Һәм, асыҡланыуынса, гарнизонда барлыҡҡа килгән яңы техника бындай бурыстарҙы уңышлы үтәргә мөмкинселек бирә.
       Уларҙың береһе - күбекте юғарыға күтәреүсе ППП - 32 аппараты башҡорт белгестәре тарафынан әҙерләнгән. Ул бейеклеге 32 метрға еткән һәр объектта сыҡҡан янғынды һүндереү эшен һөҙөмтәле башҡарып сығырға мөмкинселек бирә. Б өгөн был машина илдең 14 төбәгендә ҡулланыла, шулай уҡ уны У краина ла һатып алған.
       Тағы бер яңы әйбер - Германияла етештерелгән 50 метрлыҡ баҫҡыс ярҙамында янғын һүндереүселәр зыян күреүселәрҙе 16
       ҡатлы йорт бейеклегенән ергә төшөрөргә мөмкинселек бирә.
       Дүртөйлөнөң "Янғын һүндереү техникаһы" заводында эшләүсе оҫталар беренсе мини - янғын һүндереү машинаһы төҙөгән. Уның
       һәләттәре менән ошо көндәрҙә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре лә танышты. Яңы машина үҙенең "коллегаларынан" беренсе сиратта ҙур булмауы һәм йылдам хәрәкәтләнеүе менән айырылып тора.
       Бөгөнгө көнгә бындай машина берәү генә, тип хәбәр итә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш эштәр ведомствоһының матбуғат х еҙмәте. Уны етештерә башлау өсөн заказсылар кәрәк. Ә бындай машинаның һорау менән ҡулланыласағы етештереүселәрҙе шикләндермәй. Ауылдарҙа, ғөмүмән, юлдар
       тар булған, ғәҙәти янғын һүндереү машинаһы үтә алмаған
       урындарҙа был мини - машина алтын бәрәбәренә буласаҡ. Муниципаль ирекле янғын һүндереүселәр дружинаһы үҫешкәндә ав топарктарҙа бәләкәй габаритлы автортранспорттың кәрәклеге кү ҙгә ташлана, ти автомобиль "авторҙарының" береһе Масхур Сәмиев.
       Әлегә иң бәләкәй янғын һүндереү машинаһы Дүртөйлө районы киңлектәрен гиҙә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал