6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Эш эҙләһәң, мөрәжәғәт ит, студент!
14.11.03


       "Башинформ" агентлығында үткән сираттағы матбуғат конфере нцияһында һүҙ йәштәрҙе, студенттарҙы эш менән тәьмин итеү ха ҡында барҙы. Унда Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин ите ү үҙәге директоры Василий Сорокин, БР Йәштәр сәйәсәте буйынс а дәүләт комитетының әйҙәүсе белгесе Сергей Алопин, дәүләт у чреждениелары, кадрҙар агентлығы һәм фирмалары вәкилдәре ҡат нашты.
       Иң беренсе булып сығыш яһаусы Сергей Алопин БР Йәштәр сәйә сәте буйынса дәүләт комитетының ошо тәңгәлдә алып барған эшм әкәрлегенең төп йүнәлештәренә туҡталып үтте. "Иң беренсе сир атта, йәштәргә эш табырға ярҙам итеү маҡсаты менән төрлө сек циялар, эш урындары йәрминкәләре ойошторололоуын әйтеп үтер инем, тине ул. -- Октябрҙә генә Өфө ҡалаһының "Ҡунаҡһарай" с ауҙа комплексында "Йәштәргә - эш!" тип аталған акция үтте. Б ынын тыш, Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү буйынса республика ү ҙәге бик әүҙем эш алып бара. Ошондай уҡ үҙәктәр төбәктәрҙә л ә булдырылған. Атап әйткәндә, Белорет, Мәләүез, Сибай, Нефте кама ҡалаларында һәм Шаранда. Уларға йыл башынан барлығы 17 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 10 меңе иҫәпкә ал ынған, ике меңдән ашыуы эш тапҡан, өс меңгә яҡыны ваҡытлыса эшкә урынлаштырылған.
       Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе йәштәргә булы шлыҡ итеү буйынса ла үҙәк асылған. Бында үҙ эшен башлап ебәр ергә теләүселәр төрлө кәңәштәр, консультация ала ала. Быйыл беренсе тапҡыр "Йәш директор -- 2003" конкурсы ойошторолоуыу
       ла йәштәргә иғтибарҙың ҙур булыуын күрһәтә".
       Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры
       Василий Сорокиндың әйтеүенсә, республикабыҙҙа юғары уҡыу йо ртон тамамлаусы студенттарҙың барыһы ла эшкә урынлаштырыла, ә бына урта махсус уҡыу йортон тамамлаусы белгестәр менән пр облема бар. Шул уҡ ваҡытта Василий Дмитриевич, бөтә Рәсәй бу йынса алғанда уҡыу йортон тамамлаусы йәш белгестәрҙең 40 про центының үҙ һөнәре буйынса эшләмәүен билдәләп үтте. Ә бөгөн хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәр белгестәре талап ителмәй, тигә н мәсьәләгә ҡарата, "Бухгалтерҙарға эш табыуы ҡыйын" тигән һ үҙҙәр менән килешмәйем. Беҙҙең үҙәктә иҫәптә бухгалтерҙар ге л генә күп булһа ла, уларға һәр ваҡыт эш урындары табыла", - - тип үҙ фекерен белдерҙе.
       "STAR TRAVEL"дың Өфө вәкиллеге, "Актив" эшҡыуарлыҡты үҫтер еү үҙәге" һәм "Эшлекле консультация үҙәге" яуаплылығы сиклән гән ширҡәттәре вәкилдәре иһә ошо йүнәлештә үҙ ойошмаларының эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте. Тәүгеһе, әйтәйек, студент тарҙы йәйге каникул осоронда сит илдәрҙә ваҡытлыса эшкә урын лаштырыу менән шөғөлләнә. "Быйыл 200 студентты Америкаға эшк ә ебәрҙек. Әле күптәре ҡайтып, уҡыуҙарын дауам итә", -- ти о йошманың вәкиле Елена Захарина.
       "Түңәрәк өҫтәл" артындағы һөйләшеүҙән шундай һығымта яһарғ  мөмкин: әлеге көндә йәштәргә, шул уҡ ваҡытта студенттарға эш табырға ярҙам итеү, эшкә урынлаштырыу буйынса ҙур эш алып
       барыла. Ҡалғаны иһә йәштәрҙең үҙҙәренең тырышлығынан, уңған лығынан тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал